Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Октябрь 2022, 12:00

Бөгөнгө мәғариф системаһы – һандар

Районда йәмғеһе 306 уҡытыусы, 95 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы педагогы, Пионерҙар һәм уҡыусылар йортоноң 16 хеҙмәткәре, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең 11 педагогы һәм 23 Балалар сәнғәт мәктәбе хеҙмәткәре иҫәпләнә.

Бөгөнгө мәғариф системаһы – һандар
Бөгөнгө мәғариф системаһы – һандар

Райондың белем биреү учреждениеларында 23 йәш уҡытыусы эшләй. 2022 йылда бер нисә уҡыу йортонда яңы йәш етәкселәр үҙ бурыстарын үтәүгә тотондо: Айтуған Таһиров – Оло Ыҡтамаҡ лицейында, Айрат Ғәлиев – Түбәнге Бобин мәктәбендә һәм Филүс Зиннуров – Әләгәҙ мәктәбендә.
Райондың муниципаль мәғариф системаһының 87 педагогына квалификация категориялары бирелде, шул иҫәптән беренсе квалификация категорияһын 20 педагог алды, юғары – 67.
Район мәктәптәрендә 2737 уҡыусы белем ала, уларҙың 309-ы – беренсе класс уҡыусылары.
Мәктәпкәсә белемде 1177 бала ала, тулы көн режимында – 663 бала, 514-е – ҡыҫҡартылған көн режимында.
Пионерҙар һәм уҡыусылар йортонда 1245 бала шөғөлләнә, спорт мәктәбендә – 753, Балалар сәнғәт мәктәбендә – 396 бала.

Автор:Лариса Михалькова