Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Август 2022, 10:25

Мәсетле районы мәғарифы заман талаптарына яуап бирә

Мәғариф системаһы тураһында мәғлүмәтМәсетле районының муниципаль мәғариф системаһын 12 урта, 4 төп дөйөм белем биреү, 8 башланғыс мәктәп, 25 мәктәпкәсә учреждение, ике өҫтәмә белем биреү учреждениеһы – Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәшкил итә.

Мәсетле районы мәғарифы заман талаптарына яуап бирә
Мәсетле районы мәғарифы заман талаптарына яуап бирә

Районда барлығы 425 педагог эшләй, уларҙың 306-һы – уҡытыусылар, 95-е – тәрбиәселәр, 14 хеҙмәткәр Пионерҙар һәм уҡыусылар йортонда эшләй, 10 педагог – Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә.
Райондың социаль өлкәһендә мәктәпкәсә белем биреү мөһим урындар-ҙың береһен биләй. 2021-2022 уҡыу йылында 25 мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһында һәм бер мәктәп-балалар баҡсаһында мәктәпкәсә белем биреү ойошторолдо. Район балалар баҡсаларында дөйөм үҫтереү йүнәлешендәге 58 төркөм бар. Шулай уҡ Оло Ыҡтамаҡ ауылының “Ромашка” балалар баҡсаһында телмәрендә кәмселектәре булған балалар менән шөғөлләнеүсе логопед төркөмө эшләп килә.
Мәктәпкәсә учреждениеларға 1177 бала йөрөй, уларҙың 663-ө – тулы көн, 514 тәрбиәләнеүсе – ҡыҫҡартыл-ған көн режимында. 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге һәм йәш ярымдан 3 йәшкә тиклемге балаларҙың мәктәпкәсә учреждениеға йөрөү мөмкинлеге 100% тәшкил итә.
Балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре һәм тәрбиәселәре район, республика һәм Бөтә Рәсәй конкурстарында әүҙем ҡатнаша. Оло Ыҡтамаҡ ауылы “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһының бейеү коллективы “Серпантин искусств” Бөтә Рәсәй сәнғәт фестиваль-конкурсында 2-се дәрәжә лауреат, “Талант ҡанаттарында” халыҡ-ара конкурс-фестивале проектында 1-се дәрәжә дипломант булды (етәкселәре – Сабина Әхйәмова).
“Ромашка” балалар баҡсаһы тәрбиәселәре мәғариф ойошмалары педагогтары араһында “Яратҡан әкиәттәр биттәре буйлап” республика конкурсында еңеүсе исемен яуланылар.
“Миләш” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре “Сәнғәт мозаикаһы” халыҡ-ара конкурс-фестивалендә 2-се дәрәжә лауреат булды, “Башҡортостан таланттары” Бөтә Рәсәй балалар ижады конкурс-фестивалендә “Оскар-2022” исеменә лайыҡ булдылар (Альбина Закирова).
2022 йылда имтихан кампанияһында ун беренсе класты тамамлаусы 81 уҡыусы ҡатнашты. 12 уҡыу-сы тик “бишле” билдәләре менән аттестат алды һәм “Уҡыуҙағы айырыуса уңыштары өсөн” миҙалына эйә булды.
2022 йылда юғары балға башҡарылған эштәр һаны кәмене. Былтыр уларҙың һаны 40 булһа, быйыл – 23.
Имтихан тапшырған уҡыусылар-ҙың 99 проценты (80 уҡыусы) урта дөйөм белем тураһында аттестат алды.
9-сы класты тамамлаусылар һаны 275 уҡыусы тәшкил итте: 240 уҡыусы төп дәүләт имтиханына үтте, 22-һе дәүләт сығарылыш имтиханы формаһында тапшырҙы (6 уҡыусыға йыллыҡ аттестация йомғаҡтары буйынса имтихандарға үтеү рөхсәт ителмәне). 7 уҡыусы аҡыл яғынан ауырлыҡ кисергән балалар өсөн яраҡлаштырылған программа буйынса уҡыны. Аттестация йомғаҡтары буйынса, 250 уҡыусы (дәүләт йомғаҡлау аттестацияһында ҡатнашыусыларҙың дөйөм һанынан 95,4%) аттестат алды, уларҙың 8-е – тик “бишле” билдәләре менән генә аттестат (2021 йылда – 14).
2021-2022 уҡыу йылында 171 педагог квалификацияны арттырыу курс-тары үтте. Район мәғариф учреждениеларының 87 педагогына квалификация категориялары бирелде, шул иҫәптән беренсе квалификация категорияһы – 20 педагогка, юғары квалификация категорияһы – 67 педагогка.
Район мәғарифы эшмәкәрлегендә һөнәри оҫталыҡ конкурстары ҙур әһәмиәткә эйә. 2021-2022 уҡыу йылында “Башҡортостан йыл уҡытыусыһы” республика конкурсының муниципаль этабы уҙҙы. Уның нигеҙендә “Мәктәпкәсә белем биреү педагогы-2022”, “Иң яҡшы өҫтәмә белем биреү педагогы” район конкурстары үтте. Уларҙа Мәсетле районы мәғариф учреждениеларынан 18 педагог ҡатнашты: 13 педагог – “Йыл уҡытыу-сыһы” конкурсында, 5 тәрбиәсе – “Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы педагогы” конкурсында. Тәрбиәселәр араһында Оло Ыҡтамаҡ ауылының “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Людмила Севастьянова район конкурсы еңеүсеһе булды. Оло Ыҡтамаҡ лицейының башланғыс клас-тар уҡытыусыһы Ксения Привалова район конкурсында еңеү яулап, “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” республика конкурсында ҡатнашты. Оло Ыҡтамаҡ лицейы уҡытыусыһы Элина Мәтиғуллина “Йәш уҡытыусы” республика конкурсында “Педагогик өмөт” номинацияһында билдәләнде. “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” төбәк-ара конкурсында Оло Ыҡтамаҡ ауылы Башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Зилә Миндибаева лауреат булды.
Оло Ыҡтамаҡ лицейынан Любовь Корягина, Ольга Дәүләтшина, Оксана Лысова, Ксения Привалова, Элина Мәтиғуллинанан торған команда “СОТЫ” икенсе республика педагогтар марафонында ҡатнашты һәм мәғарифта классик, традицион йүнәлештәрҙе һөҙөмтәле файҙаланған һәм һаҡлаған өсөн “Академик йүнәлеш” номинацияһында еңеүсе булды.
Лицей уҡытыусылары Әлфиә Ғәлимова, Татьяна Сычкина, Лилиә Сибәғәтова, Динара Доос “Мәғариф флагмандары. Мәктәп” Бөтә Рәсәй һөнәри конкурсының ситтән тороп республика этабында ҡатнашты һәм артабан туранан-тура ҡатнашыу хоҡуғы алды.
Оло Ыҡтамаҡ лицейының тарих уҡытыусыһы Любовь Корягина “Педагог оҫтаханаһы” Бөтә Рәсәй конкурсында “Мәғарифта педагогик инновациялар” номинацияһында еңеп сыҡты.
Мәғариф өлкәһендә уңышҡа ирешеү өсөн юғары белем, юғары квалификациялы кадрҙар кәрәк. 2021-2022 уҡыу йылында мәктәпкәсә белем биреү һәм урта дөйөм белем биреү учреждениелары етәкселәре квалификация күтәреү курстарын үтте. 9 уҡытыусы методик компетенцияларҙы баһалау процедураһын уҙҙы.
Райондың 120-нән ашыу педагогы төрлө йүнәлештәге семинар эшендә, 140 уҡытыусы һөнәри компетенцияны күтәреү буйынса семинарҙа ҡатнашты.
Ике уҡытыусы “Киләсәк уҡытыусыһы” федераль проектын тормошҡа ашырыу барышында “Педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең уҡыу фәне һәм методик компетенцияларын камиллаштырыу (шул иҫәптән функциональ грамоталылыҡты формалаштырыу өлкәһендә) квалификацияһын күтәрҙе.
Районда белем сифатын арттырыу маҡсатында һәләтле балаларҙы асыҡлау һәм уларға ярҙам итеү буйынса эш алып барыла. Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһы интеллектуаль конкурс-тар араһында айырыуса урын биләй. 2021-2022 уҡыу йылында уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһының мәктәп һәм муниципаль этабы 19 дөйөм белем биреү предметтары буйынса үткәрелде.
Уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһының мәктәп этабында уҡыусылар һаны – 1055 (ҡабатланмай), уларҙың 465-е еңеүсе һәм призер булды. Муниципаль этапта 375 уҡыусы ҡатнашты. 84 уҡыусы муниципаль этапта еңеүсе һәм призер булды. Иң яҡшы һөҙөмтәне Оло Ыҡтамаҡ лицейы, Башҡорт гимназияһы, Әләгәҙ һәм Түбәнге Бобин мәктәптәре күр-һәтте.
2021-2022 уҡыу йылында олимпиаданың төбәк этабына рейтинг балын үткән 16 уҡыусы саҡырылды. Уҡыу-сылар олимпиадала 11 фән буйынса ҡатнашты: инглиз теле, хоҡуҡ, йәм-ғиәтте өйрәнеү, рус теле, әҙәбиәт, физика, тарих, физик культура, химия. Башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Анита Ғафарова йәмғиәтте өйрәнеү фәне буйынса республика олимпиадаһы призеры булды (уҡытыусы – Светлана Рәхимова).
Белем биреү ойошмаларында һәләтле балалар менән эшләү тейешле кимәлдә алып барыла. Белем алыусыларҙың һәм уҡытыусыларҙың ҡаҙаныштары ошо хаҡта һөйләй. “Бәйләнештә” социаль селтәрендә район мәктәптәре яңылыҡтары менән танышыу мөмкинлеге биргән “Мәсетле мәғариф бүлеге муниципаль ҡаҙна учреждениеһы” төркөмө булдырылды.

Автор:Лариса Михалькова