Онлайн яҙыусылар өсөн теркәлеү кәрәкмәһә, офлайн майҙансыҡтарҙа яҙыусылар bashdictant.ru сайтында теркәлеү үтергә тейеш.
Майҙансыҡтарҙың һаны бихисап, үҙегеҙ һайлағанын сайтта нисек табырға? Аңлатабыҙ.
1. bashdictant.ru сайтын асырға;
2. Офлайн формат бүлеген табырға;
3. "Ҡатнашыусыларҙы теркәү" төймәһенә баҫырға;
4. Инструкция буйынса кәрәкле мәғлүмәтте ҡулланып теркәлгән майҙансыҡтар араһынан кәрәклеһен һайлап алырға.
Диктант тамамланғандан һуң эштәрегеҙҙе майҙансыҡтың ойоштороусыларына ҡалдырығыҙ.
Онлайн яҙыусыларға эштәренең фотоһын йәки сканын телеграмдағы @bash_dictant_bot ботына йәки bashdictant2025@mail.ru электрон почтаһына ебәрергә кәрәк.
Диктантта осрашҡанға тиклем!
#башҡорттелендәдиктант
#башдиктант
#башдиктант2025
#диктантпобашкирскомуязыку
#башҡортсадиктантяҙам