Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Октябрь 2022, 10:00

Үҙ тәғәйенләнешен тапҡан

Ерҙә йәшәгән һәр кешенең үҙе генә башҡараһы эше, миссияһы бар. Кеше үҙен ошо тәғәйенләнешенә бағышлай алһа, Ер йөҙөндә иң бәхетлеләрҙән һанала. Хеҙмәтенән йәм тапҡан кеше уңыштарға ирешә, үҙ эшенең ысын оҫтаһы булып таныла.

Үҙ тәғәйенләнешен тапҡан
Үҙ тәғәйенләнешен тапҡан

Һоҡланғыс шәхес, башланғыс кластар уҡытыусыһы, йәш уҡытыусыларҙың остазы Фаилә Нәбиуллина – үҙ тәғәйенләнешен тапҡан нәҡ шундай бәхетле кеше.
Буласаҡ педагог Златоуст пед-училищеһында белем ала һәм 1984 йылда Яуыш мәктәбенә балаларға белем биреү өсөн ебәрелә. Башланғыс кластарҙа уҡытҡан абруйлы уҡытыусының хеҙмәт стажы бөгөн 38 йыл тәшкил итә. Ошо йылдар эсендә ул бар тәжрибәһен, белемен эшенә бағышлай. Оҙаҡ йылдар мәктәптең профсоюз ойошмаһы етәксеһе, район башланғыс кластар уҡытыусыларының методик берекмәһе етәксеһе була.
Күҙҙәре нур бөрккән изге күңелле, әүҙем ҡатын ситтәрҙең бәләһенә битараф булмай. Иң мөһиме балаларҙы яратырға, уларҙы аңларға кәрәк, шул саҡта яҡшы эшләү теләге үҙе тыуа, тип иҫәпләй ул. Тәжрибәле педагогтың фекеренсә, һөнәри кимәлде даими күтәрергә, һәр балала үҙенсәлек табырға ынтылырға кәрәк,
Уҡытыу барышында уҡытыусы балаларҙа белем алыу теләге тәрбиәләргә тейеш. Был ауыр эш, әммә ошо йүнәлештә тайпылмай барырға кәрәк. Ә тәрбиәләү процесында уҡыусының шәхсән һәләттәрен үҫтереү мөһим. Үҙ эшендә Фаилә Мирсаяф ҡыҙы быға айырыуса иғтибар итә.
Уҡыусылары уның хеҙмәтен лайыҡлы баһалай, дуҫтарса йылы мөнәсәбәттә йәшәй, кәңәш һорап мөрәжәғәт итә, серҙәре менән бүлешә.
Фаилә Мирсаяф ҡыҙы тормош иптәше менән бик матур улдар үҫтерҙе: өлкән улы, әсәһе юлынан китеп, математика һәм информатика уҡытыусыһы булып эшләй, уртансыһы – Себер тарафтарында, ә кесеһе юрист һөнәрен һайлаған. Барыһы ла үҙ ғаиләләрен ҡорған, улар – өлгөлө атайҙар.
Педагог башҡаларға ҡарата һәр саҡ асыҡ, ғәҙел, аңлай белә. Ул – яҡшы кеше, маҡтауға һәм хөрмәткә лайыҡ уҡытыусы. Тырышлығы, уңышлы хеҙмәте өсөн Фаилә Мирсаяф ҡыҙы күп һанлы грамоталар менән наградланған, “Мәғариф алдынғыһы” исеменә лайыҡ. Ә шулай ҙа педагог өсөн иң ҙур награда – уҡыусыларының бәхетле йылмайыуы, ата-әсәләрҙең хөрмәте һәм коллегаларының рәхмәте.
Яуыш мәктәбе коллективы.

Автор:Лариса Михалькова