Юлиә Илшат ҡыҙы Арсулоева Әләгәҙ ауылында тыуып үҫкән, туғыҙынсы класты тамамлағандан һуң Мәсәғүт педагогия колледжының сит телдәр факультетына уҡырға инә. Диплом алған йәш ҡыҙ 2006 йылда Әләгәҙ мәктәбендә музыка уҡытыусыһы булып эш башлай. Шул уҡ йылда ул М. Аҡмулла исемендәге Баш-ҡорт дәүләт педагогия университетына сит телдәрҙе һәм мәҙәниәттәрҙе уҡытыу теорияһы һәм методикаһы факультетына уҡырға инә. 2009 йылда инглиз теле уҡытыусыһы, лингвист һөнәрен алып, инглиз теле уҡытыусыһы булып эшләй башлай.
2020 йылда Юлиә Арсулоева Башҡортостан Республикаһының ауыл ерендә эшләүсе йәш уҡытыусыларына бирелгән грант алды. Грант алыу өсөн мәғариф проектын әҙерләргә кәрәк ине. Ул “Сенсорлы уҡытыу методикаһын ҡулланып, башланғыс класс уҡыусыларында лексик күнекмәләр булдырыу” проектын тәҡдим итте.
– Шуныһы ҡыуаныслы: республика хөкүмәте ауыл ерендәге уҡытыусылар хаҡында хәстәрлек күрә, уларға гранттар бүлә. Шуға күрә уҡытыусылар ауылға эшкә килә, – ти ул.
Иғтибарлы, мөләйем, алсаҡ, шул уҡ ваҡытта талапсан һәм ғәҙел – уҡыу-сылары Юлиә Илшат ҡыҙы тураһында шулай ти. Хеҙмәттәштәре Юлиә Арсулоеваны яуаплы, ғәҙел булыуы һәм уҡыусыларға ҡарата йылы мөнәсәбәте өсөн хөрмәт итә.
– Кеҫә телефондарының, интернеттың, компьютер уйындарының популяр булыуы сәбәпле, хәҙерге үҫмер-ҙәргә “тәьҫир итеү” ауыр. Гаджеттар балаларҙың фекерләүенә йоғонто яһай, уларға мәғлүмәтте ишетеү ауыр, шуға күрә белем алыуға мотивация кәмей, – тип һөйләй Юлиә Илшат ҡыҙы.
Уның дәрестәрендә һәр ваҡыт бер-береңә ҡарата ихтирам тойғоһо һәм яҡшы мөнәсәбәт күҙәтелә. Һәр уҡыу-сыға үҙ ҡарашы бар.
– Үҫмерҙе тәрбиәләүҙә иң мөһиме – уны нисек бар, шулай ҡабул итеү һәм яратыу, унда яҡшыны күреү һәм был сифаттарға баҫым яһарға тырышыу, – ти Юлиә Арсулоева.
Юлиә Илшат ҡыҙы – Әләгәҙ ауыл Советы депутаты. 2022 – 2024 йылдарҙа балалар йәмәғәт берләшмәләре менән үҙ-ара эш итеү һәм тәрбиә буйынса кәңәшсе булып эшләй.
2016 йылда ул үҫеп килгән быуынды уҡытыуҙа һәм тәрбиәләүҙә өлгәшкән уңыштары өсөн Мәсетле районы мәғариф бүлеге грамотаһы менән билдәләнә.
Тормош иптәше менән улдары Данил һәм Артурҙы тәрбиәләйҙәр.
– Башҡортостанда уҡытыусыларҙың һөнәри кимәлен күтәреү һәм хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу маҡсатында уларға төрлө ярҙам саралары ғәмәлгә ашырыла. 2018 йылдың ноябренән бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһы, төбәк-ара олимпиадалар һәм конкурстар еңеүселәренә, призерҙарына, шулай уҡ уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларға республика Башлығының йыл һайын бирелгән премиялары, ә 2011 йылдан алып һәләтле балалар өсөн Мәсетле районы хакимиәте башлығы премиялары булдырылды, – ти Мәсетле районы мәғариф бүлеге начальнигы Илдар Ғәлимов.
Әйткәндәй, 2024 йылдың 1 сентябренән мәктәптәрҙә яңылыҡтар ҙа индерелде. Мәҫәлән, дәрестәрҙә кеҫә телефоны, планшет, смарт-сәғәт кеүек гаджеттар менән файҙаланырға ярамай, уҡытыусылар уҡыусыларға иҫкәрмәләр яһай ала, ғаилә ғилеме дәрестәре индерелә, дәрестәр балаларҙа мәктәп эскәмйәһенән ғаилә ҡиммәттәрен формалаштырыуға йүнәлтелә.
Шулай уҡ ғәҙәти “Тормош хәүеф-һеҙлеге нигеҙҙәре” дәресе урынына “Хәүефһеҙлек нигеҙҙәре һәм Тыуған илде һаҡлау” предметы индерелде, ул 5 – 11 кластарҙа өйрәнеләсәк. 1 – 9 класс уҡыусылары йәнә хеҙмәт дәрестәрендә шөғөлләнәсәк. Шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙең аграр субъекттарында – “Малсылыҡ” һәм “Үҫемлекселек”, индустриаль субъекттарҙа “Автоматлаштырылған системалар” модулдәрен өйрәнәсәктәр.
2 сентябрҙә райондың барлыҡ мәктәптәрендә яңы уҡыу йылы башланыуына арналған байрам линейкалары үтте. 2481 уҡыусы өсөн тәүге ҡыңғырау яңғыраны, 211 бала беренсе тапҡыр мәктәп тупһаһына аяҡ баҫты.
Екатерина ӘМИРОВА.