Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
10 Февраль 2023, 10:20

Мәскәүҙән грамота менән

3-5 февралдә Мәскәүҙә Рәсәй химия-технология университетында Д. И. Менделеев исемендәге XIX Бөтә Рәсәй ғилми-тикшеренеү эштәре конкурсы уҙҙы.

Мәскәүҙән грамота менән
Мәскәүҙән грамота менән

Дөйөм белем биреү ойошмаларында уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй конкурсы ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлегенә һәләтле уҡыусыларҙың Рәсәй һәм донъя фәненә ҡыҙыҡһыныуын арттырыу, йәш тикшеренеүселәргә ярҙам итеү маҡсатында ойошторола.
Баш ҡалаға Рәсәй Федерацияһының 56 төбәгенән, шулай уҡ Беларусь һәм Тажикстан республикаларынан 860 уҡыусы килде. Был – коронавирус инфекцияһына бәйле оҙайлы тәнәфестән һуң көндөҙгө форматта уҙғарылған беренсе конкурс.
750 тикшеренеү эше тәҡдим ителде. Мәскәүгә уҡыусыларҙың тикшеренеү эштәренең ғилми етәкселәре иҫәбенән 340 педагог килде. Быйыл 19 секция буйынса эштәр тәҡдим ителде. Һәр секцияла – 40-45 доклад. Эш йомғаҡтары буйынса жюри ағзалары еңеүселәрҙе, призерҙарҙы һәм финалсыларҙы билдәләне. Оло Ыҡтамаҡ лицейы уҡыусылары Лев Могильников, Полина Хәлипова (етәкселәре – Светлана Сай, Оксана Хажиева), Елизавета Дремина (Юрий Малышев) һәм Оло Аҡа мәктәбе уҡыусыһы Максим Харченко (Ирина Рәхимова) ошо абруйлы конкурстың финалына сыҡты.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 10 февралдә 6-сы һанында уҡығыҙ.

Автор: