Мәсетле тормошо
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
15 Март 2023, 12:00

Тура эфирҙан ситтә ҡалмағыҙ

Уны “Сириус” мәғариф үҙәге етәксеһе Елена Шмелева үткәрә.

Тура эфирҙан ситтә ҡалмағыҙ
Тура эфирҙан ситтә ҡалмағыҙ

Башҡортостанда йәшәүселәр мәғариф мәсьәләләре буйынса тура бәйләнештә ҡатнаша ала. 16 мартта уны “Сириус” федераль биләмә Советы рәйесе, @sirius.talents “Сириус” мәғариф үҙәге етәксеһе Елена Шмелева үткәрә. Ул һәләтле балалар менән эшләү, “Сириус”тың белем биреү мөмкинлектәре һәм илдә мәғариф системаһының үҫеше хаҡында һөйләйәсәк.

Тура эфирҙа ҡатнаша:

- “Сириус” моделе буйынса эшләгән төбәк үҙәктәре вәкилдәре;

- уҡытыусылар, мәктәп директорҙары һәм өҫтәмә белем биреү учреждениелары етәкселәре;

- уҡыусылар, студенттар һәм уларҙың ата-әсәләре;

- федераль биләмәнең партнерҙары һәм эксперттары.

Теләгән һәр кем Елена Шмелеваға үҙ һорауҙарын бирә ала. 15 мартҡа тиклем уларҙы [email protected]  электрон адресына ебәрергә мөмкин.

Тура эфирҙә “Сириус” белем биреү үҙәгенең сайтында: https://sochisirius.ru һәм “Бәйләнештә”ге https://vk.cc/cmflm7 төркөмөндә ҡарарға була. Мәскәү ваҡыты буйынса 12.00 сәғәттә ҡарарға була.

Ситтә ҡалмағыҙ!

Фото: республика Мәғариф һәм фән министрлығы.

Автор:Альфия Мингалиева
 
Автор: