Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
18 Сентябрь 2023, 10:05

Китап һөйөүселәр конкурсы

Мәсетле ауыл-ара китапхана системаһы беренсе тап-ҡыр “Иң яҡшы китап уҡыусы” конкурсын уҙғарҙы. Конкурсты ойоштороусы булып Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы ағзаһы, Дыуан-Мәсетле ауылында тыуып үҫкән яҡташыбыҙ Ринат Камал сығыш яһаны.

Китап һөйөүселәр конкурсы
Китап һөйөүселәр конкурсы

Унда Мәсетле районы китапханаларында 1 июндән 31 авгусҡа тиклем китап һәм башҡа баҫмаларҙы әүҙем уҡыусылар ҡатнашты.
Китап һөйөүселәр араһында конкурс уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһыныуын әүҙемләштереү, район китапханаларына мөмкин тиклем күберәк уҡыусылар йәлеп итеү маҡсатында үткәрелә.
Китап уҡыу аң даирәһен киңәйтеүе билдәле, бындай кеше менән төрлө темаларға аралашыу күңелле, уның һүҙ байлығы ҙур һәм был уҡыуҙың ыңғай яҡтарының тулы исемлеге лә түгел.
Ойоштороусылар Мәсетле районы китапханаларының әүҙем уҡыусылары араһында мәктәп уҡыусыларының күп булыуына хайран ҡалды.
Еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы 1 сентябрҙә Оло Ыҡтамаҡ ауылы лицейында уҙҙы. Наградаларҙы конкурсты ойоштороусы Ринат Камал тапшырҙы.
Шулай итеп, лицейҙан Эльвина Зарипова (3 “А” класы) һәм Полина Крючкова (7 “В” класы) (һүрәттә) иң әүҙем китап уҡыусылар тип танылды. Икенсе урынды шулай уҡ лицейҙан Денис Ғәлимов (6 “В” класы) һәм Әләгәҙ мәктәбенән Валерия Коженкова (5-се класс) алды. Өсөнсө урын Дыуан-Мәсетле мәктәбенән Алина Рамазановаға (8-се класс) һәм Илшат Йосоповҡа (6-сы класс) бирелде.
Яҙыусы уларға еңеүсе дипломын, аҡсалата бүләк һәм “Ҡурай” романын тапшырҙы.
Әйтергә кәрәк, район китапханаһы һәр кем өсөн асыҡ: йәш китап уҡыусы ла, тиҫтәләгән романдар уҡыған китап һөйөүсе лә, бында күңеленә ятҡан яңы баҫманы табыр. Китап уҡыу – файҙалы ғына түгел, мауыҡтырғыс та!

Автор: