Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
17 Октябрь 2022, 14:25

Шайморатовсылар сос һәм зирәк

Башҡортостан Республикаһы көнө уңайынан Дыуан-Мәсетле мәктәбендә Мәсетле районының ике шайморатовсылар класы – Яңы Мишәр һәм Дыуан-Мәсетле мәктәптәре уҡыусылары осрашыу үткәрҙе. Улар сослоҡта, зирәклектә, шәплектә көс һынашты.

Шайморатовсылар сос һәм зирәк
Шайморатовсылар сос һәм зирәк

Сара тантаналы линейканан башланды. Мәсетле районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Альберт Сәғҙәтов барыһын да Башҡортостандың төп байрамы – Республика көнө менән ҡотланы һәм был датаның мөһимлеген билдәләне, уҡыусыларға илебеҙҙең лайыҡлы граждандары булып үҫеүҙәрен теләне. Уларға һәйбәт уҡырға, тоғро иптәштәр булырға, ата-әсәләргә ярҙам итергә кәрәклеген билдәләп уҙҙы.
– Быйылдан башлап һеҙҙең мәктәптәрҙә шайморатовсылар класы бар һәм һеҙ Рәсәй Федерацияһы Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исеменә лайыҡлы булырға бурыслы. Был – ҙур хөрмәт һәм яуаплылыҡ! – тип билдәләне ул.
“Шайморатов класы” уҡыусылары өсөн мәктәп музейына экскурсия ойошторолдо, унда Дыуан-Мәсетле ауылы тарихы тураһында һөйләнеләр.
Артабан спорт залында ярыштар старт алды.
Беренсе этап – командаларҙың визит карточкаһы. Шунан һуң командалар автоматты һүтеп-йыйыуҙа ярышты, һикергес (скакалка) аша һәм оҙонлоҡта һикерҙе, арҡан тартышты. Дуҫлыҡ еңде! Тимәк, беҙҙең шайморатовсыларыбыҙ сос, көслө һәм сая!
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: быйыл Дыуан-Мәсетле һәм Яңы Мишәр мәктәптәрендә 1 сентябрҙән Рәсәй Федерацияһы Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге кластар асылды.
“Шайморатов класы” – төп дөйөм белем биреү программаһынан тыш, фәндәрҙе тәрән өйрәнеүҙе үҙләштергән дөйөм белем биреү класы. Маҡсаты – егеттәрҙе хәрби йәиһә башҡа дәүләт хеҙмәтенә әҙерләү.
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.

Автор:Лариса Михалькова