Оло Ыҡтамаҡ лицейында яңы башланғыс кластар уҡытыусыһы Ирина Федорова эш башланы.
Ул Оло Ыҡтамаҡ ауылында тыуып үҫкән, Башҡорт гимназияһын тамамлаған. Мәктәп йылдарында спорт менән мауыға, волейбол, баскетбол уйнай, еңел атлетика менән шөғөлләнә, йырлай.
2016 йылда Ирина Валерьевна Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты дипломын ала. Һуңынан ул Өфөләге 16-сы гимназияға эшкә урынлаша, бер үк ваҡытта “Белем биреү ойошмаларында персонал менән идара итеү” белгеслеге буйынса педагогика магистры булараҡ икенсе юғары белем ала. Беренсе квалификация категорияһына эйә.
– Мин балаларҙы яратам, уҡыусылар мәктәпкә ҙур теләк менән килһен өсөн уларға эске потенциалын асырға ярҙам итәм, – тип һөйләй Ирина Федорова.
Ирина Валерьевнаның мауығыуы – профессиональ әҙәбиәт. Шулай уҡ ул йырларға ярата һәм социаль селтәрҙә үҙенең блогын алып бара.
Бәләкәй ул тәрбиәләй, Матвей балалар баҡсаһына йөрөй.
– Белгестәрҙең тыуған районына эшкә ҡайтыуы бик ҡыуаныслы. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте уларға ярҙам итә, шарттарҙы үтәгәндә, “Ауыл уҡытыусыһы” программаһы буйынса түләү алырға мөмкин, – ти район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Илнур Вәлиев.
Екатерина ӘМИРОВА.