Мәсетле районы мәктәптәрендә лә тантаналы линейка уҙҙы. Районыбыҙҙа 2369-ҙан ашыу бала мәктәпкә барҙы, шуларҙың 180-е – беренсе класҡа.
Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин Оло Ыҡтамаҡ ауылы Башҡорт гимназияһы уҡыусыларын ҡотланы. Ул балаларға теләктәр менән мөрәжәғәт итте:
– Яңы уҡыу йылы асыштар, ижад һәм үрҙәр яулау ваҡыты булһын. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: белем – ул һеҙҙең киләсәгегеҙгә асҡыс!
Башҡорт гимназияһында яңы уҡыу йылына тәүге ҡыңғырауҙы МХО-ла хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Вадим Ғәлләмовтың ҡыҙы Камилия бирҙе.
* * *
Абдулла мәктәбендә тамаша залында 20 уҡыусы, уларҙың ата-әсәләре һәм уҡытыусылар йыйылды. Был мәктәптә 9-сы синыфҡа тиклем уҡыйҙар.
Сара тантаналы рәүештә башланды: гимн яңғыраны, яңы уҡыу йылының башланыуын символлаштырған Рәсәй һәм Башҡортостан флагтары күтәрелде. Мәсетле районы буйынса мәшғүллек үҙәге начальнигы Иршат Бәйтуллин йыйылыусыларҙы ҡотланы һәм беренсе класс уҡыусыһына рюкзак тапшырҙы.
Һүҙ шулай уҡ Мәсетле районы буйынса ЮХХДИ бүлеге начальнигы Дамир Зариповҡа бирелде. Ул Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрҙө, был уҡыу йылы башланыр алдынан айырыуса мөһим. Һуңынан мәктәп директоры Әлфиә Мәғәсүмова уҡыусыларға уңыштар һәм еңеүҙәр теләп, йылы ҡотлауҙар менән мөрәжәғәт итте. Сараны ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рәфис Носратуллин дауам итте.
9-сы класс уҡыусыларының сығышы айырым атмосфера тыуҙырҙы, улар ата-әсәләренә һәм педагогтарға хеҙмәттәре, ярҙамдары өсөн рәхмәт әйтеп, гөлләмәләр тапшырҙы.
Башланғыс класс уҡыусылары шиғыр һәм йыр менән сығыш яһаны.
Тантаналы сара аҙағында 9-сы класс уҡыусылары йыл һайын үткән 1 сентябрь һәм Белем көнө хөрмәтенә “Киләсәк самолеты” акцияһын үткәрҙе. Юғары класс уҡыусылары “Навигатор” самолеттарын эшләп, түбән класс уҡыусыларына тапшырҙы. Һәр самолет бәхет, уңыш һәм мәктәптә асылған яңы офоҡтар символына әүерелде.
Педагогик хеҙмәт ветераны Рәмзиә Сәғҙәтованың һәм ата-әсәләрҙең сығышы тулҡынландырғыс булды.
Тантаналы линейканан һуң уҡыусылар кластарына быйылғы беренсе класс сәғәтенә юлланды.
* * *
Лицейҙа тантаналы линейка Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт гимндарын башҡарыуҙан һәм флагтар сығарыуҙан башланды. Беренсе класс уҡыусыларының сығыуы иң тулҡынландырғыс мәлдәрҙең береһе булды. Әйткәндәй, быйыл беренсе кластар өсәү.
Лицей директоры Айтуған Таһиров балаларға һәм уларҙың ата-әсәләренә уҡыу йылы башланыу менән ҡотлап мөрәжәғәт итте:
– Мин һеҙҙе ошо мөһим көн – 1 сентябрь – Белем көнө менән сәләмләүемә шатмын. Йыл һайын был көн лицейыбыҙҙың һәм һәр беребеҙҙең тормошонда яңы этап символына әүерелә. Быйылғы уҡыу йылында ла белемгә ынтылыу, үҙ-ара аңлашыу һәм ихтирам итеү традицияларын дауам итәбеҙ. Лицей артабан да һәр уҡыусы үҙенең мөмкинлектәрен асҡан, дуҫтар тапҡан һәм сифатлы белем алған урын булып ҡаласаҡ. Был уҡыу йылы ла һеҙҙең өсөн яңы асыштар, ҡаҙаныштар һәм еңеүҙәр ваҡыты булһын.
Шулай уҡ белем көнө менән мәғариф бүлеге начальнигы Илдар Ғәлимов, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Ринат Камал, шулай уҡ отпускыла булған хәрби ҡотланы.
Ринат Камал үҙе иғлан иткән һәм үҙәк район китапханаһы менән берлектә үткәрелгән “Йылдың иң яҡшы уҡыусыһы” конкурсы еңеүселәрен бүләкләне.
“Бала саҡ навигаторҙары” Рәсәй проекты сиктәрендә өлкән класс уҡыусылары беренсе кластарға ҡағыҙ самолеттар тапшырҙы.
Беренсе ҡыңғырау яңғыратыу хоҡуғы лицейҙың 11-се класына барған уҡыу алдынғыһы Лев Могильниковҡа бирелде.
* * *
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: Яңы Мишәр мәктәбендәге тантаналы линейкала “Йондоҙ” йәмғиәте директоры Юрис Латыпов беренсе класс уҡыусыларына иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы, ә мәктәпкә – яңы принтер. Түбәнге Бобин мәктәбендә йәйге каникул ваҡытында кооперативта эшләгән 9-сы һәм 11-се класс уҡыусылары рәхмәт хаттары һәм аҡсалата премия менән бүләкләнде.
Һүрәттә: Оло Ыҡтамаҡ лицейының 1 “А” класы уҡыусылары класс етәксеһе Зарифа Яҡупова менән
Камилла МУСАКӘЛИМОВА, Луиза ЗАКИРОВА.