Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
13 Декабрь 2023, 09:40

Яҙыусы яҙмышы

12 декабрҙә шағир, әҙәбиәт белгесе, РФ һәм БР Яҙыусылар союзы ағзаһы Рауил Бикбаевтың тыуыуына 85 йыл тула.

Яҙыусы яҙмышы
Яҙыусы яҙмышы

Рауил Төхвәт улы Бикбаев 1938 йылдың 12 декабрендә Ырымбур өлкәһенең Покровка районы (хәҙерге Переволоцк районы) Үрге Ҡунаҡбай ауылында тыуған. Күрше Ғәбдрафиҡ ауылындағы ете йыллыҡ мәктәпте, Аҡ-Болаҡ педагогия училищеһын, 1962 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. Аҙаҡтан аспирантурала уҡый.
1965 йылдан башлап СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында әҙәбиәт бүлегенең ғилми хеҙмәткәре булып эшләй. Филология фәндәре докторы.
“Заманса башҡорт поэмаһы” темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын, һуңыраҡ докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1995 йылдан 2011 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, шулай уҡ Рәсәй Яҙыусылар союзы идараһы секретары һәм рәйестәше була.
2008 – 2013 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай-ҙың Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты рәйесе. Ғүмер буйына Рауил Бикбаев шиғри эште, фән менән шөғөлләнеүҙе күп яҡлы әҙәби һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге менән уңышлы берләштерә. Ул башҡорт телен, әҙәбиәтен, фәнни фекерен һәм дәүләтселеген үҫтереүгә ҙур өлөш индерә.
Рауил Төхвәт улы ижади эшмәкәрлек менән студент йылдарында шөғөлләнә башлай. 1962 йылда “Ағиҙел” журналында уның “Вокзал” исемле тәүге поэмаһы баҫылып сыға, унда ул үҙен өлгөргән, үҙенсәлекле, лирик-фәлсәфәүи донъяны тойған талантлы шағир итеп таныта. Вокзал образында ил һәм бәләкәй тыуған ил, ауыл, тыуған усаҡ, күршеләр, һуғыш осороноң бөтә ауырлыҡтарын күтәргән быуын яҙмыштары һынландырыла. Был вокзалдан ирен һуғышҡа, ә хәҙер улын армияға оҙатҡан ҡатындың яҙмышы ла сағыла. “Вокзал” поэмаһында тәүге тапҡыр ҡуйылған һуғыш темаһы Рауил Бикбаев ижадында төп темаларҙың береһе булып ҡала. 1964 йылда “Дала офоҡтары” исемле тәүге шиғырҙар китабы донъя күрә, артабан уға шиғриәт донъяһында ла, фән донъяһында ла танылыу килтергән башҡа әҫәрҙәре сыға.
Ул – йөҙҙән ашыу поэтик, әҙәбиәт ғилеме, ғилми-тикшеренеү эштәре һәм китаптар авторы. Шағир ижадына фекерләү, тормош күренештәрен философик дөйөмләштереүгә ынтылыш хас. Замандың киҫкен проблемалары “Халҡыма хат” (1982) шиғри монологында, “Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ!” (1989 йыл), “Баҙар балтаһы” (1993 йыл) поэмаларында сағылыш таба. Бикбаевтың поэтик теле сағыу образлылыҡ, нескә психологик фекерләү һәм үҙенсәлекле символика менән айырылып тора. Шағир шиғриәттә эпик жанрҙар үҫешенә ҙур өлөш индерә.
Ғалим-тикшеренеүсе булараҡ уны һәр ваҡыт замандаштарының, ата-бабаларҙың шиғри һәм рухи донъяһы, башҡорт шиғриәте һәм әҙәбиәте үҫешенең көнүҙәк проблемалары ҡыҙыҡһындыра. Ул хәҙерге башҡорт шиғриәте, фәлсәфәүи лирика буйынса тикшеренеүҙәр баҫтырып сығара: “Ваҡыт. Шағир. Халыҡ” (1986 йыл), “Хәҙерге башҡорт шиғриәте эволюцияһы” (1991), “Шәйехзада Бабич. Тормошо һәм ижады” (1995), “Шағир һүҙе – шағир намыҫы” (1997) – Өфөлә генә түгел, Мәскәүҙә лә нәшер ителгән әҙәбиәт ғилеме һәм әҙәби тәнҡит буйынса ғилми тикшеренеүҙәренең тулы булмаған исемлеге шундай.
Бикбаевтың айырым әҫәрҙәре немец, төрөк, украин, ҡаҙаҡ, яҡут, сыуаш, ҡарағалпаҡ, алтай һәм башҡа телдәргә тәржемә ителгән. Рауил Төхвәт улының эштәре һәм китаптары донъяның төрлө илдәренең ҙур китапханаларында, шул иҫәптән АҠШ Конгресы китапханаһында һаҡлана.
Рауил Төхвәт улы Бикбаевтың мәҡәләләре, сығыштары, интервьюлары ингән “Йыл кешеһе” (2003 йыл) китабында яңы Башҡортостандың рухи ҡиәфәте лә, замандаштарыбыҙҙың ҡатмарлы рухи эҙләнеүҙәре лә, егерменсе быуаттың икенсе яртыһында һәм яңы мең йыллыҡ башында диалектик берҙәмлектә, көрәштә айырылғыһыҙ үрелеп барған тормошобоҙҙоң көнүҙәк проблемалары ла сағылыш тапты.
1990 – 2000 йылдарҙа Рауил Бикбаев күп сәйәхәт итә, башҡорт әҙәбиәтен АҠШ-та, Францияла, Төркиәлә, Көньяҡ Кореяла, Германияла, БДБ илдәрендә күрһәтә. Шағирҙың сәфәре сәйәхәттәр китабын тәшкил иткән “Сәфәрҙәргә сығам сәхәрҙәрҙән” (2002 йыл) юл яҙмаларында сағылыш таба. Был – башҡорт әҙәбиәте өсөн яңы жанр.
1999 йылдың июнендә Рауил Бикбаевҡа “Өфө ҡалаһының почетлы гражданы” исеме бирелә. 2007 йылда уны Башҡортостан Республикаһы Президенты Советы ағзаһы итеп тәғәйенләйҙәр. 2008 йылда Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты итеп һайлана, унда Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитетты етәкләй. 2008 – 2013 йылдарҙа төбәк парламенты депутаты, профилле комитет рәйесе сифатында закондар сығарыу акттарын әҙерләүҙә һәм камиллаштырыуҙа әүҙем ҡатнаша.
Бикбаевтың 2013 йылда донъя күргән “Башҡортостан тураһында дастан” публицистик китабында яҙыусы һәм ваҡыт, яҙыусы һәм әхлаҡтың үҙ-ара бәйләнеше, хәҙерге әҙәбиәттең үҫеш юлдары проблемалары сағылыш тапты.
Рауил Бикбаев Рәми Ғариповтың мираҫын өйрәнеүгә һәм һаҡлауға ҙур ғилми өлөш индерә, ул Мостай Кәрим, Зәйнәб Биишева, Заһир Исмәғилев, Әмир Абдразаҡов һәм башҡа күренекле башҡорт мәҙәниәт эшмәкәрҙәренең хәтерен мәңгеләштереүгә әүҙем булышлыҡ итә.
Рауил Төхвәт улы тиҫтәләгән йылдар буйына телгә алыу тыйылған Шәйехзада Бабичтың яҡты исемен башҡорт мәҙәниәтенә кире ҡайтара.
Ул 2019 йылдың 23 апрелендә 80 йәшендә ҡаты ауырыуҙан һуң вафат була.
Рауил Бикбаевтың яҡты исеме һәм иҫтәлеге, мәҙәни, ижади һәм фәнни мираҫы мәңгеләштерелгән. Башҡортостан Республикаһы һәм Ырымбур өлкәһендә төрлө мемориаль таҡтаташтар асылды, шағир хөрмәтенә парктар аталды, шулай уҡ Рауил Бикбаев иҫтәлегенә төрлө саралар уҙғарыла.
Нурания ӘБДРӘХИМОВА
әҙерләне.

Автор: