Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Октябрь 2022, 15:00

Геройҙар уҙышы

Шишмә районының “Патриот” паркында Башҡортостан Республикаһының педагогик хеҙмәткәрҙәре араһында “Геройҙар уҙышы” ҡаршылыҡтар аша күмәкләп йүгереү сараһы ойошторолдо.

Геройҙар уҙышы
Геройҙар уҙышы

Уҙышта республиканың барлыҡ район һәм ҡалаларынан командалар ҡатнашты. Мәсетле районынан 10 педагогтан торған йыйылма команда сығыш яһаны. Улар – Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең тренер-уҡытыусыһы Тимур Бәҙретдинов, Әләгәҙ мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Филүс Зиннуров, спорт мәктәбе директорының уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Лилиә Солтанова, Яңы Яуыш мәктәбенең информатика уҡытыусыһы Денис Нәбиуллин, Оло Ыҡтамаҡ лицейының физкультура уҡытыусыһы Рәшит Хәмитов, Башҡорт гимназияһының физкультура уҡытыусыһы Гөлназ Муллағәлиева, спорт мәктәбе директоры Фәнил Денисламов, спорт мәктәбе тренеры Вадик Бәҙретдинов, Яңы Мөслим мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Фидан Лотфуллин, спорт мәктәбе тренеры Артур Сафин, спорт мәктәбе методисы Ирина Ғилманова.
Һыу ҡаршылыҡтарын, бейек стенаны, ауыш ҡойманы, сәнскеле тимерсыбыҡты, ер аҫты тоннелдәрен, арҡандарҙы, траншеяларҙы һәм һыулы соҡорҙарҙы уңышлы үтеп, беҙҙекеләр төньяҡ-көнсығыш райондары командалары араһында икенсе булды.

Надежда ГАЛАНОВА.

Автор:Лариса Михалькова