Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
3 Октябрь 2022, 10:20

“Туризм – ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” пилот проекты

Башҡортостан Республикаһы – мәктәп туризмы буйынса пилот проектын башлап ебәргән тәүге төбәктәрҙең береһе. Уны ғәмәлгә ашырыуға “Туризм – ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты нигеҙендә федераль бюджеттан 55,5 миллион һум аҡса бүленгән, йәнә 22,2 миллион һумды республика биргән.

“Туризм – ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” пилот проекты
“Туризм – ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” пилот проекты

Программала ҡатнашыу ябай. Мәктәп һәм район мәғариф бүлеге бергәләп 5-9 класс уҡыусыларынан торған төркөм ойоштора. Маршрут, дата һәм ваҡытты һайлайҙар. Уҡыусылар өсөн юл йөрөү бушлай. Турпакетҡа барып ҡайтыу, экскурсиялар, ҡайнар аш, йәшәү һәм страховка индерелгән. Сәфәрҙе берҙәм федераль реестрға ингән төбәк туроператорҙары ойоштора. “Туристик хеҙмәттәрҙең асыҡлығын арттырыу” төбәк проектын тормошҡа ашырыу тураһындағы килешеүгә ярашлы, Башҡортостан Республикаһына квота 11106 балаға бүленгән.
Проекттың төп маҡсаты – уҡыусыларҙы ҙур булмаған сәйәхәт барышында тыуған яҡтың тарихы һәм мәҙәниәте менән таныштырыу.
Ошо программа ярҙамында Мәсетле районы мәктәптәренән 31 һәм 32 уҡыусынан торған ике туристик төркөм “Янғантау” геопаркына һәм Өфө ҡалаһына ике көнлөк экскурсияға юлланды.
Төркөмдә Башҡорт гимназияһы, Оло Ыҡтамаҡ лицейы, Оло Аҡа, Әжекәй, Әләгәҙ, Яңы Мөслим, Яңы Яуыш, Йонос, Оло Аҡа, Дыуан-Мәсетле, Ләмәҙтамаҡ, Яңы Мишәр, Түбәнге Бобин мәктәптәре уҡыусылары булды. Балаларҙы уҡытыусылар Ирина Рәхимова, Рәмзилә Ғилметдинова, Людмила Сычкина, Зөлфиә Ғилманшина, Розалия Мөжипова, Әлиә Ғәлимова оҙатып йөрөнө. Ә барлыҡ эштәрҙе Пионер-ҙар һәм уҡыусылар йорто директоры Гүзәлиә Әхмәтханова ойошторҙо.
Сәйәхәткә төркөм “Урал батыр” туроператоры бүлгән уңайлы автобуста юлға сыҡты. Тәүге көндө уҡыусылар “Янғантау” геопаркының визит-үҙәгенә барҙы, унда гид менән бергә “Геопарк йөрәге” буйлап йөрөнө: Ҡорғаҙаҡта, һыу тирмәнендә, визит-үҙәктә булды.
Сәйәхәт итеүселәр өсөн “Ҡорғаҙаҡ” кафеһында төшкө аш ойошторолдо. Бынан һуң гид- инструктор балаларҙы Иҙрис мәмерйәһенең тарихы менән таныштырҙы, балалар Салауат Юлаев тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр белде, мезолит дәүере һүрәттәрен иғтибар менән ҡараны һәм, әлбиттә, ошо урындарҙың иҫ киткес матур тәбиғәтен байҡаны.
Артабан туристар Өфөгә юл тотто, уларҙы өс йондоҙло Амакс Сити отеленә урынлаштырҙылар. Икенсе көн отелдең ресторанында иртәнге аштан – “швед өҫтәле”нән башланды, унан һуң улар гид оҙатыуында ҡаланың көньяҡ өлөшө буйлап “Күп милләтле Өфө” экскурсияһына юлланды. Төркөм “Дуҫлыҡ монументы”, Салауат Юлаев исемендәге баҡса, Софья аллеяһы, Иҫке Өфөнөң тарихи йорттары, “Ете ҡыҙ” фонтаны, Ҡаруанһарай, Салауат Юлаев һәйкәле янында булды һәм башҡа ҡыҙыҡлы урындарҙы күрҙе. Башҡортостандың Милли музейына ла инделәр. Музей хеҙмәткәрҙәре залдар буйлап ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс экскурсия әҙерләгән, уҡыусылар квест эштәрен башҡарҙы, бер үк ваҡытта тамашасы ла, оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусы ла булды.
Был сәфәр балаларға бик оҡшаны, уларҙа онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы.

Ләйсән АБЗАНОВА.

“Туризм – ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” пилот проекты
“Туризм – ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” пилот проекты
Автор:Лариса Михалькова