Мәсетле тормошо
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
11 Декабрь 2023, 14:55

Уҡытыусым тураһында иҫтәлектәр

Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбендә эшләгән, беҙгә төплө белем, аҡыллы кәңәштәр, тормош һабаҡтары биргән ҡәҙерле уҡытыусыларыбыҙҙы һәр саҡ хөрмәтләп иҫкә алабыҙ. Минең күңелемдә лә хөрмәтле уҡытыусым, остазым, класс етәксем Сания Хафиз ҡыҙы Ҡылысбаева тураһында яҡты иҫтәлектәр һаҡлана.

Уҡытыусым тураһында иҫтәлектәр
Уҡытыусым тураһында иҫтәлектәр

Сания Ҡылысбаева (Ғәзизова) 1925 йылда Салауат районы Малаяҙ ауылында күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Матур тәбиғәтле, бөйөк батырыбыҙ Салауат ерендә тыуып үҫкәнгәлер, ул кесе йәштән үк ҡыйыу ҙа, сая ла була. Атаһы Хафиз ағай бик оҫта йырлай. Ҡыҙы ла уға оҡшап йырларға ярата. Атаһы башҡарған һәр йырҙы тиерлек отоп алып, клубта үткәрелгән кисәләрҙә йырлап бар халыҡты таң ҡалдыра. Уңған, сая ҡыҙ уҡырға ла бик иртә өйрәнә. Мәктәп йылдарында алдынғылар сафында була. Малаяҙ ауылында урта мәктәпте тамамлағас, һуғыш йылдары, йәшәү шарттары ауыр булыуға ҡарамаҫтан, Өфөләге К. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлегенә уҡырға инә. Бөтә тырышлығын һалып башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәрен тәрәндән өйрәнә. Әҙәби түңәрәктә, кисәләрҙә әүҙем ҡатнаша. 1947 йылда ҡулына уҡытыусы дипломын алғас, юллама буйынса Мәсетле районының Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эш башлай.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла, унан һуң да мәктәптәрҙә юғары белемле уҡытыусылар етешмәй, бигерәк тә математика, рус теле, башҡорт теле уҡытыусылары. Сания Хафиз ҡыҙы мәктәптә тәүге көндән алып ныҡлап эшкә тотона. Һуғыш йылдарында уҡыуға һыуһаған балалар педагогты беренсе көндән үк үҙ итә, уның дәрестәрен көтөп алалар.
1949 йылда Сания Ҡылысбаеваға уҡыууҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары вазифаһын йөкмәтәләр. Ә 1953 йылда, уны мәктәп директоры итеп тәғәйенләгәс, белем усағының эшмәкәрлеге бөтөнләй икенсе йүнәлеш ала. Уҡытыу системаһы ла үҙгәрә. Ләмәҙтамаҡҡа төрлө ауылдарҙан балалар белем алырға килә. Юғары белемле уҡытыусылар һаны ла арта. Алыҫ ауылдар-ҙан килгән уҡыусылар өсөн интернат асыла. Мәктәптә хеҙмәт дәрестәре индерелә, ДТ тракторы, комбайн, йөк машинаһы бирелә. Уҡыусылар урта белемдән тыш тракторсы һөнәрен дә үҙләштерәләр. Мәктәп яны баҡсаһында күпләп йәшелсә, емеш-еләк, картуф, ашлыҡ үҫтерәләр. Уҡыусыларҙың белем кимәле лә бермә-бер күтәрелә. Мәктәпте миҙалға тамамлаусылар, вузға инеүселәр һаны арта.
Был уңыштар үҙ-үҙенә талапсан, ныҡлы ихтыярлы, коллектив менән оҫта эш итә белгән Сания Хафиз ҡыҙының эш һөҙөмтәһе була. Ул уҡытҡан кластарҙа балалар тырышып уҡый, түңәрәктәрҙә, кисәләрҙә ҡатнаша, шиғырҙар, хикәйәләр, әкиәттәр ижад итә. Мәҫәлән, уның уҡыусыһы Рәшит Әхтәров – шағир, сәсән, бер нисә китап авторы. Районыбыҙҙа Рәшит Әхтәри исемендәге премия булдырылған. Шулай уҡ Ризван Хажиев – журналист, публицист, яҙыусы; Марат Ғафаров – крайҙы өйрәнеүсе, тарихсы, йәмәғәт эшмәкәре; Йәүһәрә Санбашева – РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
Сания апай уҡыусыларҙың ныҡлы белемле, ә педагогтарҙың көслө, һәләтле булыуы өсөн тырышты, үҙенең уҡыусыларында тормошҡа алдынғы ҡараш, үҙаллылыҡ тәрбиәләне. Һәр балаға шәхес итеп ҡараны, тыуған илде, эште яратырға өйрәтте.
Остазыбыҙҙың намыҫлы эше һәр саҡ юғары баһаланды: “Социалистик ярышта еңеүсе”, “Рәсәй мәғарифы отличнигы” (1977) билдәһе менән наградланды, Башҡортостан Мәғариф министрлығының почет грамоталарына, “Хеҙмәт ветераны” (1980), “1941 – 1945 йылдарҙа фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн”, “Бөйөк Еңеүгә – 50 йыл” миҙалдарына лайыҡ булды.
Сания Хафиз ҡыҙы етәкселегендә уҡытыусыларҙың эш тәжрибәләрен өйрәнеү, уҡытыу-тәрбиә эшендә алдынғы алымдарҙы файҙаланыу буйынса ҙур эш башҡарылды. Ул йәмәғәт эштәрендә лә ҡайнап йәшәне: агитатор, пропагандалаусы, ҡатын-ҡыҙҙар советы етәксеһе булды. Бер нисә тапҡыр ауыл советы депутаты итеп һайланды. Ата-әсәләрҙең, ауыл халҡының эше, көнкүреше менән даими танышып барҙы, кәрәк саҡта ярҙам ойошторҙо. Үҙенең аҡыллы кәңәштәре менән һәр ваҡыт ауылдаштарына, йәш ғаиләләргә ярҙам итте.
Ләмәҙтамаҡ мәктәбенең физика уҡытыусыһы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Фердинанд Әкрәм улы менән татыу ғаиләләрендә дүрт бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Фердинанд Әкрәм улы оҙаҡ йылдар мәктәп директоры булып эшләне. Оло ҡыҙҙары Әлфиә Өфө ҡалаһында йәшәй, банк хеҙмәткәре булып эшләп хаҡлы ялға сыҡты. Фирҙәүес Фердинанд ҡыҙы хеҙмәт юлын Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбендә башлай: балаларға физика фәненән белем бирә. Ата-әсәһенең ойоштороу һәләте уға ла күскән. Ул ун йылдан ашыу мәктәп коллективын етәкләй. Мәктәптең абруйлы һәм оҫта етәксеһе, талантлы ойоштороусыһы Фирҙәүес Фердинанд ҡыҙының тынғыһыҙ хеҙмәте юғары баһаланды. Ул “Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы” исеменә лайыҡ булды. Ҡылысбаевтар династияһының педагогик хеҙмәт стажы 130 йылдан ашыу.
Һөнәр һайлағанда Сания Хафиз ҡыҙы миңә кәңәштәре менән ярҙам итте. Ғүмеремде мәғарифҡа, балалар тәрбиәләүгә арнағаныма һис үкенмәйем һәм бының өсөн уҡытыусыма, остазыма рәхмәтлемен.
Сания Хафиз ҡыҙының ата-әсәләр, уҡыусылар, ауыл халҡы араһында һәр ваҡыт аб-руйы ҙур, һүҙе үтемле булды. Уҡытыусыларҙың уҡытыу-сыһы, ысын кәңәшсеһе ине ул.

Уҡыусыһы Мәрйәм Дилмөхәмәтова:
– Сания Хафиз ҡыҙы беҙгә кәңәшсе лә, дуҫ та, ярҙамсы ла булды. Беҙ уның дәрестәрен түҙемһеҙлек менән көтөп ала инек. Мәктәптә өлгөрә алмаһаҡ, өйөнә барып альбомдар, стена гәзиттәре сығарҙыҡ. Ул беҙгә һәр яҡтан өлгө булды.

Гөлназ ЙӘНТҮРИНА,
Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбенең башҡорт теле һәм
әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Автор: