Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Сентябрь 2022, 10:55

Уҡыу йылына аяҡ баҫҡанда

Пионерҙар һәм уҡыусылар йортонда өҫтәмә белем биреү хеҙмәткәрҙәренең район семинар-кәңәшмәһе үтте.

Уҡыу йылына аяҡ баҫҡанда
Уҡыу йылына аяҡ баҫҡанда

Директор Гүзәлиә Әхмәтханова хеҙмәттәштәренә бурыстар, балиғ булмағандар эше буйынса комиссия менән хеҙмәттәшлек, ковид-19 таралыуын иҫкәртеү буйынса саралар тураһында һөйләне.
Тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Анзалита Мусина берләшмәләрҙең уҙған уҡыу йылындағы эшенә йомғаҡ яһаны, яңы 2022-2023 йылдарға маҡсаттар һәм бурыстар билдәләне, “Йөрәгемде балаларға бирәм” конкурсы хаҡында хәбәр итте. Пионерҙар йортонда яңы эш башлаған педагог, “АБВГДейка” берләшмәһе етәксеһе Лилиә Орлова менән таныштырҙылар.
Балаларға өҫтәмә белем биреү буйынса муниципаль үҙәк методисы Гүзәл Йосопова үҙ сығышында балаларға өҫтәмә белем биреүҙе шәхси финанслау тураһында һорауҙарға яуап бирҙе, шулай уҡ 2022-2023 уҡыу йылында “Навигатор” автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһында эшләү буйынса педагогтар өсөн бурыстарҙы билдәләне. Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто педагог-ойоштороу-сыһы, Башҡортостан Республикаһының Рәсәй уҡыусылар хәрәкәте муниципаль кураторы Миләүшә Ғибәҙуллина хәрәкәт проекттары буйынса эшләү тәжрибәһе менән уртаҡлашты, Рәсәй уҡыу-сылар хәрәкәте конкурсы биргән мөмкинлектәр, сәфәрҙәр, уҡыу йылында Бөтә Рәсәй балалар үҙәктәрендә, республика фестивалдәрендә һәм форумдарында ҡатнашҡан активистар хаҡында һөйләне.
Беҙҙең хәбәрсе.

Автор:Лариса Михалькова