Ул абитуриент билдәләгән түбәндәге параметрҙар буйынса һөнәр һәм уҡыу йортон һайлау мөмкинлеге бирә:
- балдар һәм БДИ-ла тапшырылған предметтар;
- юғары уҡыу йортоноң ҡайҙа урынлашыуы;
- дөйөм ятаҡтың һәм хәрби кафедраның булыу-булмауы;
- теләгән уҡыу формаһы (көндөҙгө йәки ситтән тороп уҡыу).
Сервис аша белем биреү программаларын сағыштырырға һәм бюджет урындары тураһында мәғлүмәт алырға була – студентҡа төрлө сайттарҙан юғары уҡыу йорттары тураһында мәғлүмәт эҙләргә кәрәкмәй. Шулай уҡ сервис аша конкурс исемлектәрендә үҙенең позицияһын күҙәтеп барырға мөмкинлек бар.
Юғары уҡыу йортона уҡырға инеү өсөн документтарҙы ҡабул итеү комиссияһына бармайынса 2025 йылдың 20 июненән тапшырырға мөмкин.
Источник: https://vk.com/anlatabiz102