Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
21 Август 2023, 12:05

Мәсетле районы командаһы перспективалы ҡарашлы

8 августа Өфөлә Оло Ыҡтамаҡ лицейы һәм Түбәнге Бобин мәктәбе уҡытыусылары III республика “Кәрәҙ” педагогик марафонында ҡатнашты.

Мәсетле районы командаһы перспективалы ҡарашлы
Мәсетле районы командаһы перспективалы ҡарашлы

Майҙансыҡты асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһы мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары Илдар Мәүлитбирҙин сығыш яһаны.
Еңеүсе исемен яулау өсөн республиканың төрлө мөйөштәренән 17 команда үҙ һәләттәрен күрһәтте. Командалар составында “Йыл уҡытыусыһы” конкурсы еңеүселәре һәм призерҙары ла бар ине. Барыһына ла ике һынау аша үтергә тура килде: “Мин – уҡытыусы, был шәп!” презентацияһы, заманса ижади һәм һөҙөмтәле уҡытыу методикаһы буйынса оҫталыҡ дәресе.
Һәр команданың ҡаҙаныштарын, оҫталығын, эрудицияһын Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡортостан Республикаһының мәғарифты үҫтереү институты вәкилдәре, педагогик лаборатория резиденттары, “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” конкурсы еңеүселәре һәм финалсылары баһаланы.
Сара дауамында педагогик командаларҙың дәртенән өҙлөкһөҙ энергия килеп торҙо. Командаларҙың сағыу, тәьҫирле сығыштары конкурсанттарҙы ла, жюри ағзаларын да битараф ҡалдырманы.
Мәсетле районынан Түбәнге Бобин мәктәбе уҡытыусылары Алла Васева, Мария Кобякова, Анна Рамазанова һәм Оло Ыҡтамаҡ лицейы уҡытыусылары Антон Храмцов, Анастасия Грудо (Резеда Хәбетдинова – техник белгес) командаһы сығыш яһаны. Конкурс йомғаҡтары буйынса районыбыҙҙың педагогтар командаһы “Перспективалы ҡараш” номинацияһында билдәләнде.
Район мәғариф бүлеге.

 

Автор: