Йәйге каникул ваҡытында 3 июндән 23 июнгә тиклем лицейҙа – 240 бала, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә – 45 тәрбиәләнеүсе, Башҡорт гимназияһында – 120 бала, Пионерҙар һәм уҡыусылар йортонда – 30 бала, Ләмәҙтамаҡ мәктәбендә – 50 бала, Түбәнге Бобин мәктәбендә – 65, Абдуллала – 20, Ҡорғатта 20 бала ял итәсәк.
Башҡорт гимназияһында урынлашҡан “Ҡарлуғас” балалар сәләмәтләндереү лагерында 130 баланы ике заезда сәләмәтләндереү планлаштырыла. Бер балаға юлламаның хаҡы тәүлегенә 1190 һум тәшкил итәсәк. Дөйөм хаҡы – 24990 һум.
Мәсетле ата-әсәләре менән балалар өсөн шифаханаһында 130 баланы (юллама хаҡы – 33600 һум), шулай уҡ 40 етем һәм опекаға алынған баланы һауыҡтырыу күҙаллана. Дүрт заезд ойошторола: 3 июндән 23-енә тиклем, 26 июндән 16 июлгә тиклем, 19 июлдән 8 авгусҡа тиклем, 11 августан 31-енә тиклем.
Шулай уҡ лицейҙа хеҙмәт һәм ял лагерҙары ойошторола, унда 30 бала йәлеп ителәсәк. Башҡорт гимназияһы базаһында – 25 бала, Ләмәҙтамаҡ мәктәбендә – 18, Түбәнге Бобин мәктәбендә – 15, Абдуллала – 5 бала.
Уҡыусылар өсөн 19 күп көнлөк, 40 ял көнө походы һәм дүрт экскурсия планлаштырылған.
Мәсетле районынан етем балаларҙы һәм тәрбиәгә алынғандарҙы ял иттереү һәм сәләмәтләндереү өсөн 999600 һум аҡса бүленгән (юлламалар һаны – 40).
Ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларҙың ялын ойоштороуға һәм уларҙы һауыҡтырыуға 1424400 һум аҡса бүленгән (юлламалар һаны – 57).
Яҙғы каникулда һауыҡтырыу лагерҙарында 190 бала ял иткән, 142709 һум сарыф ителгән.