Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
8 Сентябрь 2025, 11:00

Мәктәптәрҙә туҡланыу яҡшыра

Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан мәктәптәрҙә туҡланыу сифатын ярайһы уҡ яҡшыртты. Былтыр 120 аҙыҡ-түлек блогы яңыртылған, яңы технологик ҡорамалдар һатып алынған һәм вариатив меню индерелгән. Ата-әсәләр комитеттары ҡатнашлығында даими мониторинг үткәреү һөҙөмтәһендә ата-әсәләрҙең мөрәжәғәттәре һаны 2023–2024 уҡыу йылындағы 61-ҙән 2024–2025 уҡыу йылында 49-ға тиклем кәмегән.

Мәктәптәрҙә туҡланыу яҡшыра
Мәктәптәрҙә туҡланыу яҡшыра

Радий Хәбиров, республика Башлығы:
– Биш йыл элек мәктәп туҡланыу операторҙары ҡорамалдарға оҙайлы сроклы инвестициялар һалырға ынтылмайынса эшләне, ә мәктәп ашханаларында ҡулланылған аҙыҡ-түлек йыш ҡына импорт һәм хатта экзотик булды.

Розалия Шафиҡова Башҡорт гимназияһында ашнаҡсы булып эшләй. Улар балаларҙы ашханала 10 көнгә раҫланған меню буйынса ашата. “Ризыҡ төрө уҙған йылдар менән сағыштырғанда төрлөләндерелгән, балаларҙың яратҡан ризығы – макарон менән котлет”, – ти ул.
– Аҙыҡ-түлек сифатлы, яңы, ашхана балалар өсөн хупланған аҙыҡ-түлек менән тәьмин ителә. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы һәм МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балаларын көнөнә ике тапҡыр – иртәнге һәм төшкө аш менән тәьмин итәбеҙ, интернат балалары дүрт тапҡыр туҡлана. Уҡыусылар ашханала ашарға ярата, – тип һөйләй ашнаҡсы. – Котлеттарҙы үҙебеҙ әҙерләйбеҙ, уларҙы яратып ашайҙар. Икмәк-булка изделиелары менән шәхси эшҡыуар Наталья Зырянова тәьмин итә. Ҡалған аҙыҡ-түлекте (ит, макарон изделиелары, ярмалар, йәшелсә, емеш-еләк, һөт ризыҡтары, балыҡ һ.б.) шәхси эшҡыуар Альберт Ғафаров алып килә. Атайҙар һәм әсәйҙәр ай һайын ризыҡтарҙы тәмләп ҡарай, менюны баһалай, балаларының оҡшатҡан һәм теләгән ризыҡтары тураһында фекерен тыңлай.
Мәктәпте аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүсе Альберт Ғафаров Мәсәғүт һөт-консерва комбинатынан, “Бөрө һөт продукттары комбинаты” йәмғиәтенән һөт продукцияһы (эремсек, аҡ май, һөт, ҡаймаҡ) һатып ала. Йогурттар менән Ҡыйғы районының “Һөт кухняһы” тәьмин итә.
– Балаларым беренсе һәм бишенсе кластарҙа уҡый. Гимназияла туҡланыу беҙҙе тулыһынса ҡәнәғәтләндерә. Менюға ҡайнар ризыҡтар индерелгән: бутҡа, аш һәм сәй бирелә. Уҡыусыларҙың туҡланыуы, һис шикһеҙ, яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе. Радий Хәбиров килгәс, мәктәп туҡланыуы системалаштырылды, стандарттар барлыҡҡа килде, башланғыс класс уҡыу-сылары бушлай туҡлана башланы, – тип билдәләй Эльвира Ғәлләмова.
Ләмәҙтамаҡ мәктәбе директорының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Миләүшә Йосопова:
– Республикабыҙҙа мәктәптәрҙә уҡыусыларҙы туҡландырыуҙы ойоштороуға йыл һайын ҙур иғтибар бүленә. Мәсетле районының мәғариф бүлеге мәктәп ашханаһында тәҡдим ителәсәк ризыҡтар исемлеген ентекләп әҙерләй. Мәктәп директоры раҫлағандан һуң, ашнаҡсы исемлек буйынса аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүсегә заказ бирә. Аҙналыҡ меню мәктәп уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн мәғлүмәт стендында урынлаштырыла.
Тәнәфескә ҡыңғырау яңғырау менән уҡыусылар шатланышып ашханаға юллана. Өҫтәл артында үҙ урындарын биләп, улар тәмле аш менән һыйлана.
Ә мәктәп уҡыусылары үҙҙәре нимә әйтә?
– Минең иң яратҡан ризығым – былау, шулай уҡ макарон менән котлет. Мәктәптә ашарға яратам, бында өйҙәге кеүек тәмле бешерәләр, – ти 5-се класс уҡыусыһы Ариана Рәхимова.
Ләмәҙтамаҡ мәктәбенең баш ашнаҡсыһы Зөлфиә Шафиҡова:
– Ашханабыҙҙың менюһы күп төрлө. Көнөнә ике тапҡыр льготалы категориялы балалар, шул иҫәптән һаулыҡ буйынса сикләүҙәре булғандар һәм МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балалары өсөн туҡланыу тәьмин итәбеҙ. 1 – 11 класс уҡыусылары көнөнә бер тапҡыр туҡлана. Менюға котлет, омлет, запеканка, аш, йәшелсә менән бешерелгән көмрө балыҡ, компот, сәй һәм башҡа ризыҡтар индерелгән. Икмәк ике төрҙә бирелә, һәр ваҡыт тәмле һәм яңы бешерелгән. Балалар иртәнге һәм төшкө ашҡа рәхәтләнеп йөрөй. Беҙ сифатлы, тәмле һәм файҙалы әҙерләргә тырышабыҙ.
– Мәктәп туҡланыуы уҡыусыларҙың һаулығы өсөн мөһим, уларға физик һәм аҡыл үҫеше өсөн кәрәкле энергия, витаминдар, микроэлементтар бирә. Һәр класс вәкиленән торған 11 кешелек ата-әсәләр комитеты ай һайын ризыҡтың сифатын баһалай. Беҙ аҙыҡтың ҡайнарлығын, сәй һәм компотта шәкәрҙең етерлек булыуын, шулай уҡ порцияларҙың дөрөҫ үлсәнеүен тикшерәбеҙ. Бынан һуң проблемаларҙы асыҡлау һәм уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләү буйынса фекер алышыуҙар үткәрәбеҙ. Миңә һәм балама мәктәптә туҡланыу бөтә параметрҙар буйынса ла оҡшай. Төбәк Башлығының саралары һәм айырым иғтибары арҡаһында ашханаларҙың торошо, ризыҡтарҙың сифаты яҡшырҙы. Шуныһы ҡыуаныслы: беҙҙең, ҡулланыу-сыларҙың, фекеренә ҡолаҡ һалалар, – ти 3-сө класс уҡыусыһының әсәһе Айһылыу Ғәлиуллина.
Наталья Зырянова мәктәптәрҙе икмәк менән 2015 йылдан бирле тәьмин итә. Көн һайын водителдәр яңы бешкән икмәк һәм икмәк-булка изделиеларын мәктәп ашханаларына алып бара. Ондо ойошма Омск, Ҡаҙағстан һәм башҡа һыналған он тартыу заводтарынан һатып ала.
– Беҙҙең икмәкхана мәктәптәрҙе икмәк менән тәьмин итә. Ул заманса, бөтә стандарттар һәм талаптар буйынса төҙөлгән. Юғары сифатты гарантиялау өсөн персоналды уҡытыуға айырыуса иғтибар бүленә, – тип һөйләй Наталья Николаевна.
Луиза ЗАКИРОВА.

Мәктәптәрҙә туҡланыу яҡшыра
Мәктәптәрҙә туҡланыу яҡшыра
Автор: