Сара барышында Бөтә Рәсәй һәм төбәк-ара олимпиадаларҙа, конкурстарҙа, спорт ярыштарында еңеүселәр һәм призерҙар, шулай уҡ “Йыл уҡыусыһы-2025” муниципаль конкурсында ҡатнашыусылар һәм уларҙың педагогтары билдәләнде.
Тантананы район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин асты. Үҙенең мөрәжәғәтендә ул педагогик коллективтарға профессионализм һәм йәш быуынды тәрбиәләү өлкәһендә хеҙмәттәре, шулай уҡ ата-әсәләргә балаларҙың талантын асыуға булышлыҡ иткән өсөн рәхмәт белдерҙе.
Сарала һәләтле уҡыусылар, уларҙың ата-әсәләре, уҡытыусылары һәм тренерҙары ҡатнашты. Тантана барышында йәш һәләттәрҙең ҡаҙаныштары Мәсетле районының ыңғай имиджын формалаштырыуға булышлыҡ итеүе һәм уҡыусыларҙың уҡыу, ижади, спорт эшмәкәрлегендәге уңыштары ғорурлыҡ тыуҙырыуы билдәләнде.
40-тан ашыу һәләтле бала Мәсетле районы хакимиәте башлығының рәхмәт хатына һәм премияһына лайыҡ булды.
Эштәренә тоғролоҡ, йәштәрҙең интеллектуаль, ижади һәм спорт потенциалын үҫтереүгә ҙур өлөш индергән өсөн уҡытыусыларға айырыуса рәхмәт белдерелде. Тап педагогтар-ҙың тырышлығы менән йәш таланттар юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә.
“Ромашка” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре һәм район Мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре башҡарыуында номерҙар байрамдың сағыу күренеше булды.
Екатерина ӘМИРОВА.