Беҙ уҙған уҡыу йылында йәнә химия буйынса республика олимпиадаһында призер булған (етәкселәре – Валентина Чебыкина, Рәмзиә Мөхөбуллина), БДИ-ны химиянан – 100 балға (Валентина Чебыкина), математиканан – 94 балға (Рәйсә Мофазалова), рус теленән 94 балға (Розалия Хорамшина) яҙған Адэлия Ҡәләмованың уңыштары менән ғорурланабыҙ.
Шулай уҡ Элина Сираева (рус теле, 91 балл, уҡытыусыһы – Розалия Хорамшина), Альбина Хәсәнова (инглиз теле, 82 балл, Лилиә Сибәғәтова), Дарья Медведева (йәмғиәтте өйрәнеү, 82 балл, Роза Һаҙыева) юғары балл йыйҙы. Лицейҙы тамамлаусы алты уҡыусы “Уҡыуҙа өлгәшкән айырым уңыштары өсөн” миҙалы менән наградланды: Адэлия Ҡәләмова, Айша Ғәйнанова – I дәрәжә, Рауил Әхмәтханов, Аделия Әфризунова, Дарья Медведева, Элина Сираева – II дәрәжә.
Лицей педагогтары уҡыусыларҙың төрлө предметтар буйынса яҡшы әҙерлеген тәьмин итә, һәләтле балалар менән төплө эш алып бара. Былтыр “Йондоҙлоҡ-2023” Бөтә Рәсәй балалар һәм йәштәр уҡыу-тикшеренеү проекттары олимпиадаһының республика этабында 11 “А” класс уҡыусыһы Тимур Шафиҡов “Программалау” номинацияһында өсөнсө урын яуланы, лицейҙың 10 “Б” класс уҡыусыһы Арыҫлан Сибәғәтов ҡатнашыусы дипломы менән бүләкләнде (Светлана Сибәғәтова).
10 “А” класс уҡыусыһы Динара Хәйруллина (Зөһрә Михайлова) һәм 7 “А” класс уҡыу-сыһы Юлиә Фәтихова (Лилиә Сибәғәтова) Нефтекама ҡалаһында үткән инглиз теле буйынса “I can speak” республика олимпиадаһының өсөнсө туры призерҙары булды.
8 “Б” класс уҡыусыһы Лилиана Миңләхмәтова тарих буйынса “Воробьев тауын яула” олимпиадаһының йомғаҡлау этабына барып еткән республиканан берҙән-бер уҡыусы булды. Ул Мәскәүҙә көндөҙгө турҙа (Роза Һаҙыева) ҡатнашты, һуңынан Любовь Корягина етәкселегендә Башҡортостан Республикаһының хоҡуҡ буйынса йыйылма командаһы ағзаһы булды. Шулай уҡ Лилиана – “Йәнле һүҙ-2024” республика йәштәр конкурсының I дәрәжә лауреаты (Татьяна Сычкина).
Лицей уҡыусылары “Златоусты народные” республика ауыҙ-тел ижады фестиваль-конкурсында ҡатнашты. Трофим Крючков – I дәрәжә лауреат, Артем Волков – II дәрәжә (Ольга Дәүләтшина), Екатерина Мусихина – II дәрәжә (Нина Ярушина), Рамаҙан Мөфлихунов – III дәрәжә (Ынйы Шәрипова), Дамир Дәүләтшин III дәрәжә (Татьяна Сычкина) лауреат булды.
Былар барыһы ла – лицей коллективының һәм уҡыусыларының уңыш күрһәткесе, ижади коллективтың уртаҡ хеҙмәт һөҙөмтәһе, хеҙмәттәшлек итеү, авторҙашлыҡ, дөйөм ижади һәм фәнни эҙләнеүҙәр емеше.