Өфөләге М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында “Иң яҡшы педагогик династия” Бөтә Рәсәй конкурсы үтте. Быйыл ул 12-се тапҡыр уҙғарылды һәм Рәсәйҙә Ғаилә йылына арналды. Финалға сығыу хоҡуғына 52 төбәктән 175 династия дәғүә итте. Төп этапҡа 13 төбәктән 15 династия һайлап алынды. “Быуаттан быуатҡа” (300 йылдан ашыу стажы булған династиялар) номинацияһында конкурста Башҡортостан Республикаһы исеменән Өфө ҡалаһының 161-се лицейы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ләйсән Ильясова сығыш яһаны.
Ләйсән Рафат ҡыҙы үҙенең педагогик династияһын шәжәрә ағасы рәүешендә тәҡдим итте. Ныҡлы ырыу олоно һәм ата-бабаларҙың исеме яҙылған күп һанлы ботаҡтар вариҫтарға үҙенең сығышы хаҡында белергә, туғандарын табырға һәм ғаилә тарихын киләсәк быуынға тапшырырға мөмкинлек бирә.
Педагогик шәжәрә Әй йылғаһы буйындағы биләмәләрҙә йәшәгән Әйле ырыуы башҡорттары ағасы булып иҫәпләнгән муйыл ағасы формаһында тәҡдим ителә. Аҡҡош – изге ҡош. Башҡорттарҙа ул яңы тормоштоң барлыҡҡа килеүен сағылдыра, ғаилә мөнәсәбәттәрен булдырыуға һәм һаҡлауға ярҙам итә тип һаналған.
Проектты әҙерләгәндә бәйгесегә уның әсәһе Розалия Йомағужина, бер туған һеңлеһе Гөлшат, ағаһы Рөстәм Ғатауллин һәм уның ҡыҙы Айгөл Шәйәхмәтова, өс туған апаһы Зөбәржәт Моталлапова ҙур ярҙам күрһәтте.
Ғатауллиндар династияһының педагогик тарихы үткән быуаттың 30-сы йылдарынан башлана. Династияның тәүге уҡытыусылар быуыны үҙ юлын Башҡорт АССР-ының Мәсетле районы Ләмәҙтамаҡ ауылында башлай.
Әйтергә кәрәк, Ғатауллиндар нәҫеле бай тарихҡа эйә. Уларҙың ата-бабалары тураһында тәүге документаль мәғлүмәттәр 1730 йылдарҙа теркәлгән һәм бөгөнгө вариҫтар ете быуынын белеүе менән ғорурлана ала.
Ғатаулланың ике ҡатыны була. Тәүге ҡатынынан балалары: Сәрүәр, Әлтәф, Нурыйәхмәт, Малик. Икенсе ҡатынынан Мөхлисә тыуа.
Нурыйәхмәт ҡатыны Мәрғүбә менән дүрт бала тәрбиәләп үҫтергән. Өлкән улы Тимерхан – хәрби офицер. Ҡыҙҙары Вәриҙә һәм улдары Шакирйән менән Фрат уҡытыусы һөнәрен һайлай.
Ләйсән Рафат ҡыҙының уҡытыусылар династияһын башлап ебәреүсе – өләсәһе Вәриҙә Нурыйәхмәт ҡыҙы Ғатауллина. Уның һайлаған һөнәре ҡустылары Шакирйән менән Фраттың да яҙмышына йоғонто яһай. Стәрлетамаҡ педагогия институтында уҡығанда Фрат үҙенең буласаҡ ҡатыны Венера Мөхәмәтрәхим ҡыҙы менән таныша. Өлкән ағаһы Тимерхан Нурыйәхмәт улы яҙмышын рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мәүжиҙә Нәжип ҡыҙы менән бәйләй. Беренсе быуын педагогтарының тағы бер вәкиле – уларҙың ике туған ағаһы Нәбиулла Сәрүәр улы Сәрүәров.
Ғатауллиндарҙың балалары һәм ейәндәре лә педагогик мираҫты ҡабул иткән. Ә хәҙер династияның һәр вәкилендә айырым туҡталып үтәйек.
Вәриҙә Нурыйәхмәт ҡыҙы Ғатауллина (1929 – 2022). 1929 йылдың 7 декабрендә Ләмәҙтамаҡ ауылында тыуған. 1948 – 1952 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый. Баймаҡ районының Этҡол мәктәбендә, Мәсетле районының Әбдрәхим, Дыуан-Мәсетле һәм Ләмәҙтамаҡ мәктәптәрендә эшләй. Почетлы исемдәре һәм наградалары: “В. И. Лениндың 100 йыллығына”, “СССР-ҙың 50 йыллығы”, “Хеҙмәт ветераны”, “Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында тыл ветераны” миҙалдары, Мәсетле районы мәғариф бүлеге грамоталары.
Шакирйән Нурыйәхмәт улы Ғатауллин (1936 – 2002). 1936 йылдың 21 авгусында Ләмәҙтамаҡ ауылында тыуған. 1961 йылда Башҡорт физкультура техникумын тамамлаған. Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбендә эшләгән. Почетлы исемдәре һәм наградалары: РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, Мәсетле районының мәғариф бүлеге грамоталары.
Фрат Нурыйәхмәт улы Ғатауллин (1940 – 2021). 1940 йылдың 17 июлендә Ләмәҙтамаҡ ауылында тыуған. 1970 йылда Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлаған. Теләш, Яңы Мөслим, Ләмәҙтамаҡ, Дыуан-Мәсетле, Октябрьск урта мәктәптәрендә эшләгән. Әбдрәхим һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә директор булған. Мәсетле районы мәғариф бүлеге грамоталары менән бүләкләнгән.
Венера Мөхәмәтрәхим ҡыҙы Ғатауллина, Фрат Нурыйәхмәт улының ҡатыны. 1943 йылдың 28 октябрендә Салауат районы Ахун ауылында тыуған. Өфө педагогия училищеһын, Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлаған. Малаяҙ ауылының балалар баҡсаһында, Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбендә эшләгән. Мәсетле районы мәғариф бүлеге грамоталары менән бүләкләнгән.
Мәүжиҙә Нәжип ҡыҙы Ҡарағолова (1926 – 2016), Тимерхан Нурыйәхмәт улының ҡатыны. 1926 йылдың 10 майында Аҙанғол ауылында тыуған. Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбендә уҡытыусы, хәрби ҡаласыҡтар балалар баҡсаларында тәрбиәсе, Куйбышев өлкәһенең Горный ҡасабаһында урта мәктәптә уҡытыусы, Өфө ҡалаһы балалар йортонда тәрбиәсе булып эшләгән. Нәбиулла Сәрүәр улы Сәрүәров (1918 – 1993), Нурыйәхмәттең ағаһы Сәрүәрҙең улы. 1918 йылдың 20 ноябрендә Ләмәҙтамаҡ ауылында тыуған. 1937 йылда Бөрө дәүләт педагогия техникумын тамамлаған. Ләмәҙтамаҡ, Тайыш мәктәптәрендә башланғыс кластар, математика, физика, хеҙмәт, һыҙым һәм рәсем дәрестәре уҡытыусыһы булып эшләгән. Йонос башланғыс мәктәбе мөдире итеп тәғәйенләнгән. 1942 йылдың 7 ғинуарында үҙ теләге менән фронтҡа киткән. Демобилизациянан һуң остазлыҡ эшмәкәрлеген дауам иткән. Мәсетле райо-ны мәғариф бүлеге грамоталары менән бүләкләнгән.
Гүзәл Тимерхан ҡыҙы Нуриева, Тимерхан Нурыйәхмәт улының ҡыҙы. 1957 йылдың 20 ғинуарында Әстрхан ҡалаһында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының инглиз теле һәм әҙәбиәте факультетын тамамлаған. Балаҡатай районының Яңыбай урта мәктәбендә, Өфө ҡалаһы мәктәптәрендә эшләй, Башҡортостан һауа хәрәкәтен ойоштороу үҙәгенең телде әҙерләү белгесе, Мәскәү ҡалаһы аэронавигация институтының телде әҙерләү кафедраһы уҡытыусыһы була. Почетлы исемдәре һәм наградалары: Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғарифы отличнигы, Өфө ҡалаһы Октябрь районы халыҡ мәғарифы бүлегенең, Һауа хәрәкәтен ойоштороу буйынса дәүләт корпорацияһының почет грамоталары, БР Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетының Рәхмәт хаты.
Лилиә Разаҡ ҡыҙы Ҡотлоева, Вәриҙә Нурыйәхмәт ҡыҙының ҡыҙы. 1956 йылдың 22 авгусында Дыуан-Мәсетле ауылында тыуған. Мәсәғүт педагогия училищеһын, БДПИ-ны тамамлаған. Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбендә эшләне.
Розалия Разаҡ ҡыҙы Йомағужина, Вәриҙә Нурыйәхмәт ҡыҙының ҡыҙы. 1959 йылдың 1 ғинуарында Дыуан-Мәсетле ауылында тыуған. БДПИ-ны тамамлаған. Һөләймән, Ләмәҙтамаҡ мәктәптәрендә эшләне. БР Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.
Елена Марат ҡыҙы Йосопова (Ғималова), Вәриҙә Нурыйәхмәт ҡыҙының килене. 1974 йылдың 5 мартында Ҡаҙағстандың Кустанай өлкәһе Приречное ауылында тыуған. Мәсәғүт педагогия училищеһын, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ны тамамлаған. Ләмәҙтамаҡ мәктәбендә эшләне. М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның педагогика кафедраһы магистранты Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.
Закирйән Шакирйән улы Ғатауллин. 1960 йылдың 20 февралендә Ләмәҙтамаҡ ауылында тыуған. Күмертау педагогия физик тәрбиә биреү училищеһын, Башҡорт ауыл хужалығы институтының иҡтисад факультетын, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын (юриспруденция), Ҡазанда “Мөхәмәҙиә” мәҙрәсәһен (имам-хатип, Ислам нигеҙҙәре уҡытыусыһы) тамамлаған. Ләмәҙтамаҡ мәктәбендә уҡытыусы һәм тренер, шулай уҡ Катав-Ивановск һәм Дыуан район-ара һалым полицияһы бүлексәләрендә төп белгес, БР Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығының Мәсетле районы буйынса муниципаль милеккә идара итеү комитеты рәйесе булып эшләне. Бер үк ваҡытта Өфө эшҡыуарлыҡ һәм хоҡуҡ техникумының Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы вәкиллегендә уҡыта. Бөгөн Мәсетле районы халҡы араһында дин нигеҙҙәрен өйрәтеү буйынса аңлатыу эшмәкәрлеге алып бара. Почетлы исемдәре һәм наградалары: Рәсәй Һалым полицияһы департаментының Почет грамотаһы, “Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл” юбилей миҙалы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Рәхмәт хаты.
Рәғинә Муллагилде ҡыҙы Ғатауллина, Закирйән Шакирйән улының ҡатыны. 1958 йылдың 9 майында Ейәнсура районының Иҙәш ауылында тыуған. Өфө педагогия училищеһын, БДПИ-ны тамамлаған. Өфө ҡалаһы, Ләмәҙтамаҡ ауылы, Катав-Ивановск ҡалаһы балалар баҡсаларында, Оло Ыҡтамаҡ ауылының “Светлячок” балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. 2000 йылда Оло Ыҡтамаҡ ауылы “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы мөдире итеп тәғәйенләнә, унда хаҡлы ялға сыҡҡансы эшләй. Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.
Рөстәм Шакирйән улы Ғатауллин. 1963 йылдың 2 авгусында Ләмәҙтамаҡ ауылында тыуған. Өфө иҫәпте механизациялау техникумын, Бөтә Союз финанс-иҡтисад ситтән тороп уҡыу институтын тамамлаған. Рәсәй иҡтисадсыһы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 38 йыл Башҡортостандың дәүләт статистикаһы системаһында эшләне. “РУВИКИ” интернет энциклопедияһының баш мөхәррир урынбаҫары. Төп эшмәкәрлеге менән бер рәттән 1-се һанлы Оло Ыҡтамаҡ урта мәктәбендә, Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжында, Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында, Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетында, Хеҙмәт һәм социаль үҫеш министрлығының Мәскәү дәүләт социаль университетында уҡытыу эшмәкәрлеге алып бара. Почетлы исемдәре һәм наградалары: Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡтың “Ключевое слово” Бөтә Рәсәй йәмәғәт премияһы лауреаты, “Мәсетле райо-нының 100 билдәле исеме” проекты дипломанты, 2014 һәм 2018 йылдарҙағы Вики-премия лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы, статистика отличнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған иҡтисадсыһы, “2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреүҙә әүҙемлек өсөн” билдәһе, “Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреүҙәге ҡаҙаныштары өсөн” һәм “Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙы үткәреүҙәге хеҙмәттәре өсөн” миҙалдары.
Динә Вәдит ҡыҙы Ғатауллина, Рөстәм Шакирйән улының ҡатыны. 1965 йылдың 10 ноябрендә Һабанаҡ ауылында тыуған. Өфө иҫәпте механизациялау техникумын, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ны тамамлаған. Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжында методист, “Контракт” компаниялар төркөмө яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директорының уҡыу эштәре буйынса урынбаҫары булып эшләне. “Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреүҙәге хеҙмәттәре өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән.
Зөбәржәт Фрат ҡыҙы Моталлапова (Ғатауллина). 1971 йылдың 17 февралендә Ләмәҙтамаҡ ауылында тыуған. Мәсәғүт педагогия училищеһын, БДУ-ны тамамлаған. Педагогик хеҙмәт юлын 1-се һанлы Оло Ыҡтамаҡ мәктәбендә башлай. Артабан “Беҙҙең тормош” район гәзите мөхәррире итеп тәғәйенләнә. Бөгөн Өфө ҡалаһының 21-се лицейында уҡыта. Өфө ҡалаһы Киров районының һәм Өфө ҡалаһы мәғариф бүлегенең почет грамоталары, РФ Йәмәғәт палатаһының Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән.
Зөләйха Фрат ҡыҙы Мөхтәрова (Ғатауллина). 1975 йылдың 17 июлендә Ләмәҙтамаҡ ауылында тыуған. Мәсәғүт педагогия училищеһын, БДУ-ны тамамлаған. Оло Ыҡтамаҡ ауылының “Ромашка”, “Ҡояшҡай” балалар баҡсаларында тәрбиәсе булып эшләне. Бөгөн – “Мәсетле тормошо” район гәзите редакцияһында өлкән тәржемәсе. Мәғариф бүлеге дипломы, Мәсетле районы хакимиәтенең Почет грамотаһы, Рәсәй Федерацияһы халыҡ мәғарифы һәм фән хеҙмәткәрҙәре профсоюзы Башҡортостан Республикаһы ойошмаһының Мәсетле районы ойошмаһы Рәхмәт хаты, “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йортоноң Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.
Зөһрә Фрат ҡыҙы Ғәниева (Ғатауллина). 1978 йылдың 25 апрелендә Ләмәҙтамаҡ ауылында тыуған. Мәсәғүт педагогия училищеһын, БДУ-ны тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген Салйоғот башланғыс мәктәбендә башлай. Мәктәп ябылыу сәбәпле “Мәсетле тормошо” район гәзите редакцияһына эшкә күсә. Мәсетле районы хакимиәтенең Почет грамотаһы, Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһенең, Мәсетле районы Советының, БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының, РФ Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесенең, РФ Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһы депутатының, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының рәхмәт хаттары, “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” район конкурсында еңеүсе дипломы, РФ Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығының Рәхмәт хаты һәм Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.
Айһылыу Рәшит ҡыҙы Ғүмәрова (Ҡотлоева), Вәриҙә Нурыйәхмәт ҡыҙының ейәнсәре. 1977 йылдың 14 октябрендә Ләмәҙтамаҡ ауылында тыуған. Мәсәғүт педагогия колледжын, Бөрө социаль-педагогия академияһын тамамлаған. Билембай ҡасабаһының балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй.
Раушания Рәшит ҡыҙы Йосопова (Ҡотлоева), Вәриҙә Нурыйәхмәт ҡыҙының ейәнсәре. 1979 йылдың 4 октябрендә Ләмәҙтамаҡ ауылында тыуған. Бөрө социаль-педагогия академияһын тамамлаған. Билембай ҡасабаһының балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй.
Ләйсән Рафат ҡыҙы Ильясова, Вәриҙә Нурыйәхмәт ҡыҙының ейәнсәре. 1984 йылдың 21 ноябрендә Өфөлә тыуған. 2006 йылда Бөрө социаль-педагогия академияһын тамамлаған. Дим районының 103-сө урта дөйөм белем биреү мәктәбендә туған телдәр буйынса директор урынбаҫары булып эшләгән. Бөгөн Өфө ҡалаһының 161-се лицейында уҡыта. Өфө ҡалаһы Дим районы хакимиәтенең, БР Мәғарифты үҫтереү институтының рәхмәт хаттары, дөйөм Рәсәй мәғариф профсоюзы, Өфө ҡалаһы хакимиәте мәғариф идаралығының почет грамоталары, БР Мәғариф һәм фән министрлығы дипломы менән бүләкләнгән. “Баш ҡаланың башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2023” конкурсы лауреаты, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2023” төбәк-ара конкурсының “Педагогик эшмәкәрлектә инновация технологияларын ҡулланыу” номинацияһында еңеүсе.
Гөлшат Аданис ҡыҙы Халбуп (Йомағужина), Вәриҙә Нурыйәхмәт ҡыҙының ейәнсәре. 1989 йылдың 25 сентябрендә Һөләймән ауылында тыуған. М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ны тамамлаған. Өфө ҡалаһы Совет районының “Йәш техниктар станцияһы” өҫтәмә белем биреү учреждениеһында эшләне. Өфө ҡалаһы Совет районының мәғариф бүлеге грамотаһы менән бүләкләнгән.
Зәлиә Айрат ҡыҙы Сабирйәнова (Ғәниева), Фрат Нурыйәхмәт улының ейәнсәре. 1999 йылдың 22 ғинуарында Салйоғот ауылында тыуған. БДУ-ны тамамлаған. Абдулла мәктәбендә математика уҡытыусыһы.
Гөлнара Фаил ҡыҙы Себати (Ишмәтова), Нәбиулла Сәрүәровтың ейәнсәре. 1972 йылдың 10 апрелендә Салауат ҡалаһында тыуған. БДПИ-ны тамамлаған. Дәүләт архитектура мәктәбе (L'ENA), Рабата интернациональ университеты (UIR), Феса Европа-Урта диңгеҙ университеты (UEMF) архитектура университеттарында уҡыта.
Нурыйәхмәттең ҡустыһы Малик Ғатауллин ҡатыны Мәрхәбә менән биш бала тәрбиәләгән: Мөнәүәрә, Харис, Вәрис, Зифа һәм Сылыу.
Зифа Малик ҡыҙы Кәлимуллина (Ғатауллина). 1946 йылдың 16 октябрендә Ләмәҙтамаҡ ауылында тыуған. Белорет ҡалаһында физкультура уҡытыусылары әҙерләү курсын тамамлаған. Ике йыл Дыуан-Мәсетле мәктәбендә эшләй.
Гөлнәзирә Фәҡирйән ҡыҙы Дусмөхәмәтова (Кәлимуллина), Зифа Малик ҡыҙының ҡыҙы. 1986 йылдың 17 майында Йонос ауылында тыуған. Бөрө социаль-педагогия академияһын тамамлаған. Урай ҡалаһының балалар баҡсаһында эшләй.
Флүр Аусаф улы Нуриев, Сылыу Малик ҡыҙының улы. 1972 йылдың 25 майында Ләмәҙтамаҡ ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт педагогия институтының филология факультетын тамамлаған. 13 йыл Оло Аҡа урта мәктәбендә татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгән.
Альбина Сәғит ҡыҙы Нуриева, Флүр Аусаф улының ҡатыны. 1969 йылдың 16 октябрендә Ҡорғат ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған. Оло Аҡа мәктәбендә татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. “Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғарифы отличнигы” билдәһе, Рәсәй Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән, “Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы уҡытыусыһы” конкурсы еңеүсеһе.
Фәүзиә Хәйҙәрйән ҡыҙы Ғәүнетдинова, Мөнәүәрә Малик ҡыҙының килене. 1973 йылдың 24 сентябрендә Туҡбай ауылында тыуған. Өфө ҡалаһының Мәғарифты үҫтереү академияһында ҡайтанан әҙерлек үткән. Әбдрәхим ауылындағы балалар баҡсаһында тәрбиәсе-мөдир булып эшләй.
Миләүшә Рәфис ҡыҙы Ғарипова (Ғәүнетдинова), Мөнәүәрә Малик ҡыҙының ейәнсәре. 1978 йылдың 1 майында Әбдрәхим ауылында тыуған. Мәсәғүт педагогия училищеһын, Бөрө социаль-педагогия академияһын тамамлаған. Әбдрәхим ауылының балалар баҡсаһында тәрбиәсе, Һөләймән мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы, Мәсетле районы Пионерҙар һәм уҡыусылар йортонда өҫтәмә белем биреү педагогы булып эшләгән. Бөгөн – Ләмәҙтамаҡ ауыл биләмәһе хакимиәтендә эштәр менән идара итеүсе. Мәсетле районы хакимиәтенең һәм Советының, мәғариф һәм мәҙәниәт бүлектәренең, Мәсетле ра-йоны территориаль һайлау комиссияһының, РФ Үҙәк һайлау комиссияһының, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән.
Айгөл Кәрәмәт ҡыҙы Айсина, Мөнәүәрә Малик ҡыҙының ейәненең ҡатыны. 1970 йылдың 1 апрелендә Йонос ауылында тыуған. БДУ-ны тамамлаған. Мәләкәҫ һәм Әләгәҙ мәктәптәрендә, Мәләүез районының Юлдаш мәктәбендә эшләгән. Бөгөн Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы Башҡорт гимназияһында уҡыта. Наградалары: район мәғариф бүлеге, Мәсетле районы хакимиәте, Башҡортостан Мәғариф министрлығының почет грамоталары.
Гөлназ Мәрсәлим ҡыҙы Айсина, Мөнәүәрә Малик ҡыҙының ейәненең ҡатыны. 1984 йылдың 23 февралендә Оло Ҡыҙылбай ауылында тыуған. Мәсәғүт педагогия колледжын тамамлаған, БДПУ-ла ҡайтанан әҙерлек үткән. Әбдрәхим мәктәбендә уҡыта. Бөгөн Кесе Ыҡтамаҡ ауылындағы “Дюймовочка” балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй.
Фәйрүзә Ризуан ҡыҙы Нуриева, Мөнәүәрә Малик ҡыҙының ейәнсәре. 1994 йылдың 5 сентябрендә Әбдрәхим ауылында тыуған. Мәсәғүт педагогия колледжын, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ны тамамлаған. Нижневартовск ҡалаһында информатика уҡытыусыһы булып эшләй. Көньяҡ Урал дәүләт университетының Нижневартовск ҡалаһы филиалы, Квалификацияны күтәреү һәм ҡайтанан һөнәри әҙерлек институтының рәхмәт хаттары, Нижневартовск ҡалаһы хакимиәтенең дипломы менән бүләкләнгән.
Оксана Александровна Нуриева, Мөнәүәрә Малик ҡыҙының ейәненең ҡатыны. 1988 йылдың 15 авгусында Һөләймән ауылында тыуған. Красноуфимск педагогия колледжын тамамлаған. Төмән ҡалаһында, Әбдрәхим мәктәбендә математика уҡытыусыһы булып эшләгән.
Зөһрә ҒӘНИЕВА.