Мәсетле тормошо
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
21 Октябрь , 12:25

Республикала профилле медицина кластары асыла

Ауыл ерендә медицина кадрҙарына ҡытлыҡ булыуы бер кемгә лә сер түгел. Килеп тыуған хәлдән сығыу юлдарын эҙләргә кәрәк. Бының өсөн республикала күп эшләнә.

Республикала профилле  медицина кластары асыла
Республикала профилле медицина кластары асыла

Ошо көндәрҙә Оло Ыҡтамаҡ Башҡорт гимназияһында Мәсетле, Асҡын, Балаҡатай, Ҡариҙел, Нуриман һәм Салауат райондарынан химия һәм биология уҡытыусыларының Башҡорт дәүләт медицина университеты профессор-уҡытыусылар составы менән Павлов медицина кластарын ойоштороу мәсьәләһенә арналған күсмә кәңәшмәһе үтте.

10-11 класс уҡыусылары өсөн Павлов медицина кластары – Башҡорт дәүләт медицина университетының медицина йүнәлеше буйынса уҡыусыларҙы уҡытыу, шулай уҡ уларҙы химия, биология һәм физика (медицина вуздарына ингәндә профилле предметтар) буйынса БДИ-ға әҙерләү маҡсатында ойошторған проекты.

Сарала БДМУ профессоры, дөйөм химия кафедраһы мөдире, фармацевтика фәндәре докторы Светлана Мещерякова, биология кафедраһы мөдире, медицина фәндәре докторы, профессор Татьяна Викторова, БДМУ-ның төп методисы Элла Романова һәм нормаль физиология кафедраһы мөдире, медицина фәндәре докторы, профессор Алия Ҡәйүмова ҡатнашты.
Алия Фәрит ҡыҙы ҡунаҡтарға 2019 йылдан алып Өфө ҡалаһының алты урта мәктәбендә, Стәрлетамаҡ, Салауат, Нефтекама ҡалалары мәктәптәрендә медицина кластары асылыуы хаҡында һөйләне. 2024 йылдың июлендә Салауат районы Малаяҙ ауылының 1-се урта мәктәбендә медицина класы асыла.
Уҡыусылар дистанцион форматта шәмбе көндәре шөғөлләнә, лекциялар октябрҙә башлана һәм 1,5 сәғәт дауам итә. Апрелдә-май башында уҡыусылар өсөн Өфө ҡалаһында Башҡорт дәүләт медицина университеты кафедраларында йомғаҡлау дәрестәре үтәсәк. Көн дауамында улар университет кафедраларына, анатомия музейына, гистология кафедраһына, симуляция үҙәгенә барасаҡ, тәжрибәләрҙе күҙәтәсәк, заманса лабораториялар һәм аппаратура менән йыһазландырылған Европа фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студент кампусын күрәсәк.
Евразия фәнни-белем биреү үҙәге өс йыл элек асылған. Алия Ҡәйүмова әйтеүенсә, әгәр мәктәп грант алыуға документтар тапшырһа һәм бөтә шарттарға тап килһә, белем биреү учреждениеһы химия, биология һәм физика класы аппаратураһын һатып алыуға 2 миллион һум ала. Был грантты Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалалары һәм Малаяҙ мәктәбе алған да инде.
2025 йыл башында грант алыуға сираттағы конкурс иғлан ителәсәк. Комиссия РФ Мәғариф министрлығы һәм Евразия фәнни-белем биреү үҙәге хеҙмәткәрҙәренән тора.
Медицина университетына уҡырға инергә теләгән уҡыусылар өсөн бәләкәй медицина кластарын асыу маҡсатында бөтә республика территорияһында бәләкәй медицина кластарының Павлов концепцияһы раҫлана. Унда киләсәктә табип һөнәрен һайларға теләгән балалар йәлеп ителә.
Павлов медицина кластарында балалар бушлай уҡый.
Екатерина ӘМИРОВА.

Республикала профилле  медицина кластары асыла
Республикала профилле медицина кластары асыла
Автор: