Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
23 Август , 09:25

Башҡортостан Белем көнөнә нисек әҙерләнә

Быйыл уҡыусылар өсөн каникул бер көнгә оҙағыраҡ: балалар яңы уҡыу йылын 1 сентябрҙән башламай, сөнки ул – ял көнө. Тәүге ҡыңғырау 2 сентябрҙә сыңлаясаҡ. Балалар таҙа, ремонтланған кластарға киләсәк. Хәҙер республикалағы мәктәптәргә, ғөмүмән, тотош мәғариф тармағына ҙур иғтибар бүленә.

Башҡортостан Белем көнөнә нисек әҙерләнә
Башҡортостан Белем көнөнә нисек әҙерләнә

Төҙөкләндерелгән мәктәптәр һаны буйынса алдынғыбыҙ
Мәғариф – властарҙың айырым хәстәрлегендәге өлкә. «Балаларыбыҙға һәр мәктәптә – төпкөлдә лә, ҡалаларҙағы яңы биҫтәләрҙә лә сифатлы белем һәм тәрбиә биреү өсөн бөтә шарттар булдырылыуы мөһим», – тине республика Башлығы Радий Хәбиров. Һуңғы йылдарҙа республикала белем биреүҙең асыҡлығын һәм һөҙөмтәлелеген арттырыу өсөн системалы эш башҡарылды: мәктәптәр төҙөлә, уларҙың матди-техник йыһазландырылыуы яҡшыра, уҡытыусылар һәм уҡыусылар өсөн дәртләндереү системаһы булдырыла, илдә иң яҡшы уҡытыу тәжрибәләре индерелә.
Республика етәкселеге мәктәптәрҙе ремонтлауға заявкалар биреү процесын үҙ контроленә алыу һөҙөмтәһендә федераль финанслау йәлеп итеү буйынса Башҡортостан алдынғылар рәтенә сыҡты. Әлеге ваҡытта республика төҙөлөш һәм мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау буйынса Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләй. 2019-2023 йылдарҙа төбәктә 777 мәктәп төҙөкләндерелгән. Шулай уҡ ҡайһы бер уҡыу йорттарында тәүге тапҡыр йылы бәҙрәфтәр барлыҡҡа килде, мейестәр яңыртылды, ашханалар һәм спорт залдары өр-яңы төҫ алды. Быйыл бер үк ваҡытта 31 мәктәптә ремонт бара, уларҙың алтауһы Белем көнөндә асыласаҡ, ҡалған 25-е – 2025 йылда. Ике йыл эсендә мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау һәм йыһазландырыу федераль программаһы буйынса республикала 140 бина яңыртылған, 2026 йылға был һан 214-кә етәсәк.
Мәктәп мәғарифы системаһын комплекслы яңыртыу республика тарихында тәүге тапҡыр уҙғарыла. Башҡортостан Башлығы ил Президентының башланғысына ярашлы булдырылған был программаның мөһимлеген бер нисә тапҡыр билдәләне.

Мәктәптәрҙә стоматология кабинеттары асылды
Республикала мәктәп медицина хеҙмәте әүҙем үҫешә. Белем усаҡтарында оҙаҡ ваҡыт эсендә тәүге тапҡыр стоматология кабинеттары барлыҡҡа килде. Уларҙың һаны буйынса ил төбәктәре араһында алдынғы урынды биләйбеҙ. Әле республика мәктәптәрендә 239 стоматология кабинеты эшләй, шуларҙың яртыһы «Сәләмәт йылмайыу» проекты буйынса асылды һәм заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылды.
– Былтырғы уҡыу йылында стоматологтар 290,7 мең уҡыусыны ҡараған. 67 меңгә яҡын бала ошонда уҡ, мәктәптәрҙә, санация процедураһын үткән. Етди проблемалары асыҡланғандарҙы махсус дауалауға ебәрәләр. Шуныһы мөһим: мәктәп стоматология кабинеттарында уҡытыусыларға ла ярҙам итәләр. Уҙған йылда бында 5130 уҡытыусы ҡабул ителгән, – тигән мәғлүмәттәр килтерә төбәктең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Етәкселек 500-ҙән ашыу бала уҡыған һәр мәктәпте заманса стоматология кабинеттары менән йыһазландырыу бурысын ҡуя.

Иң яҡшы педагогтар өсөн гранттар
Яңы, заманса йыһазландырылған мәктәптәр балаларға шатлыҡ бүләк итеп кенә ҡалмай, үҙҙәренә педагогтарҙы ла йәлеп итә. Уҡытыусыларҙы дәртләндереү өсөн республикала төрлө ярҙам саралары әҙерләнде. Уларға премиялар, хеҙмәт хаҡына өҫтәмәләр һәм юғары эш һөҙөмтәләре өсөн баш-ҡа матди дәртләндереү саралары бирелә. Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырған уҡыусылар әҙерләгән педагогтарға – 50 мең һум, ә уҡыусыларға, Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарының береһенә уҡырға ингән осраҡта, 150 мең һум күләмендә республика Башлығы премияһы ҡаралған.
2019 йылда республика етәксеһенең башланғысына ярашлы, йәш ауыл уҡытыусылары өсөн 690-шар мең һумлыҡ 100 грант булдырылды. Былтыр уларҙың һаны 150-гә етте. Педагогия йүнәлешендәге вуз йәки колледжды тамамлаған йәш белгестәргә биш йыл дауамында ай һайын 3450 һум өҫтәмә аҡса түләнә.

Күп балалы ғаиләләргә социаль ярҙам
2024 йылдың 1 сентябренән Башҡортостанда барлыҡ ишле ғаиләләрҙәге уҡыусыларға ҡала транспорты менән бушлай файҙаланырға мөмкинлек биргән закон үҙ көсөнә инә. Ял көндәренән, байрамдарҙан һәм каникулдарҙан тыш, уҡыу көндәрендә 1 сентябрҙән 31 майға тиклем балалар бушлай йөрөү хоҡуғынан файҙалана ала. Бының өсөн уларға уҡыусы картаһы йәки «Алға» картаһы талап ителә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ғаилә ишле ғаилә тип иҫәпләнә. Социаль ярҙам сараһы менән өлкән балаһы 18 йәшкә етмәгән (әгәр юғары уҡыу йортонда уҡыһа, 23 йәше тулмаған) ғаиләләр файҙалана ала.
Шулай уҡ өс һәм унан да күберәк балиғ булмаған бала тәрбиәләгән аҙ тәьмин ителгән ишле ғаиләләр мәктәп формаһы һатып алыуға компенсацияға хоҡуҡлы. Бының өсөн ғариза, ата-әсәнең паспорттары, балаларҙың тыуыу тураһында таныҡлыҡтары һәм паспорттары, мәктәп формаһы һатып алыуҙы раҫлаған чектар, Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге филиалынан ғаиләгеҙҙең аҙ тәьмин ителгән булыуы тураһында белешмә (райондарҙа бындай белешмәне күп функциялы үҙәктә алырға мөмкин) кәрәк.
Ғаризаны һәм документтарҙы 2024 йылдың 1 октябренә тиклем балалар уҡыған мәктәпкә тапшыралар. Компенсацияның максималь суммаһы 4489 һум тәшкил итә. Бындай ярҙамды ике уҡыу йылына бер тапҡыр алырға мөмкин.

Автор: