Мәсетле тормошо
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
19 Июль 2023, 09:25

Балаларыбыҙ нимә уҡый?

Һуңғы ваҡытта, балалар аҙ уҡый, тип һөйләй башланылар. Ә элек, Советтар Союзы ваҡытында, беҙҙе иң күп уҡыған ил тип йөрөтәләр ине. Хәҙер балаларҙы телефон, планшеттар йәлеп итә.

Балаларыбыҙ нимә уҡый?
Балаларыбыҙ нимә уҡый?

Ә шул уҡ ваҡытта гаджеттар күберәк файҙа килтерһен өсөн, уларҙы китап урынына файҙаланырға ла мөмкин. Һәм үҙең китап уҡыу өлгөһөндә уның ҡыҙыҡлы икәнлеген миҫалға килтерергә булалыр, моғайын. Был хаҡта үҙәк район китапханаһы директоры Светлана Ғәлимова менән һөйләштек.
– Светлана Таһир ҡыҙы, бөгөн балалар китап уҡыймы?
– Уҡыған балалар һаны кәмей бара. Башлыса, улар – алтынсы класҡа тиклемге балалар, өлкән класс уҡыусылары – китапхананың һирәк ҡунаҡтары. Уҡыу осоронда күберәк йөрөйҙәр.
– Ни өсөн хәҙер уҡыусы балалар бик аҙ?
– Барыһы ла ғаиләнән килә, тип иҫәпләйем. Әгәр ата-әсәләр үҙ миҫалында китап уҡыуҙың ҡыҙыҡлы һәм файҙалы булыуын күрһәтһә, бала ла уның менән ҡыҙыҡһынасаҡ. Хәҙер йәйге каникулға ауылдарға ҡала халҡы килә. Улар китапханала балаларына китаптар ала.
– Ниндәй китаптарҙы йышыраҡ уҡыйҙар?
– Башланғыс класс уҡыусылары Иван Крылов, Николай Некрасов һәм башҡа авторҙарҙың китаптарын ала. Өлкәнерәк балалар – мәктәп программаһы буйынса уҡырға биргән әҙәбиәтте. Шуға күрә китапханала кластар буйлап махсус мөйөштәр ойошторолған, уларҙа мәктәп программаһы буйынса уҙғарылған китаптар урын алған.
– Ваҡыт үтеү менән әҙәбиәт һайлағанда балаларҙың теләктәре үҙгәрәме?
– Эйе, тип иҫәпләйем. Элек балалар нәфис әҙәбиәтте күп уҡыны, хәҙер иһә, нигеҙҙә, уларға мәктәп программаһы буйынса бирелгәнде генә ала.
Элек китап биттәрендә һүрәттәр аҙыраҡ ине. Балалар төрлө әҫәрҙәр уҡып, персонаждарҙы үҙенсә күҙ алдына килтерҙе. Шулай итеп, уларҙа фантазия үҫеште. Хәҙер китаптарҙа һүрәттәр күп, ә текст бәләкәй. Балалар ҙа хәҙер сағыу һүрәттәре өсөн комикстарға өҫтөнлөк бирә.
Әлеге үҫеп килеүсе быуын бөтә мәғлүмәтте интернеттан ала. Уларҙа хәҙер кәрәкмәгән, ялған хәбәрҙәр артығы менән. Уларға “изгелек”те “яуызлыҡ”тан айырыуы ауыр. Ата-әсәләр балаһының интернеттан нимә ҡарағанын күҙәтеп барһа, негативтан һаҡларға тырышһа, яҡшы булыр ине.
– Йәш уҡыусыларҙы йәлеп итеү өсөн китапхана хеҙмәткәрҙәре нимә эшләй?
– Балаларҙы бәләкәйҙән китап уҡыуға йәлеп итеү өсөн беҙ балалар баҡсалары һәм беренсе класс уҡыусылары өсөн китапхана буйлап экскурсия үткәрәбеҙ. Беҙҙә 20000 дана самаһы китап бар. Бында һәр бала үҙе өсөн ҡыҙыҡлы нәмә табасаҡ.
Өлкәнерәк балалар өсөн тарихи-танып белеү, тыуған яҡты өйрәнеү саралары үткәрелә. Балалар мәғлүмәтте аңлаһын, үҙләштереү еңелерәк булһын өсөн уларҙы уйын формаһында үткәрергә тырышабыҙ.
Шулай уҡ китап уҡыусыларҙы күберәк йәлеп итеү өсөн китап фондын яңыртып торабыҙ.
Ләйсән АБЗАНОВА
әңгәмәләште.
Һүрәттә: Үҙәк моделле балалар китапханаһының баш китапханасыһы Елена Хөснөтдинова.

Автор: