Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Октябрь 2022, 14:20

Уртаҡ маҡсатта хеҙмәт

Педагогик эшмәкәрлек, балалар тәрбиәләү, уларҙың хәстәрҙәре һәм проблемалары менән йәшәү – ҡайһы берҙә тотош ғаиләләр үҙҙәрен ошо изге бурысҡа бағышлай.

Уртаҡ маҡсатта хеҙмәт
Уртаҡ маҡсатта хеҙмәт

Беҙҙең арала ундай абруйлы династиялар байтаҡ. Шуларҙың береһе – дөйөм хеҙмәт стажы йөҙ йылдан ашыу тәшкил иткән Сәхәүетдиновтар нәҫеле. Был династия – ысын педагогтар ғаиләһе. Нәҫелдәге һәр остаз үҙенең юғары һөнәри оҫталығы һәм балаларға һөйөүе менән айырылып тора.
Династияға нигеҙ һалыусы – Әсбап Сәхәүетдинов. Ул 1909 йылдың 24 мартында Яңы Мишәр ауылында тыуған. Партия мәктәбен тамамлай, 25 йыл ғүмерен мәктәптә белем биреүгә арнай, Яңы Мишәр мәктәбенең беренсе директоры була, һуңынан партия эшенә күсә.
1942 йылда уны фронтҡа алалар. Әсбап Мөфтәх улы 521-се уҡсылар полкында миномет полкы командиры вазифаһында хеҙмәт итә. “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” миҙалы менән наградланған. Ауылдаштары әйтеүенсә, коллегалары уны һәр ваҡыт хөрмәт итә, ә балалар ярата.
Династияның икенсе уҡытыусыһы – Фатима Сәхәүетдинова (Латипова), Әсбап Мөфтәх улының өлкән улы Абзал Сәхәүетдиновтың ҡатыны. Ул Яңы Мишәр мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы була. 1947 йылда Мәсәғүт педагогия училищеһында башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәрен алғандан һуң, 29 йыл балалар менән эшләй. Абрар Абзал улы әйтеүенсә, ул уҡыусылары менән еңел уртаҡ тел таба белә.
Фатима Сәхәүетдинованың бер туған апайҙары ла балаларға белем бирә: Сәймә Ҡәниф ҡыҙы 14 йыл башланғыс кластарҙа уҡыта, Нәсимә Ҡәниф ҡыҙы 30 йыл рус телен алып бара, ҡустыһы Советтар Союзы Геройы Ҡотдос Латипов Мәсәғүт педагогия училищеһын тамамлай һәм бер йыл Ләмәҙтамаҡ мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй.
Педагогтар династияһында өсөнсө урында – Абрар Сәхәүетдинов. Ул 1949 йылдың 15 ноябрендә Яңы Мишәр ауылында тыуған. 1968 йылда Өфө физик культура техникумын, артабан Силәбе педагогия институтын тамамлай. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1971 йылда тыуған ауылында физик культура уҡытыусыһы булып башлай. Был мәктәптә уның педагогик хеҙмәт стажы 34 йыл тәшкил итә, шуның 20-һен директор вазифаһында үткәрә.
Етәксе булараҡ, Абрар Абзал улы мәктәптә ыңғай атмосфера, яҡшы шарттар булдыра, педагогтарҙы төрлө эшмәкәрлеккә йәлеп итә, уларҙың һәләттәрен һәм мауығыуҙарын иҫәпкә ала, педагогтар коллективының һәр ағзаһының ижади үҫеше өсөн шарттар булдыра.
2000 йылда яңы ике ҡатлы мәктәп бинаһы төҙөлә. Шул уҡ йылда ауыл хакимиәтенең әүҙем ярҙамы менән яңы мәктәп бинаһында тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы асыла. Сәхәүетдиновтар династияһын уның улы Азамат дауам итә. Хәҙер Яңы Мишәр мәктәбендә технология һәм тормош хәүеф-һеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы булып эшләй.
Ҡыҙы Айгөл тәрбиәсе һөнәрен һайлаған.
Абрар Абзал улының килене Зөлфиә Рәйес ҡыҙы география уҡытыусыһы булып эшләй, ошо уҡ мәктәптең мөдире. Уның эш стажы – 28 йыл. Үҫеп килгән быуынды уҡытыу һәм тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергәне, һөнәри эшмәкәрлегендәге ҡаҙаныштары өсөн 2019 йылда район хакимиәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Зөлфиә Рәйес ҡыҙы үҙен яратҡан эшенә бағышлай – балалар уҡыта. Ул ижади кеше, квалификациялы уҡытыусы, оҫта ойоштороусы, коллегалары, ата-әсәләр һәм уҡыусылар араһында абруй һәм хөрмәт яулай.
Абрар Сәхәүетдиновтың туғандары ла балалар менән эшләй: Рәғиҙә Абзал ҡыҙы – Балалар сәнғәт мәктәбендә уҡытыусы, Нурия Абзал ҡыҙы рәсем уҡытыусыһы була.
Ейәнсәре Азалия Азамат ҡыҙы ла педагогтар династияһын дауам итә. Балаларының ата-әсә юлынан барғанда, һөнәрҙе осраҡлы түгел, ә аңлы рәүештә һайлағандарына һис тә шикләнерлек түгел.
Был – тотош бер нәҫел тарихы. Династия вәкилдәренең һәр ҡай-һыһы төрлө осорҙа эшләгән һәм эшләй. Әммә уларҙың барыһы ла бер изге маҡсатҡа хеҙмәт итә – балаларға ныҡлы белем биреү һәм лайыҡлы кешеләр тәрбиәләү.

Гөлсинә ҒҮМӘРОВА,
Яңы Мишәр мәктәбе
мөдиренең тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары.

Уртаҡ маҡсатта хеҙмәт
Уртаҡ маҡсатта хеҙмәт
Автор:Лариса Михалькова