Мәсетле тормошо
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
23 Май , 10:00

2024 йылда республика мәктәптәрен тамамлаусыларҙы мөһим яңылыҡ көтә

2024 йылдан Башҡортостандың сығарылыш уҡыусыларына алтындан тыш, көмөш миҙалдар ҙа тапшырыла башлай. Мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары Светлана Антипина Республика менән идара итеү үҙәгенән «Сәләм» тапшырыуына тура бәйләнеш ваҡытында ошо хаҡта һөйләне.

2024 йылда республика мәктәптәрен тамамлаусыларҙы мөһим яңылыҡ көтә
2024 йылда республика мәктәптәрен тамамлаусыларҙы мөһим яңылыҡ көтә

Һүҙ тик «бишле» билдәләренә торған аттестат алған уҡыусылар хаҡында бара.

Эксперт мәғлүмәттәре буйынса, быйыл республикала бөтәһе 51 мең туғыҙынсы һәм 15,5 мең ун беренсе класс уҡыусыһы дәүләт аттестацияһына әҙерләнә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан мәктәптәрендә Һуңғы ҡыңғырау 24 майҙа яңғырай, һуңынан имтихандар башлана.

Фото

Авторҙар:Иван ВавиловАльмира Давлетбаева
 
Автор: