Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
17 Декабрь , 14:20

Оло Ыҡтамаҡ балалар баҡсаһында беренсе башҡорт төркөмө асылды

14 декабрҙә билдәләнгән Башҡорт теле көнөнә арнап район кимәлендә әһәмиәтле ваҡиға булды – “Миләш” балалар баҡсаһында башҡорт телен өйрәнеү буйынса төркөм асылды. Ул үҙ ғаиләһенең һәм халҡының йолаларын белгән, хөрмәтләгән һәм дауам иткән рухлы шәхес тәрбиәләү маҡсаты ҡуйған этно-мәҙәни белем биреү йүнәлеше булараҡ ойошторолған.

Оло Ыҡтамаҡ балалар баҡсаһында беренсе башҡорт төркөмө асылды
Оло Ыҡтамаҡ балалар баҡсаһында беренсе башҡорт төркөмө асылды

Сарала Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, Мәсетле районы хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Анфиса Ишмөхәмәтова, Мәсетле районы аҡһаҡалы һәм Ҡошсо ырыуының ҡор башы Әхмәтнур Хафизов, Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Зәлифә Ғәлиуллина, йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса мөхтәсиб ярҙамсыһы Закирйән Ғатауллин, “Ағинәйҙәр” район йәмғиәте етәксеһе Нәзирә Әхкәмова, мәғариф бүлеге методисы Светлана Йәнурова һәм “Аиша” хәйриә фондына нигеҙ һалыусы Айнур Зәбихуллин ҡатнашты.
Яңы төркөмдө асыу сабыйҙарға башҡорт телен өйрәнергә мөмкинлек бирә. Башҡорт телен өйрәнеү төркөмөнөң эшен ойоштороу менән “Миләш” балалар баҡсаһы мөдире Гөлнара Яубәширова таныштырҙы. Килгән ҡунаҡтарға тәрбиәсе Дилә Хәлимованың Рәсәйҙә ғаилә йылына арналған “Минең ғаиләм” дәресенән өҙөк тәҡдим ителде. Ҡунаҡтар төркөмдө асыу тантанаһы барышында балаларҙың төрлө эштәрҙе башҡарып, башҡорт телен уҡытыу процесында нисек әүҙем ҡатнашыуын баһалай алды.
– Туған телде һаҡлау һәм үҫтереү башҡорт халҡы мәҙәниәтенең айырылғыһыҙ өлөшөн тәшкил итә һәм уны башланғыс формаһында һаҡлай, – тип билдәләне Әнис Ҡасим улы, сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп.
Артабан ул “Ромашка” балалар баҡсаһы мөдире Ирина Ғибәҙуллинаға “Йәшәһен башҡорт теле” проекты кубогын тапшырҙы һәм “Миләш” балалар баҡсаһына тирмә бүләк итте. Уның эсе матур итеп йыһазландырыласаҡ һәм бәләкәстәр башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, көнкүреше менән яҡындан таныша аласаҡ.
Сара ҡунаҡтары башҡорт телен һаҡлауҙың, өйрәнеүҙең һәм балаларға тапшырыуҙың мөһимлеген билдәләп үтте. Ә мәктәпкәсә белем биреү системаһы башҡорт телен үҫеп килгән быуынға тапшырыуҙа төп ролде үтәй.
Һис шикһеҙ, башҡорт теле дәрестәрендә генә түгел, өйҙә лә туған телдә һөйләшергә кәрәк. Был процеста ата-әсәләрҙең роле баһалап бөткөһөҙ ҙур. Өлкәндәр балаларҙың башҡорт телен өйрәнеүгә ынтылышын хуплап, улар туған башҡорт телендә аралашһа, туған тел йәшәйәсәк.
Шулай итеп, “Миләш” балалар баҡсаһында башҡорт телен өйрәнеү буйынса төркөмдөң асылыуы башҡорт халҡының бай мираҫын һаҡлау һәм үҫтереү юлында Мәсетле районы өсөн мөһим аҙым булды. Һәр йортта туған тел яңғырап торһон. Телебеҙҙең киләсәге – үҙебеҙҙең ҡулда!
Ләйсән АБЗАНОВА.

Оло Ыҡтамаҡ балалар баҡсаһында беренсе башҡорт төркөмө асылды
Оло Ыҡтамаҡ балалар баҡсаһында беренсе башҡорт төркөмө асылды
Автор: