Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Октябрь 2022, 11:00

Әле лә мәғрифәт нурҙарын тарата

Педагог, хеҙмәт ветераны Мәрхәбә Хәмит ҡыҙы Вәлиева – әле Тайыш ауылының хөрмәтле ағинәйе, тыумышы менән Йоностоҡо. Атаһы – Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветераны Вәлиханов Хәмит әсәһе Фатима инәй менән 4 ҡыҙ тәрбиәләп, уҡытып, һөнәрле итеп, үҙ юлдарын табыуға һөйөнөп ғүмер иттеләр.

Әле лә мәғрифәт нурҙарын тарата
Әле лә мәғрифәт нурҙарын тарата

Мәрхәбә – иң кесеһе. Атаһы – һуғышта алған яраларынан мандый алманы. Өс апаһы, ауыл мәктәбен тамамлап, уҡырға китә торҙолар. Ир-егеттәр һәм ҡыҙҙар эшен дә һис иренмәй етеҙ генә эшләр уңған, ҡыйыу ҡыҙ булып үҫеп етә ул. 8-сене “отлично”ға тамамлап, Мәсәғүт педагогия училищеһына уҡырға инә. Уҡыу һәләтле ҡыҙға еңел бирелә, һөнәренә ғашиҡ булып Йонос мәктәбендә 1978 йыл эшләй башлай. Икенсе уҡыу йылын Тайыш мәктәбендә ҡаршылай, уңған механизатор Вәлиев Рәмил менән ғаилә ҡоралар. Күркәм йорт һалып инәләр, өс балаға ғүмер бүләк итәләр. Вәлиев Рәмил һөт ташыусы, колхоз автобусын йөрөтөүсе була. Намыҫлы эше өсөн өр яңы КамАЗға ултырталар. Ләкин уға оҙаҡ эшләргә яҙмаған икән. Ғаиләгә бәлә килә. Йәш ҡатын ҡара ҡайғыһын яратҡан уҡыусылары, эше менән еңеп сыға. Тормош дауам итә. Ярай әле ҡәйнәһе Хөсәнә балаларын тәрбиәләргә, тормош көтөргә ярҙам итә. Баҡса эше, ишле мал ҡарау яңғыҙ ҡатынға бик ауыр була. 5 йыл ҡәйнәле-киленле донъя көтәләр.
Колхоздың алдынғы механизаторы, оло йөрәкле Рәйес Иштуғанов көслө рухлы, тырыш ҡатынды күптән оҡшатып йөрөй. 1997 йыл уны кәләш итеп ала. Балаларҙы ла ала йылы ҡосағына, үҙ итә. Ғаиләнең ышаныслы терәге була. Дүртенсегә уртаҡ ҡыҙҙары Ләйсән тыуа. Татыу ғүмер итәләр. Балаларҙың дүртеһе лә юғары белемле. Матур туйҙар үткәреп, түр башында хөрмәтле ҡоҙа-ҡоҙағый булып балҡып ултырҙы Мәрхәбә һәм Рәйес Иштуғановтар.
– Әсәйемдең ҡасан торғанын да, ятҡанын да белмәйем. Кистән өлгөрмәһә, таңғы биштә дәрес пландарын төҙөй. Беҙҙе нисек яратһа, өҙөлөп торһа, һәр уҡыусыһына ла шундай мөнәсәбәттә әсәйебеҙ. Өлгөлө йортонда, урам баҡсаһында бөхтәлек, тәртип һәм таҙалыҡ. Һаман да һыйырыбыҙ бар. Ҡош-ҡорт ҡарай, еләк-емеш, сәскәләр үҫтереү оҫтаһы. Аш-һыуы иң тәмлеһе. Кешеләргә ярҙамсыл, алсаҡ, шат күңелле. Ауылдың хөрмәтле кешеһе ул. Ата-әсәләр алдында докладтар уҡый. Район, ауыл советы, ауылда үткән мәҙәни сараларҙа актив ҡатнаша. Өлгөр уҡытыусы ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы, һайлау комиссияһы рәйесе, профком ойошмаһында эш алып бара, концерттарҙа ҡатнаша. Шундай изге әсә һәм өләсәй ул, – ти Ләйсән Рәйес ҡыҙы. Ул БДПУ-ның 2-се курс магистранты.
Мәрхәбә Хәмит ҡыҙының эш стажы 36 йыл, шуның 24 йылында 2 класс менән эшләне – был бик ауыр хеҙмәт. Намыҫлы эше өсөн төрлө мәғариф бүлектәре, Башҡорт АССР-ның Мәғариф министрлығы рәхмәт хаттары, почет грамоталары менән бүләкләнгән, ҙурланған. Хәреф таныр-ға өйрәткән уҡыусылары бөгөнгө көндә халыҡ хужалығының төрлө тармаҡтарында эшләйҙәр һәм ҡәҙерле уҡытыусыларын юбилейҙар, байрамдар менән ҡотлап, күңелен үҫтереп ебәрәләр.
Ғәҙәттә, аҡыл эйәһе, ихтирамлы ҡатындарҙы морондоҡ инәй итеп һайлайҙар йәш килендәргә. Мәрхәбә апаның морондоҡ ҡыҙы бишәү. Ниндәй ярҙам кәрәк тип, улар мәшәҡәттәр сыҡҡанда килеп етә. Морондоҡ инәләре тормош көтөргә өйрәтә, үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашып, кәңәштәрен йәлләмәй.
Хәҙер ветеран уҡытыусы өсөн балалары – көтөп алынған ҡунаҡ. Рөстәм улы Мәсәғүт педагогия училищеһында белем алған. Ҡатыны менән ҡыҙ һәм ул үҫтерәләр. Ҡыҙы БДУ-ның туризм факультетын тамамлаған, әле Төркиәлә практика үтә. Улы – мәктәп уҡыусыһы.
Миләүшә Рәмил ҡыҙы – табип. Ҡыҙы Лиана БДУ-ның юридик факультетында уҡый.
Ә Айгөл Рәмил ҡыҙы – бөтә республикаға билдәле шәп һылыуҡай, әле декрет ялында. Мәсетленең данлы ҡыҙы 2014 йыл районыбыҙҙың иң билдәле кешеләре иҫәбенә инде. БДПУ-ның III курс студенты сағында Ставрополдә уҙған “Мисс студенчества России-2012” VI Бөтә Рәсәй матурлыҡ, һомғоллоҡ ижад конкурсында “Мисс элегантность” номинацияһында еңеүсе. 2013 йыл Өфөлә үткән “Һылыуҡай” бәйгеһендә лә финалға үтә. 2014 йыл Кореяла Халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында 4-се урын яулай һәм донъялағы иң матур ҡыҙҙар иҫәбенә инде.
Уңыштары өсөн бөтә балалары әсәгә рәхмәтле. Ул шулай тормошҡа позитив ҡараш тәрбиәләгән, Ерҙәге, кешеләрҙәге матурлыҡты тоя, күрә белергә өйрәткән, телгә, илгә, гүзәл тәбиғәтебеҙгә һөйөү тойғолары уятҡан. Бөгөн дә дуҫ-иштәренә яҡшы кәйеф, күтәренке күңел бүләк иткән һәр яҡлап маҡтауға лайыҡ гүзәл әсә, ғорур ҡатын.
Сажиҙә МӨХӘРӘМОВА,
Йонос ауылы.

Автор:Лариса Михалькова