Быйыл ҙур сара Мәсетле районының 15 педагогын берләштерҙе: 10 уҡытыусы – “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-2024”, 5 тәрбиәсе “Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы педагогы-2024” конкурсында ҡатнашты. Педагогтар дәрес күрһәтте, үҙ дәресенә анализ яһаны, тәрбиәләнеүселәр менән дәрес уҙғарҙы, шулай уҡ дәрестән тыш сара ойошторҙо. Ә финалға сығыусылар өҫтәмә оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.
“Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы педагогы-2024” район конкурсында Ҡорғат ауылының “Сулпан” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Әлфиә Рәхмәтуллаева еңеү яуланы. Оло Ыҡтамаҡ ауылының “Ромашка” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Наилә Хәйретдинова – икенсе урында, Оло Ыҡтамаҡ ауылының “Миләш” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Эльвира Әхмәтова – өсөнсөлә.
“Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-2024” республика конкурсының муниципаль этабында Оло Ыҡтамаҡ Башҡорт гимназияһының йәшәү эшмәкәрлеге хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы Мансур Шәрипов еңеү яуланы. Оло Ыҡтамаҡ лицейының башланғыс кластар уҡытыусыһы Эльмира Сафина “Профессиональ һәм ижади үҫеш” номинацияһында еңеүсе тип билдәләнде; Яңы Мөслим урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Илүзә Ғәлимова – “Педагогик өмөт” номинацияһында; Яңы Мөслим урта дөйөм белем биреү мәктәбенең математика уҡытыусыһы Лира Әхмәрова – “Һөнәргә тоғролоҡ” номинацияһында; Оло Ыҡтамаҡ лицейының математика уҡытыу-сыһы Анастасия Әғзәмова – “Йәш уҡытыусы” номинацияһында.
Ләйсән АБЗАНОВА.