Мәсетле тормошо
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
19 Июнь 2023, 11:20

Мәсетле районы китапханаларында Пушкин көнө уҙҙы

Рәсәйҙә 6 июндә бөйөк шағир Александр Пушкиндың тыуған көнө уңайынан иғлан ителгән Рус теле көнө билдәләнә. Был дата ҙур әһәмиәткә эйә һәм тотош Рәсәйҙә киң билдәләнә.

Мәсетле районы китапханаларында Пушкин көнө уҙҙы
Мәсетле районы китапханаларында Пушкин көнө уҙҙы

Мәсетле районы китапханаларында ла рус телен популярлаштырыуға йүнәлтелгән саралар уҙҙы. Моделле үҙәк балалар китапханаһына килгән балалар Пушкин әҫәрҙәре биттәре буйлап ғәжәйеп сәйәхәт ҡылды һәм уның биографияһынан ҡыҙыҡлы факттарҙы хәтергә төшөрҙө. Пушкин Лукоморьеһының тылсымлы һуҡмаҡтары буйлап сәйәхәт иткәндә балалар төрлө эштәр башҡарҙы: әкиәттәрҙе иң яҡшы белгән уҡыусы, эрудит асыҡланды, әкиәттәр буйынса тест үттеләр, “Тылсымлы һандыҡ”ҡа күҙ һалдылар һәм башҡалар. Мәктәп яны лагерына йөрөүсе кесе төркөм китапханаға “Пушкин биҙәге” интерактив викторинаһына килде. Балалар әкиәттәрҙе иҫкә төшөрҙө һәм әҙәби викторина һорауҙарына яуап бирҙе.
Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район китапханаһында “Рәсәйҙең тәүге һөйөүе” әҙәби байрамы уҙҙы. Балалар шағирҙың бала сағы, ғаиләһе һәм, әлбиттә, бөйөк рус халыҡ йырҙарын, әкиәттәрен белгән оҫта һөйләүсе Арина Родионовна хаҡында белде. Һуңынан улар “Әкиәт белгестәре” викторинаһында әүҙем ҡатнашты. Балаларға “Тылсымлы Пушкин илендә” сәйәхәт-уйын тәҡдим ителде. Йәш беләрмәндәр Пушкин әкиәттәре буйынса белемдәрен тикшерҙе.
Оло Аҡа китапханаһына килгән балалар тематик китаптар күргәҙмәһен ҡарап, шағирҙың ижады менән танышты.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 16 июндә 24-се һанында уҡығыҙ.

Мәсетле районы китапханаларында Пушкин көнө уҙҙы
Мәсетле районы китапханаларында Пушкин көнө уҙҙы
Автор: