Мәсетле тормошо
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
1 Сентябрь 2023, 10:05

Август кәңәшмәһе уҡыу йылына старт бирҙе

Яңы уҡыу йылы алдынан Уҡытыусы һәм остаз йылына арналған мәғариф хеҙмәткәрҙәренең традицион район кәңәшмәһе уҙҙы.Район Мәҙәниәт йортонда мәктәп, мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары етәкселәре, уҡытыусылар, тәрбиәселәр, ата-әсәләр һәм педагогик хеҙмәт ветерандары йыйылды.

Август кәңәшмәһе уҡыу йылына старт бирҙе
Август кәңәшмәһе уҡыу йылына старт бирҙе

Кәңәшмәнең рәсми өлөшө башланыр алдынан район мәғариф учреждениеларының күргәҙмәһе ойошторолдо. Тәрбиәләнеүселәр үҙҙәренең ҡаҙаныштары менән таныштырҙы. Шулай уҡ Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто хеҙмәткәрҙәре һәм тәрбиәләнеүселәре фотозона ойошторҙо.
Унда район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Антон Матренин, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Альберт Сәғҙәтов, ауыл биләмәләре башлыҡтары, Мәсетле районы прокуроры вазифаһын башҡарыусы Руслан Ғәлләмов, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Мәсетле районы буйынса бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Айгиз Миңлеәхмәтов ҡатнашты.
Сарала ҡатнашыусыларға сәләмләү һүҙе менән Әнис Әсәҙуллин мөрәжәғәт итте, ул педагогик коллективтарҙы етеп килгән уҡыу йылы менән ҡотлап, район уҡытыусыларының ҙур ижади потенциалын билдәләне.
Төп доклад менән райондың мәғариф бүлеге начальнигы Илдар Ғәлимов сығыш яһаны. Ул уҙған уҡыу йылына, йәйге һауыҡтырыу кампанияһына йомғаҡ яһаны һәм коллегалары менән алдағы уҡыу осорона бурыстар ҡуйҙы.
Конференцияның абруйлы ҡунаҡтары педагогтарҙы уҡыу йылының башланыуы менән ҡотланы, улар-ға профессиональ уңыштар теләне.
Сараның рәсми өлөшө иң яҡшы уҡытыусыларҙы тәбрикләү менән дауам итте. “Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы” билдәһе менән Һабанаҡ ауылы мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Дания Ғәлиәкбәрова бүләкләнде (һүрәттә – уңда).
Мәсетле районы хакимиәтенең Башҡортостан Республикаһы мәғариф системаһындағы күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн почет грамотаһын Яңы Мишәр ауылы мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу-сыһы Гүзәлиә Нотфуллинаға, Яңы Мөслим ауылы мәктәбенең башлан-ғыс класс уҡытыусыһы Әлмира Сафинаға, Йонос ауылы мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлиә Хәйерзамановаға, шулай уҡ Дыуан күп профилле колледжының Оло Ыҡтамаҡ ауылы филиалы мөдире Зөлфиә Бикташеваға һәм уҡыу бүлеге мөдире Роза Терентьеваға тапшырҙылар (һүрәттә).
Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығының рәхмәт хатын БДИ-ны юғары кимәлдә ойошторғаны һәм уҙғарғаны өсөн аудиторияла имтихан уҙғарыу пунктын ойоштороусы Әминә Ҡәҙербир-ҙинаға, “Мәғариф” йүнәлеше буйынса “Башҡортостан Республикаһының хеҙмәт династиялары” республика конкурсының һайлап алыу этабында ҡатнашҡан өсөн Оло Аҡа ауылынан Лариса Ғибәҙуллинаға (Ғибәҙуллиндар династияһы), Һабанаҡ ауылынан Лилиә Мөхәмәтоваға (Хәбибуллиндар династияһы) һәм Оло Ыҡтамаҡ ауылы лицейынан Светлана Сайға (Жильцовтар һәм Дреминдар династияһы) тапшырҙылар.
Мәғариф системаһында оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының Почет грамотаһы Түбәнге Бобин ауылы мәктәбенең тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы Румиә Ғәбитоваға, Әләгәҙ ауылы мәктәбенең математика уҡытыусыһы Рәйлә Заһитоваға, Башҡорт гимназияһының башланғыс кластар уҡытыусыһы Азалия Ҡотлоеваға, Башҡорт гимназияһының география уҡытыусыһы Гөлназ Ниғәмәтйәноваға, Башҡорт гимназияһының тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәне уҡытыусыһы Гөлнара Хәлиловаға, Башҡорт гимназияһының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Алһыу Хамматоваға, шулай уҡ Пионерҙар һәм уҡыусылар йортоноң уҡытыу-тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары Анзалита Мусина һәм Абдулла ауылы балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Рәфилә Хәмиҙуллинаға тапшырылды.
Мәсетле мәғариф бүлегенең почет грамотаһы менән үҫеп килгән быуынды уҡытыуҙа һәм тәрбиәләүҙә өлгәшкән уңыштары өсөн Оло Ыҡтамаҡ ауылының “Миләш” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Миләүшә Ғәниева, Оло Ыҡтамаҡ ауылы лицейының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ынйы Шәрипова, Башҡорт гимназияһының технология уҡытыусыһы Илмир Хәйретдинов һәм Ләмәҙтамаҡ мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Миләүшә Йосопова, шулай уҡ “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексының тест үткәреү үҙәге администраторы Лилиә Солтанова бүләкләнде.
Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының рәхмәт хаты рус телендә үҙ мәҙәниәте тураһында иң яҡшы инша һәм туған телдә рус мәҙәниәтен иң яҡшы тасуирлаған Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы еңеүсеһен әҙерләгән өсөн лицейҙың башланғыс кластар уҡытыусыһы Рита Мәғәсүмоваға тапшырылды.
Дөйөм белем биреү учреждениеларын яңы 2023-2024 уҡыу йылына иң яҡшы әҙерләгәне өсөн Мәсетле мәғариф бүлегенең маҡтау грамотаһы менән Оло Аҡа (етәксеһе – Радис Әхмәтханов), Әжекәй ауыл мәктәптәре (Альберт Солтанов), Абдулла ауылы мәктәбе-балалар баҡсаһы (мөдир – Әлфиә Мәғәсүмова), Яңы Яуыш (Гөлнара Абдрахманова), Әбдрәхим (Гөлзәминә Ғилметдинова), Айып (Лилиә Кәримова), Туҡбай (Гөлфирә Вәлиева), Мәләкәҫ мәктәптәре (Рәйлә Фазлыева) һәм Оло Ыҡтамаҡ ауылы “Миләш” (Гөлнара Яубаширова), Кесе Ыҡтамаҡ ауылы “Дюймовочка” (Елена Романчук), Оло Ыҡтамаҡ ауылы “Ромашка” балалар баҡсалары (Ирина Ғибәҙуллина) бүләкләнде.
Райондың педагогик берләшмәһенә ингән йәш белгестәрҙе тәбрикләү мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһенең изге йолаһына әйләнде. Быйылғы уҡыу йылында йәш белгестәр: Лиана Ғиләжева (Оло Ыҡтамаҡ ауылы лицейы вожатыйы), Ләйсәнә Нәбиуллина (Оло Ыҡтамаҡ ауылы лицейының башланғыс кластар уҡытыусыһы), Ирина Хурамшина (Оло Ыҡтамаҡ ауылы лицейының химия уҡытыусыһы), Ләйлә Фәтихова (Ҡорғат ауылы мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы).
Август кәңәшмәһе мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ойошторған байрам концерты менән тамамланды.
Нурания ӘБДРӘХИМОВА.

Автор: