Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Август 2022, 16:00

Уҡытыусы һөнәренә тоғро

Уҡытыусы – ул белем биреүсе генә түгел, ә иң тәүҙә тормошто һәм кешеләрҙе яратырға өйрәтеүсе һәм балаларҙың күңеленә изгелек орлоҡтары сәсеүсе тәрбиәсе лә.

Уҡытыусы һөнәренә тоғро
Уҡытыусы һөнәренә тоғро

Уҡытыусы һөнәренә тоғролоҡ, әҙәбиәткә һәм туған телгә сикһеҙ һөйөү, киң күңеллелек, ихласлыҡ һәм бигерәк тә балалар-ҙы яратыу – быларҙың барыһы ла Оло Ыҡтамаҡ Башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зилә Роберт ҡыҙы Миндибаеваға хас. Нурлы йөҙө, яғымлы тауышы менән бар уҡыусыларҙың да күңелен иретер көскә эйә педагог ул.
Зилә Роберт ҡыҙы – үҙ предметын яҡшы белгән юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. 1998 йылда Мәсәғүт педагогия училищеһын тамамлағас, Тайыш мәктәбендә эшләй башлай, 2001 йылда Оло Ыҡтамак ауылының 2-се һанлы мәктәбенә килә. 2005 йылда ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. Шул ваҡыттан алып Зилә Роберт ҡыҙы – үҙ һөнәренә тоғро ҡалған, балалар күңеленә изгелек, яҡшылыҡ, белем орлоҡтарын сәскән уҡытыусыларҙың береһе.
Һөнәри конкурстарҙа ла һынатмай Зилә Роберт ҡыҙы. “Иң яҡшы башҡорт теле уҡытыусыһы” район конкурсында, төбәк-ара “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2008” конкурсында “Иң яҡшы дәрес” номинацияһында еңеүсе тип табылды. Ә инде үткән 2021-2022 уҡыу йылы Зилә Роберт ҡыҙы Миндибаева өсөн бигерәк тә уңышлы булды. 2021 йылда “Педагогик оҫталыҡ мәктәбе” II республика конкурсында еңеп сыҡты һәм “Педагог-оҫта” исеменә лайыҡ булды. “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2022” төбәк-ара конкурсында лауреат исемен яуланы. Зилә Роберт ҡыҙының эше, тырышлығы ла ваҡытында баһаланып бара: ул республикабыҙҙың Мәғариф һәм фән министрлығының, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының рәхмәт хаттары, маҡтау грамоталары, дипломдары менән бүләкләнгән.
Зилә Роберт ҡыҙы – йәш быуында туған телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләүҙә оло яуаплылыҡ тойған уҡытыусы, заманса технологияларҙы үҙ итә, яңы методик алымдарҙы тиҙ үҙләштерә, дәрестәрендә ҡуллана. Ул район методик берекмә ултырыштарында ғына түгел, республика кимәлендә лә онлайн йәки офлайн режимда үҙенең эш тәжрибәләре менән уртаҡлаша, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтә. Yои Tube та “Зилә Ниязова” исеме аҫтында үҙ каналын асып, башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә ҡулланыу өсөн материалдарҙы, видеороликтарҙы шунда һалып бара.
Талапсан, үҙ эшен яратып башҡарған уҡытыусыны балалар үҙ итә, дәрестәрен түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Тырышлыҡ бушҡа китмәй: уҡыусылары төрлө конкурстарҙа, ижади бәйгеләрҙә, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа призлы урындар яулай, район һәм республика олимпиадаларында юғары күрһәткестәргә өлгәшә. Мәҫәлән, 2019 йылда 6-сы класс уҡыусыһы Гүзәлиә Әбүбәкирова “Минең хыялым” республика конкурсында еңеп сыҡты һәм Башҡорт дәүләт университеты Стәрлетамаҡ филиалының I дәрәжәле дипломы менән бүләкләнде. 2020 йылда 10-сы класс уҡыусыһы Айтуған Зәйнетдинов төньяҡ-көнсығыш райондары араһында үткәрелгән “Салауат вариҫтары” зональ конкурсында Гран-при яуланы, ә Әдилә Дәүләтова өлкә буйынса иншалар конкурсында еңеүсе булды, “Хазина” республика конкурсында призлы урын яуланы, республика фәнни-ғәмәли конференцияла ла беренсе урын алды, 2022 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында мәктәптәр һәм колледждар араһында үткәрелгән “Ғилем” фәнни-эҙләнеү конференцияһында ҡатнашып, “Халыҡ кәсебен пропагандалау” номинацияһында дипломға лайыҡ булды. Был һөҙөмтәләр – уҡытыу-сының ныҡышмалы хеҙмәт емеше ул.
“Заман уҡытыусыһы – ул бер үк ваҡытта үҙ фәнен төплө белгән педагог та, психолог та, артист та. Шунһыҙ уҡыусыларҙа телгә ҡарата һөйөү, халыҡ йолаларына, яҙыусылар ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу мөмкин түгел”, – ти Зилә Миндибаева.
Зилә Роберт ҡыҙы йәмәғәт эштәрендә лә, район, мәктәп тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Һәр бер эшкә яуаплы ҡарай, ниндәй генә эште ҡулына алһа ла, еренә еткереп, атҡарып сыға. 2018-2020 йылдарҙа район башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район методик берекмәһен етәкләне. 2021-2022 уҡыу йылында имтихандар үткәреү пункты етәксеһе итеп ҡуйылды, бөгөнгө көндә Башҡорт гимназияһында фәнни-методик эшмәкәрлек буйынса директор урынбаҫары вазифаһын башҡара. Зилә Роберт ҡыҙы – I Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезы делегаты ла.
Зилә Роберт ҡыҙының ғаиләһе лә матур, тормош иптәше Альфрит Әлхәс улы менән 3 ул үҫтерәләр: оло улдары Өфө ҡалаһында колледжда уҡый, уртансы һәм кесе улдары мәктәптә белем алалар. Бер-береһен ихтирам итеп йәшәгән ғаиләлә ихласлыҡ, аңлаусанлыҡ алда тора. “Ирем, туғандарым аңлап, ыңғай ҡарап, ярҙам итеп тормаһалар, уңыштарға ла өлгәшә алмаҫ инем”, – ти Зилә Роберт ҡыҙы.
Кешеләрҙе яратыуы, ярҙамсыл, эшсән, профессиональ яҡтан компетентлы булыуы менән уҡытыусылар һәм ата-әсәләр араһында хөрмәт ҡаҙанған.
12 августа Өфө ҡалаһының “Торатау” конгресс холында мәғариф буйынса август кәңәшмәһендә республика етәксеһе Радий Хәбировтың ҡулынан Башҡортостан Республикаһы Башлығы премияһын алыу “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2022” төбәк-ара конкурсында финалға сығыусы Зилә Роберт ҡыҙы Миндибаева өсөн иң ҙур, тулҡынландырғыс ваҡиға булғандыр.
Киң күңелле, кешеләргә ҡарата иғтибарлы, бөгөнгө эште иртәгәгә ҡалдырмай, гел генә яҡшы ниәттә йәшәүсе үҙ һөнәренә тоғро ҡалған уҡытыусыға артабан да бөтмәҫ дәрт, һаулыҡ теләйек!
Әнүзә СИРАЕВА,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район
методик берекмәһе етәксеһе.

Автор:Лариса Михалькова