Мәсетле тормошо
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
9 Октябрь 2023, 10:35

“Уҡытыусы – үҙе янып, бүтәндәргә яҡтылыҡ һибеүсе шәм ул...”

Халыҡ-ара уҡытыусылар көнө уңайынан “Башҡортостан” гәзите “Тел һаҡсылары” конкурсы иғлан иткәйне. Ҡатнашыусылар араһында беҙҙең район педагогы ла бар.

“Уҡытыусы – үҙе янып, бүтәндәргә яҡтылыҡ һибеүсе шәм ул...”
“Уҡытыусы – үҙе янып, бүтәндәргә яҡтылыҡ һибеүсе шәм ул...”

Гөлнара Марат ҡыҙы Ҡыйғы районының Йосоп ауылында тыуып үҫкән. Зәйнәп һәм Марат Шафиҡовтарҙың ғаиләһендә өсөнсө бала була ул. 1984 йылда Йосоп урта мәктәбен тамамлай һәм шул уҡ йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инә.
– Уҡытыусы һөнәренә бәләкәстән ғашиҡ инем, сөнки ике туған Флүрә апайым менән Ғималетдин еҙнәм уҡытыусы булды. Улар шундай һөйкөмлө һәм ҡарап туйғыһыҙ инеләр. Үкенескә ҡаршы, еҙнәм гүр эйәһе инде. Флүрә апайым әле лә әүҙем, ауылда ойошторолған ағинәйҙәр ойошмаһының етәксеһе. Бер туған Гөлшат апайым менән Айгөл һеңлем дә уҡытыусы һөнәрен һайланы, – ти Гөлнара Абдрахманова.
1989 йылда институт тамамлағас, Гөлнара Марат ҡыҙы яҙмышын Мәсетле районының Яңы Яуыш ауылы егете Иҙрис Абдрахманов менән бәйләй. Уларҙың татыу, эшһөйәр ғаиләһендә алты ул – Илмир, Илнар, Айнур, Азат, Иҙел һәм Илнур үҫә. Балаларын да үҙҙәре кеүек хеҙмәт яратыусан, үҙ-ара дуҫ-татыу, туған йәнле итеп үҫтерә Абдрахмановтар.
Тормош ғаилә, эш бәхете менән ҡыуандырыуҙан тыш, һынауҙарҙан да арыу уҡ өлөш сығара Гөлнара Марат ҡыҙына. Йәшләй генә мәрхүмә булып ҡалған Айгөл һеңлеһенең ике улын һәм ҡыҙын үҙ ҡанаты аҫтына ала ул. Шулай итеп, Тимур, Таһир һәм Диана тулы ғаиләлә наҙ һәм хәстәрлек тойоп буй еткерә. Тәүге Президентыбыҙ Мортаза Рәхимовтың ҡулынан “Әсәлек даны” миҙалын алыу бәхетенә өлгәшә. Бәхетле ғаиләне бөтмәҫ ҡайғыларға һалып, 2007 йылда ғаилә башлығы Иҙрис ағай мәрхүм булып ҡала. Гөлнара Марат ҡыҙы, тормош һынауҙарына һынмай, алға ҡарап йәшәргә тырыша. Ауырлыҡтарға ҡарамай, балаларының барыһын да уҡытып, һөнәрле итә. Бөгөн ғәзиздәренең икәүһе үҙ ғаиләһен ҡорған, бәхетле өләсәйҙең ике ейәнсәре үҫә. Яңы Яуыш мәктәбендә эшләүенә лә 34 йыл булып киткән.
– Уҡытыусы – үҙе янып, бүтәндәргә яҡтылыҡ һибеүсе шәм, тиҙәр. Нисек кенә булмаһын, педагог һөнәрен һайлағанһың һәм уҡытыусы тигән бөйөк исемде йөрөтәһең икән, ысынлап та, тырышлыҡ һәм ныҡышмалылыҡ кәрәк. Шул саҡта ғына маҡсатыңа өлгәшәсәкһең. Шәм һәр саҡ яҡтылыҡ биреп торһон өсөн, мотлаҡ талаптарҙың бер нисәүһе – үҙ өҫтөңдә эшләү, өҙлөкһөҙ белем эстәү, тормоштан бер аҙымға алда атлау, төрлө йәмәғәт эштәрендә ҡатнашыу, – ти уңған уҡытыусы һәм етәксе.
Уҡыусыларында телебеҙгә һөйөү, халыҡ йолаларына, яҙыусылар ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыуҙы төп бурыстарының береһе тип һанай Гөлнара Марат ҡыҙы. Йәш быуында туған телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләүҙә заманса технологияларҙы, яңы методик
алымдарҙы даими ҡуллана. Уҡыусылары олимпиадаларҙа, төрлө конкурстарҙа, ижади бәйгеләрҙә, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа призлы урындар яулап, ҡыуандырып тора. Гөлнара Абдрахманованың фиҙаҡәр хеҙмәте республиканың Мәғариф һәм фән министрлығының, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының рәхмәт хаттары, маҡтау грамоталары, дипломдары менән билдәләнгән. Ул – хеҙмәт ветераны, БР-ҙың мәғариф отличнигы. Ауыл Советы депутаты булараҡ та тыуған төйәге, ауылдаштары мәнфәғәтендә маҡтауға лайыҡ хеҙмәт өлгөһө күрһәтә.
Лайыҡлы уҡытыусы, талапсан етәксе Гөлнара Марат ҡыҙы Абдрахмановаға артабан да уңыштар, яңы ҡаҙаныштар теләйбеҙ!
Гөлдәр Яҡшығолова
(“Башҡортостан” гәзитенән).

Автор: