Мәсетле тормошо
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
28 Август 2023, 12:40

Тәрбиәсе яҡты ҡояш кеүек, күңелдәрҙе наҙлап йылыта

Күптәр тәрбиәсе һөнәрен еңел һәм ябай тип иҫәпләй. Көн һайын уйнау, күңел асыу, балалар менән әүәләү йәки һүрәт төшөрөү, улар менән шиғыр йәиһә йыр өйрәнеү, ашатыу һәм сабый-ҙарҙы йоҡларға һалыуы ҡыйын эшме ни? Ләкин был ситтән генә шулай күренә.

Тәрбиәсе яҡты ҡояш кеүек, күңелдәрҙе наҙлап йылыта
Тәрбиәсе яҡты ҡояш кеүек, күңелдәрҙе наҙлап йылыта

Тәрбиәсенең эше – барыһына ла етәрлек һөйөү, түҙемлек, көс, фиҙаҡәрлек талап иткән ныҡышмалы һәм көндәлек хеҙмәт, сөнки тәрбиәсе балалар баҡсаһына килгән һәр сабый өсөн яғымлы әсә лә, яҡшы дуҫ та, аҡыллы кәңәш биреүсе лә була белергә тейеш. Тәрбиәсе һөнәрен алған һәр кеше был йүнәлештә эшләй алмай. Ата-әсә балаһын балалар баҡсаһына биргәс, сабыйын рәнйетмәҫтәрен, уны яратыуҙарын, хәстәрлек күреүҙәрен, тәрбиәсенең изге күңелле, яғымлы, аҡыллы һәм яуаплы булыуын теләй. Был сифаттарҙың барыһы ла мәктәпкәсә йәштәге балалар менән 30 йылдан ашыу эшләгән Оло Ыҡтамаҡ ауылы “Миләш” балалар баҡсаһы филиалы – Әжекәй ауылы “Ҡыңғырау” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Дилара Кинйәбаеваға хас. Бындай кешеләр тураһында: “Профессионал, үҙ эшенең ысын оҫтаһы”, – тиҙәр.
Дилара Сәғит ҡыҙы 1972 йылдың 21 майында Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған. Әләгәҙ урта мәктәбендә белем ала, унан һуң Мәсәғүт педагогия училищеһына уҡырға инә. Үҙенең хеҙмәт эшмәкәрлеген 1992 йылда Нижневартовск ҡалаһының “Әкиәт” балалар үҙәгендә башлай, ә 1996 йылдан бөгөнгәсә Әжекәй ауылының “Ҡыңғырау” балалар баҡсаһында эшләй.
Дилара Сәғит ҡыҙы әйтеүенсә: “Тәрбиәсенең эше бик яуаплы һәм ауыр, шул уҡ ваҡытта ҡыҙыҡлы ла. Әммә икенсе юҫыҡта мин үҙемде икенсе өлкәлә күҙ алдына ла килтерә алмайым һәм бер нәмәгә ҡарамаҫтан, һөнәремде бик яратам. Бөтә балаларға ла ихтирам һәм һөйөү менән ҡарайым, үҙемдең ике ҡыҙым да ошо балалар баҡсаһына йөрөнө”.
Өлкән ҡыҙы Юлиә Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаған, Муравленко ҡалаһында проект-эҙләнеү эштәре бүлегенең әйҙәүсе инженеры булып эшләй.
Кесе ҡыҙы Илнара Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжын тамамлағандан һуң, Яңы Уренгой ҡалаһында йәшәй, Өфө нефть техник университетында уҡыуын дауам итә. Һоҡланғыс ейәнсәрҙәре – Йәсминә һәм Эмилия өләсәләрен уңыштары менән һөйөндөрөп үҫә.
Тәрбиәсе тигән гүзәл исем
Бирелмәгән һеҙгә һис юҡҡа,
Өйрәтәһегеҙ һеҙ балаларҙы
Яҡшылыҡҡа, әҙәп, тәүфиҡҡа.
Маҡтап алаһығыҙ кәрәк саҡта,
Ҡайһы саҡта әҙ-мәҙ шелтәләп,
Ял итергә, дәрес әҙерләргә
Ярҙам итәһегеҙ бергәләп!
Гүзәл Миндийәрова,
Оло Ыҡтамаҡ ауылының
“Миләш” балалар баҡсаһы өлкән тәрбиәсеһе.

Автор: