Фәнгә ылыҡтырыу мәктәптә үк башлана. Ғилми-тикшеренеү конференциялары балаларҙы уҡыу эшмәкәрлеге һәм фән менән ҡыҙыҡһындырырға, уның ни тиклем ҡыҙыҡлы һәм күп төрлө булыуын күрһәтергә мөмкинлек бирә. Был ҡағиҙәләрҙе һәм параграфтарҙы ҡоро ятлау ғына түгел, ә заманса технологиялар, һанлы арауыҡ, һығымталар һәм ысын тормошта уңышлы ҡулланырға мөмкин булған күҙәтеүҙәр.
– Беҙҙең лицейҙың был конкурста ҡатнашыу тәжрибәһе һәм унда ирешкән уңыштарыбыҙ ҙа бар, – ти лицей педагогы Оксана Хажиева. – Бындай конкурстарға әҙерләнеү фекерләү һәм фәнни сығанаҡтар менән үҙ аллы эшләү һәләтен үҫтерә. Был үҙ-үҙеңде күрһәтеү, башҡа төбәктәрҙән фекерҙәштәр осратыу, шулай уҡ тәжрибәңде байытыу мөмкинлеге бирә.
Лицейҙан 10 “Б” класс уҡыусыларының өс ғилми-тикшеренеү эше тәҡдим ителде: “Тыуған яҡты өйрәнеү. Ғаилә тарихы” секцияһы – Илназ Ҡәләмов һәм Полина Хәлипова, “Экология – география” секцияһы – Алена Баязитова һәм Илсаф Йыһануров (ғилми етәкселәре – Светлана Сай, Оксана Хажиева, Наил Хажиев), “Социаль-психологик” секция – Никита Макаров һәм Карина Русинова (ғилми етәкселәре – Эльмира Дилмөхәмәтова).
Уларҙың тырышлығы юғары һөҙөмтәләр бирҙе: Илназ Ҡәләмов һәм Полина Хәлипова почетлы III урын алып, диплом, миҙал һәм кубоктар менән бүләкләнде, ҡалған уҡыусылар Бөтә Рәсәй конкурсы финалсылары дипломдары һәм миҙалдарына лайыҡ булды.
Йыл һайын балаларға үҫергә һәм үҙ көсөнә ышанырға ярҙам иткән уҡытыусыларға айырым рәхмәт. Быйыл “Мәғарифҡа хеҙмәт иткән өсөн” миҙалы менән лицей логопеды Оксана Хажиева бүләкләнде.
Әләгәҙ мәктәбенән коллегаларыбыҙ ҙа ситтә ҡалманы. Улар 11-се класс уҡыусыларының өс эшен тәҡдим итте: “Тәбиғи-математика” секцияһы – Кристина Камалетдинова һәм Эльвира Ҡәйүмова (ғилми етәкселәре – Нәзирә Бельтюкова), “Химия” секцияһы – Айзилә Аҡмалова һәм “Биология” секцияһы – Евгения Маклецова (ғилми етәкселәре – Зөлфиә Нәжипова). Шулай уҡ уҡыусылар финалсылар дипломы һәм конкурс миҙалдары менән бүләкләнде.
Конкурс артта ҡалды, быйыл да ул һәр ваҡыттағыса бик күп сағыу мәлдәр, илһам һәм ысын асыштар бүләк итте! Унда ҡатнашыу мәктәпте тамамлаусыларға юғары уҡыу йорттарына ингәндә өҫтәмә балдар алырға мөмкинлек бирә.
Айтуған ТАҺИРОВ, Оло Ыҡтамаҡ лицейы директоры.