Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
23 Май 2025, 15:30

Радий Хәбиров уҡыусыларға берҙәм дәүләт имтиханында уңыштар теләне

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҡыусыларға берҙәм дәүләт имтиханында уңыштар теләне.

Радий Хәбиров уҡыусыларға берҙәм дәүләт имтиханында уңыштар теләне
Радий Хәбиров уҡыусыларға берҙәм дәүләт имтиханында уңыштар теләне

«Бөгөн Башҡортостандың 11-се класс уҡыусылары өсөн тарих, әҙәбиәт һәм химия фәндәренән тәүге берҙәм дәүләт имтиханы. Туғыҙынсылар өсөн һынауҙар 21 майҙа башланды. Быйыл 16 844 кеше – берҙәм дәүләт имтиханы, 51 812 кеше төп дәүләт имтиханы тапшыра.

Уҡыусыларға уңыштар юлдаш булһын! Ата-әсәләргә иһә түҙемлек теләйем. Ә уҡытыусыларҙың изге хеҙмәте алдында баш эйәм», — тип яҙа ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Бынан алдараҡ «Башинформ» республикала сығарылыш класы уҡыусыларының БДИ тапшырыуы тураһында хәбәр иткәйне.

Источник: https://bash.bashinform.ru/news/edu/2025-05-23/radiy-h-birov-u-yusylar-a-ber-m-d-l-t-imtihanynda-u-yshtar-tel-ne-4248008 

Автор: