Х. Я. Фәтҡуллин исемендәге урындағы мәктәптең 9-сы класын тамамлағандан һуң, Мәсәғүт педагогия колледжына уҡырға инеп, 2020 йылда “Ғәмәли информатика” һөнәрен ала. Колледждан һуң Инсаф Илдар улы армияла хеҙмәт итә һәм тыуған ауылына ҡайта.
Уҡытыусы булып киткәнгә тиклем егет төрлө өлкәләрҙә үҙен һынай. Армияға тиклем Башҡорт гимназияһында система администраторы була, унан һуң вахта ысулы менән, һуңынан сауҙа өлкәһендә эшләй. Күптән түгел йәш белгескә мәктәптә урын тәҡдим итәләр, һәм ул үҙен уҡытыусы ролендә һынап ҡарарға була. Ағымдағы уҡыу йылының 1 сентябренән ул Дыуан-Мәсетле мәктәбендә балаларға информатика нигеҙҙәрен уҡыта.
– Беренсе дәрес алдынан ныҡ тулҡынландым. Балалар менән эшләү – ҙур яуаплылыҡ, уҡыусыларға материалды дөрөҫ һәм аңлайышлы итеп еткереү мөһим. Бәхеткә күрә, балалар асыҡ һәм әүҙем булып сыҡты. Улар менән аралашыу ҡыҙыҡлы һәм күңелле.
Хаҡлы ял йәшенә еткәнсе мәктәп директоры булып эшләгән туғаны Анфиса Ғәйнетдинованың эш тәжрибәһе йәш уҡытыусыға өлгө булып тора.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: Башҡортостан Республикаһында йәш уҡытыусыларға ярҙам итеү өсөн яңы программалар һәм проекттар индерелә. Радий Хәбиров мәктәп мәғарифы форумында төбәктә уҡытыусыларға ярҙам күрһәтеүҙе дауам итеү тураһында белдерҙе. Атап әйткәндә, йәш ауыл уҡытыусылары өсөн гранттар индерелде, тел һәм полилингваль мәктәп уҡытыусылары өсөн премиялар арттырылды, мәктәпкәсә хеҙмәткәрҙәр өсөн гранттар һәм балалар баҡсаһы педагогтары конкурсы еңеүселәре өсөн премиялар булдырылды. Тәүге тапҡыр иң яҡшы ауыл директорҙарына гранттар түләнәсәк. 1000 уҡытыусы шифаханала дауаланасаҡ. Йәш уҡытыусыларға ай һайын хеҙмәт хаҡына өҫтәп түләнә, ә ауыл ерендә эшләүселәргә – компенсация. Ауыл ерендә эшләгән йәш педагогтарға гранттар ҡаралған. “Ауыл уҡытыусыһы” программаһы буйынса 2025 йылда 11 уҡытыусы түләү алған, ә 2026 йылда 27 уҡытыусы аласаҡ.