Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
24 Ноябрь 2025, 11:00

Әҙәби осрашыу

Башҡорт гимназияһы һәм Мәсетле районының башҡа белем биреү учреждениелары уҡыусылары өсөн Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәби музейы әҙерләгән “Әҙәби десант” исемле мәҙәни-мәғариф сараһы ойошторолдо.

Әҙәби осрашыу
Әҙәби осрашыу

Был осрашыу йәштәрҙә төбәктең мәҙәни үҙенсәлеген һәм әҙәби мираҫын тәрән аңлауҙы формалаштырыуға булышлыҡ итеп, урындағы яҙыусыларҙың биографияһы һәм ижады менән һәр яҡлап танышырға мөмкинлек бирә.
Сарала башҡорт әҙәбиәте вәкилдәре, атап әйткәндә, шағирә Зөлфиә Ханнанова, яҡташыбыҙ, башҡорт һәм рус телдәрендә хикәйәләр, повестар, һәм очерктар авторы Мәүлиҙә Әхмәтйәнова сығыш яһаны. Бынан тыш, осрашыуҙа М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы Зәки Әлибаев ҡатнашты.
Әҙәби осрашыуҙы Зәки Әлибаев асты, сарала ҡатнашыусылар менән таныштырҙы, уҡыусыларға Башҡортостан Республикаһы һәм Мәсетле районы тарихы, мәҙәни мираҫы тураһында белемдәрен асыҡлауға йүнәлтелгән һорауҙар бирҙе. Зөлфиә Ханнанова ижад юлының башланыуы хаҡында хәтирәләре менән уртаҡлашты, шулай уҡ башҡорт телендә үҙенең шиғырҙарын уҡыны, был осрашыуҙа ҡатнашыусыларға башҡорт шиғриәте атмосфераһына тәрәнерәк төшөнөргә мөмкинлек бирҙе. Мәүлиҙә Әхмәтйәнова “Мәскәү ҡыҙы” романы менән үҙенең яңы китабын тәҡдим итте, бер данаһын мәктәп китапханаһына тапшырҙы һәм уҡыуҙың, тыуған яҡтың тарихын өйрәнеүҙең, туған телде һаҡлауҙың мөһимлеген билдәләп үтте.
Сара барыһында ла ҡыҙыҡһыныу уятты, уҡыусыларҙың әҙәби зауығын, мәҙәни үҙаңын үҫтереүгә булышлыҡ итеп, ыңғай тәьҫораттар ҡалдырҙы.

Һүрәттә: Әҙиптәр Әләгәҙ мәктәбе уҡыусылары менән 


Луиза ЗАКИРОВА.

Автор: