Мәсетле тормошо
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
9 Февраль , 14:20

Яҡташтарыбыҙҙың Мәскәүҙәге уңышлы сығышы

2 – 4 февралдә Мәскәүҙә бөйөк ғалимдың тыуыуына 190 йыл тулыуға арналған Д. И. Менделеев исемендәге Бөтә Рәсәй ғилми-тикшеренеү эштәре конкурсы уҙҙы.

Яҡташтарыбыҙҙың Мәскәүҙәге уңышлы сығышы
Яҡташтарыбыҙҙың Мәскәүҙәге уңышлы сығышы

Конкурста Оло Ыҡтамаҡ Башҡорт гимназияһынан биология уҡытыусыһы Эльвира Дистанова, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ләйсән Абдулхаева, уҡыусылар Рита Мөхтәрова, Лиана Ишбулатова, Аделя Мөфлиханова, Дыуан-Мәсетле мәктәбенән химия уҡытыусыһы Гөлнара Ғәлиева һәм уның уҡыусыһы Аделина Әлхәйҙәрова составындағы делегация ҡатнашты.
Уҡыусыларыбыҙҙың тикшеренеү проекттары тәҡдим ителгән 4500 эш араһынан һайлап алыу турын үтте һәм улар етәкселәре менән бергә конкурстың төп турында ҡатнашыуға саҡырыу алды.
Мәскәүгә илдең 63 төбәгенән 1200-ҙән ашыу уҡыусы барҙы. 2 февралдә сараны асыу тантанаһы уҙҙы, артабан предмет секциялары буйынса теркәлделәр. Бөтәһе 22 секция ойошторолдо, уларҙың һәр береһендә 40-лаған уҡыусы ҡатнашты. Йәш мәсетлеләр “Әҙәбиәт”, “Химия”, “Биология һәм ауыл хужалығы” секцияларында сығыш яһаны.
3 февралдә бәйгеселәр профессиональ жюри алдында үҙ эштәрен һәм проекттарын тәҡдим итте. Секцияларҙа эштәрҙе яҡлау иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 5-кә тиклем барҙы.
Икенсе көндө йомғаҡ яһалды һәм еңеүселәр бүләкләнде. Лиана Ишбулатова, Аделя Мөфлиханова һәм Аделина Әлхәйҙәроваға финалға сығыусы дипломы һәм “Йәш тикшеренеүсе” миҙалы тапшырылды. Рита Мөхтәрова бронза миҙалға һәм кубокка, шулай уҡ III дәрәжә дипломға лайыҡ булды. Уҡытыусыларға финалсыларҙы әҙерләгән өсөн грамоталар һәм рәхмәт хаттары тапшырылды.
Конкурсты ойоштороусылар мәҙәни программаны ла уйлаған. Конкурсанттар ВДНХ комплексындағы күргәҙмәне ҡараны, Рәсәй Армияһы театрында “Бүреләр һәм һарыҡтар” спектакленә барҙы, ә буш ваҡыттарында Измайлов Кремлендә һәм Ҡыҙыл Майҙанда булды.
Бөтә Рәсәй кимәлендәге сарала ҡатнашыу һәм Мәскәүгә сәфәр балаларҙа һәм педагогтарҙа онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Мәсетле районы мәғариф бүлеге.

Һүрәттә һулдан уңға: А. Мөфлиханова, Л. Ишбулатова, Л. Абдулхаева, Р. Мөхтәрова, Э. Дистанова

Автор: