Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Сентябрь 2022, 11:45

Илья – финатлон буйынса призер

Өфөлә өлкән класс уҡыусылары өсөн финанс белем, финанс баҙары һәм финанс хеҙмәттәр менән ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса 17-се Бөтә Рәсәй олимпиадаһы – өлкән класс уҡыусылары өсөн финатлон призерҙарын һәм еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Унда Рәсәйҙең 85 төбәгенән 80500 уҡыусы, шул иҫәптән Башҡортостандан 3252 уҡыусы ҡатнашты. Мәсетле районынан да Түбәнге Бобин мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Илья Вавилов унда үҙ һәләттәрен күрһәтте (остазы – тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы Румия Ғәбитова).

Илья – финатлон буйынса призер
Илья – финатлон буйынса призер

Өс һынау турын үтеп, Илья финатлон призеры булды.
Бүләкләү тантанаһында Башҡортостан Республикаһының финанс министры Лира Иғтисамова, Рәсәй банкы Урал баш идаралығының Башҡортостан Республикаһы буйынса милли банк-бүлексә идарасыһы Марат Кашапов, БР мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Илдар Мәүлетбирҙин ҡатнашты.
– “Өлкән класс уҡыусылары өсөн финатлон” олимпиадаһы киң билдәлелек менән файҙалана. Беҙ барыбыҙ ҙа үҙенсәлекле фекер йөрөткән һәм иҡтисад, финанс өлкәһендә яңы белем алырға ынтылған талантлы балалар өсөн ысын күңелдән шатбыҙ. Уҡыусылар өлгәшкән уңыштар – 2018 йылда асылған остаз-педагогтар әҙерләүсе урта белем биреүҙең финанс белемлелеге буйынса Өфө төбәк методик үҙәгенең ҡаҙанышы, – тип билдәләне.
Шуны әйтеп үтергә кәрәк, финанс белем биреү буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһы мәктәп уҡыусыларының предмет олимпиадалары исемлегенә инә. 2019-2020 уҡыу йылында олимпиадаға II кимәл бирелде, тимәк, уның еңеүселәре һәм призерҙары илдең иң яҡшы иҡтисади юғары уҡыу йорттарына ингәндә ташламалар ала.
Ләйсән АБЗАНОВА.

Автор:Лариса Михалькова