Мәсетле тормошо
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
4 Сентябрь 2023, 09:00

Белем биреү учреждениеһы яңыртылды

Башҡортостан Республикаһына сиктәш колледждарҙың матди-техник базаһын яңыртыуға комплекслы ҡараш сиктәрендә, капиталь ремонтҡа финанстар бүлеү буйынса Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы Дыуан күп профилле колледжы филиалы бинаһын капиталь ремонтлауға финанслау тураһында ҡарар ҡабул ителде. Был маҡсатҡа 54 миллион 600 мең һум бүленгән.

Белем биреү учреждениеһы яңыртылды
Белем биреү учреждениеһы яңыртылды

– Йылытыу менән бәйле проблемалар капиталь ремонтҡа этәргес бирҙе. Бина 1969 йылда файҙаланыуға тапшырылған, йылытыу системаһын ремонтлау 1970-се йылдарҙа үткәрелгән. Шул ваҡыттан бирле күп ваҡыт үтте. Торбалар тутыҡҡан. Радиаторҙар тығылған һәм тулы ҡеүәтенә эшләй алмай, сөнки йылытыу торбаларын преслау үткәрелмәгән. Торбаларҙы йыуыуҙан фәтеүә юҡ, уларҙы тулыһынса алмаштырырға кәрәк ине, – тип һөйләй филиал мөдире Зөлфиә Бикташева.
Капиталь ремонт барышында бинала йылытыу һәм электр менән тәьмин итеү системалары, иҙәндәр, эске һәм тышҡы канализация тулыһынса алмаштырылған, бүлмәләрҙә яңы ишектәр, баҫҡыс майҙансыҡтарында янғынға ҡаршы металл ишектәр ҡуйылды.
– Кабинеттарҙағы ағас иҙәндәр серегән ине. Уларҙы плиткаға алмаштырырға булдыҡ, сөнки был бик матур һәм уңайлы, – ти Зөлфиә Хәкимйән ҡыҙы.
2019 йылда колледж бинаһы ҡыйығына капиталь ремонт үткәргәндәр. Тәҙрәләрҙең бер өлөшөн шул уҡ йылда заманса пластикка алмаштырғандар, был эште 2023 йылда тамамлағандар.
Ашнаҡсылар өсөн лабораторияның майҙаны артҡан, сөнки техника һәм ҡорамалдар өсөн урын аҙ ине. Элекке бүлмәгә ике күрше кабинеттың стеналарын һүтеп берләштергәндәр, инеү ишегенең урынын алмаштырғандар.
Автоматик янғын хәүефһеҙлеге системаһы тулыһынса яңыртылған, бина эсендә һәм тышында видеокүҙәтеү ҡуйылған.
Шулай уҡ беренсе ҡатта һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн бәҙрәф йыһазландырылған, бинаға инеү урынында пандус ҡуйылған.
Стеналарҙы короед эффекты (стенаны мәрмәр валсығы булған состав менән эшкәртеү) менән штукатурлағандар, ул бинаға заманса төҫ бирә. Кабинеттарҙа түшәмдәр шымартылып яңыртылған, коридорҙарҙа төҙөлгән яҡтыртыу системаһы менән түшәмдәр ҡуйылған.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 1 сентябрҙәге 36ы һанында уҡығыҙ.

Белем биреү учреждениеһы яңыртылды
Белем биреү учреждениеһы яңыртылды
Автор: