Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
18 Октябрь 2023, 09:15

Һәр яҡлап маһир

Һағынып киләм көн дә мәктәбемде,Изге йорттай тарта үҙенә.Ысын кеше булыуҙарын теләп,Бағам уҡыусымдың күҙенә.(Мөнирә Мәүлитбаева). Бына 26-сы йыл һәр иртә шау-шыулы яҡты киләсәге менән үҙенә тартып торған эшенә ашыға Алия Вәғиз ҡыҙы Хәйерзаманова. Йырҙарҙа йырланған зифа ҡайындар араһынан үтә юлы. Ошо гүзәллеккә үҙе лә һоҡланып туймай, балаларҙа ла һөйөү, эшсән ауыл халҡына ла хөрмәт уятыу юлдарын, дәрес планын, маҡсатын барлап, атлай.

Һәр яҡлап маһир
Һәр яҡлап маһир

Ул 1977 йылда Һөләймән ауылында тыуып үҫә. 9-сы синыфтан һуң данлыҡлы Рәми Ғарипов исемендәге Өфө интернат-мәктәбен тамамлай. Бында ҡыҙыҡлы осрашыу кисәләре, тиҫтәләрсә түңәрәктәр гөрләп тора. Белем алыуға көслө теләкле ҡыҙ һәр минутын файҙалы үткәрә – бик күп түңәрәктәргә йөрөй. Мәҙәни һәм кластан тыш сараларҙың уртаһында ҡайнай. Ул йылдарҙың хәтирәләрен әле лә йөрәк түрендә һаҡлай.
Мәсәғүт педколледжын уңышлы тамамлап, 1996 йылда Йонос урта мәктәбендә эш башлай. Был осорҙа илдә ҙур үҙгәрештәр бара. Донъяла иң алдынғы СССР-ҙағы белем биреү сис- темаһы юҡҡа сыҡты. Ҡағыҙға күмелеп ултыра торған, йәнле аралашыуҙан мәхрүм тест, БДИ, компьютер килеп инде. Алия Вәғиз ҡыҙы курстарҙа уҡып ҡайтты һәм бар коллективты тиҙ арала эш итергә өйрәтте. Ауылдаштары ла уға мөрәжәғәт итте. Физика, информатика уҡытыусыһы Ризуан Урал улы йәш уҡытыусының зирәклегенә һоҡланыуын әйтә килде. Минең менән әңгәмә мәлендә лә 6-7 кешегә ярҙам һәм кәңәш биреп өлгөрҙө.
2004 йыл Көнсығыш иҡтисад, гуманитар фәндәр институтында “Башланғыс кластар уҡытыусыһы” һөнәренә, 2016 йылда хәҙерге академик белем биреүҙең Мәскәү институтында “Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” һөнәренә өҫтәмә белем алды. Заманса технология, методикалар нигеҙендә дәрестәрен төрләндерә, һанлы һәм электрон белем биреү ресурстарын, интерактив таҡта файҙалана. Электрон көндәлек һәм журналды ваҡытында тултырып бара. Программаларҙы үҙе төҙөп, уҡыусыларҙың үҙ аллы эшен оҫта ойоштора. Белем кимәлдәрен контролләүҙә электрон формулалар – ИКТ ҡуллана. Педагогтың тырыш хеҙмәте яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә, белем сифаты, өлгәш прогрессив үҫә бара. Ковид мәлендә дистанцион белем биреүҙә лә һынатманы Алия апабыҙ. Тиҫтәләгән конкурс, асыҡ дәрестәр, оҫталыҡ дәрестәре үткәреп яҡшы баһа һәм сертификаттар алыуға иреште. Дәрестәре инфо-дәрестәр сайтында сыҡты.
Уҡыусылары Гөлфиә Абдулхакова, Аделина Мөхәмәтйәнова, Аделина Зарипова Бөтә Рәсәй “Дельфиненок” конкурсында әүҙем ҡатнашалар. Уҡыусылары – районда үткән “Республикамды данлайым” иншалар конкурсы, ҙур этнографик диктант призерҙары.
Алия Вәғиз ҡыҙының ижади шәхес булыуы класс етәкселегендә лә асыҡ күренде. Ата-әсәләр, педколлектив менән бәйләнештә барҙы патриотик, рухи, әхлаҡи, сәләмәт йәшәү рәүешен тәрбиәләү, экскурсиялар һәм турпоходтар. Класта бер-береңә кәмһетеп ҡарау, тәкәбберлек кеүек негатив ҡараштарға юл ҡуймай, тормошҡа позитив ҡараш тәрбиәләү уның маҡсаты.
Уҡыусылары райондың Йәштәр үҙәге, ауыл мәҙәниәт йорто, китапханаһы менән бәйләнеште өҙмәй, мәктәптә, районда үткән конкурстарҙа, спорт ярыштарында ҡатнашып диплом һәм бүләктәргә лайыҡ булалар.
Хеҙмәт тәрбиәһе лә әһәмиәтле, педагог ата-әсәләргә лекциялар уҡый, баланың уҡыуын белдереп, өйҙәренә йөрөп сыға. Ватанды һаҡлаусылар көнө, 8 Март, Яңы йыл байрамдары, класта ремонт эштәре ата-әсәләр ярҙамы менән үтә.
2019 йылдан директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре ярҙамсыһы. Мәктәп администрацияһы уның эшен юғары баһалай. Уҡыу программалары үтәлешен белем стандарттарына ярашлы булыуын контролдә тотоу, методик эш, предмет конкурстарын планлаштырыу – барыһына ла өлгөрә, ваҡытында үтәй.
Программалары аңлы дисциплина, белем алыуға ынтылыш уята. Төрлө үҫеш кимәлендәге уҡыусылар ҡәнәғәтләнерлек.
– Беҙҙең завуч бик яуаплы, талапсан, балаларҙың яратҡан остазы. Эшен яҡшы белә, компетентлы белгес. Яғымлы, алсаҡ, ярҙамсыл, бик етеҙ, зирәк, аҡыллы, һылыу ҡатын, – ти хеҙмәттәштәре.
Профсоюз ойошмаһының әүҙем ағзаһы. Үтеп торған шахмат ярыштары, Бөтә Рәсәй этнографик диктант (100-ҙән 81 балл) призеры. Ауылдың йәмғиәт тормошонан ситтә ҡалмай, депутат вазифаһын да башҡарҙы.
Күп йыллыҡ тырыш хеҙмәте өсөн Алия Вәғиз ҡыҙы быйыл район хакимиәтенең Почет грамотаһына лайыҡ булды.
Тынғыһыҙ эшендә тормош юлдашы Рафиҡ Рәсүл улы – терәк һәм таяныс. Тәү күреүҙә йөрәк түренән урын ала буласаҡ кәләше. Һөйөү гөлдәре – биш балалары үҫеп, ата-әсәне һөйөндөрөп тора. Ҡыҙы Рәлиә – фельдшер, әле эшләп йөрөй. Улы Рәфис – атаһы кеүек етди, эшсән егет, М. Аҡмулла исемендәге пединститут студенты. Өй биҙәге Наҙгөл, Ынйы, Альбина – уҡыу алдынғылары, мәктәптә үткән концерт, төрлө сараларҙа ҡатнашып, камиллыҡҡа ынтылып үҫәләр.
Сәғиҙә МӨХӘРӘМОВА,
Йонос ауылы.

Автор: