Мәсетле тормошо
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
19 Сентябрь 2023, 09:20

Балаға ниндәй китап уҡырға тәҡдим итергә?

Китаптарға, әҙәбиәткә арналған социаль селтәр һәм сайттарҙа билдәле бер йәштә уҡырға кәрәк булған китаптарҙың исемлеге баҫыла. Беҙ ошондай исемлек төҙөргә булдыҡ, ләкин уның барыһын да уҡыуҙы мотлаҡ тип әйтмәйбеҙ – ә бары һеҙгә, 6-сы һәм 7-се класта уҡыған үҫмерҙәрҙең ата-әсәләренә, ошо китаптарҙы балаға тәҡдим итергә кәңәш бирәбеҙ. Уларҙың бер нисәһе күңелдәренә яҡын килер, тип ышанабыҙ.

Балаға ниндәй китап уҡырға тәҡдим итергә?
Балаға ниндәй китап уҡырға тәҡдим итергә?

12 йәшлек балалар өсөн китаптар
12 йәшлек балалар мажара, фантастик тарих, хайуандар тураһында уҡырға ярата. Ошо йәш өсөн Рәсәй һәм сит ил яҙыусыларының ҙур һорау менән ҡулланылған әҫәрҙәре:
1. К. Булычев “Башнялағы принцтар”
Тарих серҙәре Алиса Селезневаға тынғы бирмәй. XV быуатта юғалған инглиз принцтарының серен бер кем дә һаман белмәй. Алиса был хәлде асыҡламай ҡалдыра алмай һәм ваҡыт машинаһында үткән быуатҡа юллана.
2. Р. Смит “39 асҡыс”
Әгәр һеҙ ғаиләгеҙҙең кешелек тарихында иң көслөһө булыуын ҡапыл асыҡлаһағыҙ, был нимәгә килтерергә мөмкин? Әгәр ҙә һеҙгә ҡеүәт сығанағының 39 асҡыста йәшерелеүен һәм уның бөтә донъя буйынса таралғанлығын хәбәр итһәләр? Әгәр һеҙҙең алдығыҙҙа миллион доллар алыу һәм битараф ҡалыу йәиһә тәүге асҡысты алыу һайлауы торһа? Эми һәм Дэн Кэхил үҙ юлын һайлай – уларҙың тормошондағы иң ҡурҡыныс мажара хәҙер үк башлана!
3. С. Таунсенд “Адриан Моул көндәлеге”
Тормош – һиңә 13-14 йәш саҡта, йөҙөңдә ҙур-ҙур шытмалар сыҡҡан ваҡытта, артабан айырылышҡан атайың йәки әсәйең менән генә йәшәүҙе һайларға тура килгәндә, өй артында яман хулиган көтөп торғанда, ауыл ветеринары йәиһә бөйөк яҙыусы һөнәрен һайлау һорауы торғанда, клас-таш ҡыҙ Пандора һинең яҡҡа ҡарамағанда һәм кискеһен һәр ваҡыт мыжыған инвалидҡа тырнаҡ киҫтерергә барғанда – еңел түгел...
4. Д. Тофт “Көмөш пуля”
Францияның көньяғындағы бәләкәй генә ҡаласыҡ ҡурҡыуға ҡалған – күп йылдар буйы боронғо кәшәнәлә йоҡлап ятҡан – терелгән убырҙар ҡурҡыныс һунарға сыҡҡан. Нэт Карвер һәм уның тоғро дуҫы – бүре-малай Волвен Вуди, тағы ла иҫ китмәле һәм хәүефле ваҡиғалар үҙәгендә тора. Яңы дуҫтар менән улар яуыз убырҙарға ҡаршы ҡаты һуғыштар алып бара.
5. Д. Лондон “Диңгеҙ бүреһе”
Джек Лондондың “Диңгеҙ бүреһе” әҫәре һунар шхунаһында шәхсән сәйәхәт итеү тәьҫораттары нигеҙендә яҙылған. Роман авторға ҙур уңыш алып килә, быға аптырарлыҡ та түгел, сөнки китапта мауыҡтырғыс сюжет, диңгеҙ стихияһы, холоҡтарҙың бәрелеше һәм, әлбиттә, мөхәббәт бар! Хэмфри Ван Вейден аҡыл талап иткән хеҙмәт кешеһе, ул яҙмыш ҡушыуы буйынса яуыз капитан Волк Ларсен идара иткән “Призрак” бортына эләгә. Был шхунала ҡырағайлыҡ һәм бер генә закон – көс хөкөм һөрә.
6. К. С. Льюис “Нарния хроникаһы”
Бер ғаиләнән балаларҙың әкиәт иленә нисек барып сығыуы хаҡында тарих. Геройҙарҙы был донъяла булған мифик һәм һөйләшеүсе хайуандар менән тулы ғәйәт ҙур мажаралар көтә. Балалар Нарния халҡына яуызлыҡ менән көрәшергә, ғәҙеллекте тергеҙергә ярҙам итә.
7. Ж. Верн “20 мең йыл һыу аҫтында”
Ваҡиға серле капитан Немо идара иткән “Наутилус” һыу аҫты кәмәһендә бара. Был серле аппаратты ҡурҡыныс менән янаған ҙур диңгеҙ эйәһе тип уйлайҙар һәм уға һунар иғлан итәләр. Бер нисә ҡыйыу диңгеҙсе һыу аҫты карабының бортына эләгә, улар үҙ ғүмерендә иң ғәжәйеп сәйәхәт ҡылыу мөмкинлегенә эйә була.

13 йәшлек балалар өсөн китаптар
Етенсе класс уҡыусылары тарихи һәм мажаралы әҫәрҙәрҙе, фәлсәфәүи мәғәнәгә эйә повестарҙы, мөхәббәт тураһында хикәйәләрҙе уҡырға ярата.
1. Н. Щерба “Часодеи”
Василиса – өләсәһе менән йәшәгән ябай ҡыҙ – көтмәгәндә атаһы айырым сәғәт тылсымында төҙөлгән донъя – Эфларҙың тәьҫирле тылсымсыһы икәнен белә. Василиса сәғәт иленә эләгеп, бик хәүефле уйын үҙәгендә ҡала. Хатта дуҫтары ла уның кем икәнен аңлай алмай.
2. Б. Акунин “Балалар китабы”
Йәш Ластик Фандорин – лицейҙың алтынсы класында уҡыған иң бәләкәй малай – сәйер ҡаһарманлыҡ ҡылырға: “хронодыр” аша үткәндәргә юлланырға тейеш. Бөтә донъяла Ластик ҡына тәре походында уның алыҫ туғаны – рыцарь Тео фон Дорн ҡылған хәлдәрҙе төҙәтеүгә һәләтле...
3. Ф. Купер “Зверобой”
“Үҙебеҙҙекеләр” – делаварҙар һәм “насар егеттәр” – гурондар, мәкергә ҡаршы миһырбанлыҡ һәм ҡыйыулыҡ, бәләнән ҡотҡарырға кәрәк булған матур ҡыҙҙар һәм уларға ярҙамға ашыҡҡан ғашиҡ батырҙар – хыял менән тулы, мажаралы америка классикаһы.
4. А. Толстой “Аэлита”
Инженер Лось йыһан карабын төҙөүҙе тамамлай һәм уны экспедицияла оҙатып йөрөргә теләүселәрҙе Марсҡа саҡырып, иғлан бирә. Уға юлдаш һуңғы минутта табыла, ул – ҡыҙыл армеец Алексей Гусев. Геройҙар алыҫ планетаға имен-һау төшә, һәм уларҙың һәр береһе бәхеткә үҙ юлын һайлай.
5. О. Генри “Шерлок Холмс тураһында яҙмалар”
Китапҡа Артур Конан Дойлдың билдәле шымсы Шерлок Холмс һәм уның тоғро дуҫы, биограф, табип Уотсон хаҡында биш хикәйәһе ингән. Хикәйәләр Англиялағы Викториан дәүерендәге тормош, иң ҙур енәйәттәр, криминалистика алымдары һәм детектив эше тураһында күп нәмә белергә мөмкинлек биргән ентекле тарихи-көнкүреш аңлатмаһы менән оҙатылып бара.
6. А. Беляев “Кеше-амфибия”
Һыу аҫтында йәшәргә һәләтле кеше тураһында повесть А. Беляев ижадында иң билдәлеләрҙең береһенә әүерелде һәм совет кинопрокаты лидеры – шул уҡ исемдәге фильмдың нигеҙенә ятты.
7. Ч. Диккенс “Оливер Твист мажаралары”
Бәләкәс етем, фәрештә ҡиәфәтле Оливер һәм уның мажаралары менән бергә ул күргән яуызлыҡ, социаль тәнҡит, эшселәр йәшәгән емерек, ярлы өйҙәр, приюттар, енәйәт ҡылған бандалар, кеҫә бурҙары – билдәле инглиз яҙыусыһы Чарльз Диккенстың икенсе романында һүрәтләнә.

Балаға ниндәй китап уҡырға тәҡдим итергә?
Балаға ниндәй китап уҡырға тәҡдим итергә?
Автор: