Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
22 Май 2023, 11:20

Көслө рухлы Минзилә

Уҡытыусы һәм остаз тигән ябай ғына һүҙҙә күпме мәғәнә, күпме аң, күпме балаларға һәм кешелеккә мөхәббәт хистәре тупланған?! Ошо төшөнсәләрҙең барыһы ла 28 йыл балаларға иң яуаплы фәндәрҙән һаналған математикаға өйрәтеүсе Минзилә Сабирйән ҡыҙы Хажимөхәмәтовала ла бар тип һис икеләнмәй әйтергә була. Районда ғына түгел, сит яҡтарҙа ла уның тураһында тик яҡшы һүҙҙәр генә ишетергә мөмкин.

Көслө рухлы Минзилә
Көслө рухлы Минзилә

Йыланыш ауылында йәшәүсе Минзилә Сабирйән ҡыҙы күп балалы ғаиләлә иң төпсөгө, етенсе бала булып тыуа. Ата-әсәһе уңған, талапсан кешеләр булалар һәм балаларында ла ошо һыҙаттарҙы тәрбиәләйҙәр. Әсәһе Йәмиғә балаларына шахмат-шашка уйнау серҙәрен бәләкәйҙән өйрәтә. Минзилә лә дүрт йәшенән үк был уйын менән шөғөлләнә башлай һәм бик зирәк, тырыш булып үҫә. Башланғыс синыфта уҡыған ваҡытта уҡ уның аҡыллы икәнлеген, уҡыу материалын тиҫтерҙәренән алдараҡ үҙләштереүен күреп, бер синыфҡа алға күсерәләр. Дыуан-Мәсетле мәктәбен тик яҡшы билдәләргә генә тамамлағас, Минзилә Сабирйән ҡыҙы документтарын Башҡорт дәүләт аграр университетына алып барып бирә, әммә ул ваҡытта мәктәп директоры булып эшләгән физика-математика уҡытыусыһы Сәғит Мөғин улы Кәримов: “Һинең урының бухгалтерияла түгел, һинең урының мәктәптә, һин уҡытыусы булырға тейешһең”, – тип, уны документтарын аграр университеттан алып Башҡорт дәүләт педагогия университетына бирергә мәжбүр итә. Ошолай ул, 1991 йылда университеттың физика-математика факультетын тамамлап, эш стажының тәүге йылын Яуыш мәктәбендә физика, математика, химия уҡытыусыһы булып башлай. Был дәрестәрҙән тыш уға класс етәксеһе, лаборант һәм киске мәктәп уҡытыусыһы йөкләмәһен тапшыралар. Мәктәп коллективы шул тиклем йылы ҡабул иткәнлектән, эшенән ҡәнәғәтлек кенә кисерә. Әле лә ул, ошо ваҡыттарҙы һағынып иҫкә алам, ти.
Артабан 1992 йылдан 2019 йылға тиклем Минзилә Сабирйән ҡыҙы Дыуан-Мәсетле мәктәбендә математиканан балаларға белем бирә. Йыл артынан йылдар үтеп, күп тәжрибә туплана, юғары категориялы уҡытыусы эшендә заманса технологиялар, яңы алымдар ҡуллана. Уның уҡыусылары район, республика кимәлендә уҙғарылған олимпиадаларҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай. Сығарылыш уҡыусыларының күпселеге юғары белем биреү йорттарында физика-математика факультетына уҡырға инә. Уның оҙайлы һәм намыҫлы хеҙмәте почет грамоталары, дипломдар, рәхмәт хаттары менән билдәләнә.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 19 майҙың  20е һанында уҡығыҙ.

Автор: