Мәсетле тормошо
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Сентябрь 2023, 11:50

Хыялына табан атлай

“Уҡытыусы” тигән һүҙҙе телмәребеҙҙә йыш ҡулланабыҙ, әммә ошо һөнәр эйәләренең тормошобоҙҙа ҡалдырған эҙе хаҡында уйланмайбыҙ. Беҙҙе был оло тормош юлына мәктәп һәм, тәү сиратта, педагогтар әҙерләй. Педагог һөнәре кешенән тәрән белем генә түгел, рухи көс тә талап итә.

Хыялына табан атлай
Хыялына табан атлай

Бөгөн беҙҙең күҙ алдында ил үҙгәрә, мәктәп тә заман талаптарына яраҡлаша. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, уҡытыусы хеҙмәтен һайлаған йәштәрҙең булыуы ҡыуандыра.
Мәсетле районының педагогтар коллективы ҡыҙыҡлы һөнәр һайлаған изге күңелле, яуаплы һәм бик дәртле, һөйкөмлө, аҡыллы йәш белгестәр менән даими тулылана.
– Профессиональ уңыштың сере шунда: уҡытыусы үҙ эше менән мауығырға тейеш, – тип иҫәпләй йәш педагог Ләйсән Нәбиуллина.
Ләйсән Радик ҡыҙы – йәш уҡытыусы, ул үҙенең хеҙмәт эшмәкәрлеген быйыл Оло Ыҡтамаҡ ауылы лицейында башланғыс кластар уҡытыусыһы булып башланы. Ул 2019 йылда шул уҡ мәктәпте тамамлай, Мәсәғүт педагогия колледжында белем алғандан һуң туған мәктәбенә дипломлы белгес булып ҡайта.
– Бала сағымдан педагог булырға хыялландым. Һәр саҡ үҙемдең беренсе уҡытыусым Нина Крючковаға һоҡланып ҡараным, уның кеүек булырға теләй инем. Һәм бына бөгөн үҙем дә мәктәптә эшләйем, тип ғорурланып әйтә алам, – ти Ләйсән Радик ҡыҙы.
Ул һайлаған һөнәрендә тәүге аҙымдарын яһай ғына әле. Әммә хәҙер үк уларҙы уңышлы тип иҫәпләргә мөмкин. Ул уҡыусыларға көн һайын, һәр сәғәт һәм хатта минут һайын кәрәк булыуын тоя. Мәктәпкә килеп инеүе була, балалар уның янына йүгерә, хатта иҫәнләшергә лә онотоп яңылыҡтарын һөйләй, уңыштары һәм уңышһыҙлыҡтары менән уртаҡлаша. Уның өсөн һәр уҡыусы – серле һәм ҡабатланмаҫ бер донъя, шуға күрә бик ҡәҙерле. Педагог уларҙың һәр береһенең башҡаларға оҡшарға тырышмауын, үҙ холҡо, үҙ фекеренә эйә булыу хоҡуғын хөрмәт итә.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген яңы башлап тороуына ҡарамаҫтан, йәш уҡытыусының ҡаҙаныштары ла бар. Ләйсән Радик ҡыҙы Владивостоктағы “Океан” Бөтә Рәсәй балалар үҙәгендә вожатый сифатында биш ай дауамында эшләгән ваҡытта ғәйәт ҙур һәм баһалап бөткөһөҙ тәжрибәгә эйә булыуын билдәләне.
Ләйсән шулай уҡ Мәскәү ҡалаһында була, унда Пионерҙар һәм уҡыусылар йортонан Бөтә Рәсәй ижади проекттар конкурсына саҡырыла. Был уның ҙур сарала үҙенең ижади һәләттәрен тәүге тап-ҡыр һынау урыны булды.
Әле йәш уҡытыусы “Башланғыс белем һәм һынлы сәнғәт” һөнәре буйынса юғары белем алыу өсөн Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалына уҡырға ингән.
Нурания ӘБДРӘХИМОВА.

Автор: