Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Декабрь 2025, 14:40

Яңы йыл почтаһы: республикала йәшәүселәр Ҡыш Бабайға хат яҙа ала

Башҡортостандың почта бүлексәләрендә яңы йыл почтаһы эшләй башланы, тип хәбәр иттеләр Федераль почта элемтәһенең республика идаралығынан.

Яңы йыл почтаһы: республикала йәшәүселәр Ҡыш Бабайға хат яҙа ала
Яңы йыл почтаһы: республикала йәшәүселәр Ҡыш Бабайға хат яҙа ала

Яңы йыл етеп килә, тимәк, Ҡыш бабайға хат яҙырға ваҡыт. Рәсәй почтаһы бүлексәләрендә махсус почта йәшниктәре асылды. Декабрь айында улар тылсымсыға мөрәжәғәттәр ҡабул итә.

Хаттарҙы 162390, Ҡыш Бабай йорто, Бөйөк Устюг, Вологда өлкәһе адресы буйынса ебәрергә кәрәк. Әгәр балаға ярҙам талап ителһә, почта хеҙмәткәрҙәре адресты нисек дөрөҫ итеп яҙырға, марканы нисек йәбештерергә кәрәклеген аңлата. Яуап алырға теләһәгеҙ, кире адресты һәм индексты күрһәтеү зарур. Ҡыш бабайға хатты ғәҙәти почта йәшниктәренә лә төшөрөргә мөмкин.

«Йыл һайын декабрҙә, башҡа эштәрҙән тыш, мөһим миссия үтәйбеҙ — Ҡыш бабайға хаттар ташыйбыҙ. Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр көн һайын яңы йыл почтаһын асып, уны ҡышҡы тылсымсының резиденцияһына ебәрә. Был осорҙа кешеләр яҡындарын ҡотларға, бер-береһенә йылы һүҙҙәрен еткерергә тырыша. Шуға был көндәрҙә почтала хаттар һәм открыткалар күп»,  тине Рәсәй Почтаһының төбәк идаралығы директоры Ленард Шафиҡов.

Фото: Валерий Шахов / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Источник: https://bash.bashinform.ru/news/social/2025-12-02/ya-y-yyl-pochta-y-respublikala-y-sh-sel-r-ysh-babay-a-hat-ya-a-ala-4489859 

Автор: