Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
1 Август 2023, 14:40

Яратҡан һәм онотолмаҫ

31 июлдә Яратҡан китаптарҙы иҫкә алыу көнө билдәләнә Был датаны Халыҡ-ара китап интернет-форумында ҡатнашыусылар уйлап сығара. Исем уйлап табыу һәм көнөн тәғәйенләү оҙаҡҡа һуҙыла.

Яратҡан һәм онотолмаҫ
Яратҡан һәм онотолмаҫ

Тантана идеяһы башҡа төрлө веб-сәхифәләргә, китапхана һәм темаларға тарала, һәм был дата коллектив булдырылған матур сараға әйләнә.
Был көндө китап һөйөүселәргә бөтә эштәрен ҡалдырып, яратҡан шөғөлөнә – китап уҡыуға ваҡыт бүлергә кәңәш ителә. Интернетта роман йәиһә хикәйәнең иң яҡшы рецензияһына конкурс иғлан итергә, коллектив уҡыу ойошторорға, китап форумында “Башҡаларҙан нығыраҡ иҫтә ҡалған яратҡан китаптан өҙөк” темаһын асырға мөмкин.

Ҡыҙыҡлы факттар

Ваҡыт уҙыу менән бестселлерға әйләнгән китаптар бик оҙаҡ һәм оҙон юлдар менән үҙенең уҡыусыларына килеп еткән. Маргарет Митчелдың “Унесенные ветром” китабын 38 нәшриәт баҫып сығарыуҙан баш тартҡан. Набоков “Лолита” исемле китабын баҫтырыуға өмөтләнеп ике йыл нәшриәт тупһаларын тапаған. Клайв Льюистың “Хроники Нарнии” китабы магазин кәштәләренә сыҡҡансы 37 тапҡыр баҫтырыуҙан кире ҡағылған. Ҡурҡыныс әҫәрҙәр короле Стивен Кингтың “Кэрри” әҫәре лә 30 тапҡыр кире ҡайтарылған. Ир кеше исемен алған Джоан Роулинг баҫтырыуҙарын һорап нәшриәткә шәхсән барһа ла “Гарри Поттер и философский камень” әҫәре 12 тапҡыр кире ҡағылған.

Һинең яратҡан китабың ниндәй?

Беҙҙең һәр беребеҙҙең хәтерендә оҙаҡҡа ҡалған, күп тапҡыр уҡып сыҡһаҡ та, йәнә мажаралар һәм фантастика донъяһына ылыҡтырған әҫәрҙәре бар. Был – кемдеңдер бала саҡта уҡыған китабы, кемдеңдер оло йәшкә еткәс уҡыған романы.
Беҙ 7-се класты тамамлаған уҡыусыларҙың иң яратҡан китабы хаҡында ҡыҙыҡһындыҡ.

Арина: “Александр Пушкиндың мәктәп программаһы буйынса “Барышня-крестьянка” әҫәре хәтеремдә ҡалды. Бигерәк тә әҫәрҙең һуңы оҡшаны – йәштәр үҙ бәхетен таба. Повесть фәһемле һәм уйланырға мәжбүр итә...”

Александр: “Владимир Короленконың “Ер аҫты балалары” повесы мине хайран ҡалдырҙы. Әҫәр ауыр, ярлылыҡ һәм ғазаптар тураһында. Төп герой ер аҫтында йәшәгән балалар менән таныша. Был танышлыҡ уны күп нәмәгә өйрәтә. Мин дә үҙемә һабаҡ алдым, тип уйлайым”.

Юлиә: “Рей Бредбериҙың “Вино из одуванчиков” – минең өсөн ярат-ҡан әҫәрҙәрҙең береһе. Ул йәй, азатлыҡ һәм йылылыҡ рухы менән һуғарылған кеүек. Уның дауам итеүен теләйһең һәм, “Вино из одуванчиков”ты уҡып, ҡабат-ҡабат уға әйләнеп ҡайтаһың”.

Айнур: “Мин сюжет менән хикәйәләр, әкиәттәр яратам. Шуға күрә Николай Гоголдең “Вечера на хуторе близ Диканьки” кеүек әкиәттәре оҡшай. Унда фантастика ла, халыҡтың көнкүреше лә, романтик мөнәсәбәттәр ҙә бар”.

Лилиә: “Гарри Поттер тураһында китаптар серияһы минең иң яратҡан әҫәрем, авторы – Джоан Роулинг. Бер нисә йыл элек мин китап буйынса фильм ҡараным, уның бөтә өлөштәрен ҡарарға, һуңынан китаптарын уҡырға булдым. Улар мине мауыҡтырҙы. Әхирәтемә лә тәҡдим иттем, уға ла оҡшаны. Авторҙың Гарри тураһында тарихтың дауамын яҙыуын теләйем”.

Ләйсән: “Яңыраҡ Мостай Кәримдең “Ярлыҡау” повесы буйынса фильм ҡараным һәм китабын уҡырға булдым. Ул миңә шул тиклем оҡшаны, хәҙер мин ошо уҡ авторҙың “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” китабы менән танышам. Уның буйынса шулай уҡ фильм төшөрөлгән. Был әҫәрҙә Мостай Кәрим үҙе тураһында яҙғанын белдем. Миңә повеста бөтәһе лә оҡшай – төп геройҙар, башҡорт малайы һәм рус ҡыҙы араһындағы дуҫлыҡ. Әҫәрҙең тамамланыу өлөшө йөрәгемә үтеп инде...”

Камилла: “Мажаралар яратыусыларға Крессида Коуэлдең “Как приручить дракона” тип аталған китаптар серияһын тәҡдим итәм. Фантастик донъя тураһында мемуарҙар, унда балалар үҙҙәре ҡулға өйрәткән аждаһалар менән бергә хазина йәиһә юғалған утрауҙарҙы эҙләй. Дракондарҙың үҙ холҡо бар. Урыны менән миңә көлкө тойолдо, ләкин төп герой өсөн бик борсолдом”.

Айҙар: “Миңә Александр Пушкиндың әкиәттәре оҡшай. Бәләкәй сағымда улар-ҙы әсәйем уҡыны. Шул ваҡыттан алып китап бик күп тапҡыр уҡылһа ла, минең яратҡаным булып ҡалды”.

Билдәле кешеләрҙең яратҡан китаптары

Театр һәм кино актеры Олег Меньшиков Достоевский ижадын ярата, Порфирий Петровичты уйнарға хыяллана. Ә ул Библияны текст ҡына түгел, ә һаманғаса билдәле булмаған бер код яҙылған китап тип иҫәпләй.
Яҙыусы Борис Акунин китаптарҙы бала сағынан уҡый. Уны заманға бәйле булмаған бөтә нәмә ҡыҙыҡһындыра. Тарихи романдар – уның өсөн иң яратҡан китаптар. Шул уҡ ваҡытта ул уҡыған китаптарҙы бик һирәк ҡулына ала, яңы китаптарға өҫтөнлөк бирә: Генрих Манн, Алексей Толстой, Владимир Нефф, Юкио Мисима. Борис Акунин был авторҙарҙың әҫәрҙәре уға нисек тәьҫир иткәнен һаман хәтерләй.
Күп кенә сит ил актерҙары Рәсәй яҙыусылары китаптарын яратыуын таный. Мәҫәлән, Джим Керри – Федор Достоевскийҙың “Енәйәт һәм яза”, Джордж Клуни – Лев Толстойҙың “Һуғыш һәм солох”, Орландо Блум – шул уҡ Достоевскийҙың “Братья Карамазовы”, ә Дэниел Рэдклифф Михаил Булгаковтың “Мастер һәм Маргарита”һын яратып уҡый.
Светлана СЕРГЕЕВА әҙерләне.

Яратҡан һәм онотолмаҫ
Яратҡан һәм онотолмаҫ
Яратҡан һәм онотолмаҫ
Яратҡан һәм онотолмаҫ
Яратҡан һәм онотолмаҫ
Яратҡан һәм онотолмаҫ
Автор: