Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Август 2022, 12:20

Мәктәптең төп ҡаҙаныштары

Х. Фәтҡуллин исемендәге Дыуан-Мәсетле мәктәбе – матур йолаларға эйә бул-ған һәм инновацияларға ынтылған белем биреү учреждениеһы.

Мәктәптең төп ҡаҙаныштары
Мәктәптең төп ҡаҙаныштары

Бында Йыланыш, Ғүмәр, Ҡаранай, Туҡбай, Бурансы һәм Дыуан-Мәсетле ауылдарынан 126 бала уҡый.
Оҙаҡ йылдар мәктәпте Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы Анфиса Ғәйнетдинова етәкләй. Белем биреү учреждениеһында 14 педагог эшләй, шуларҙың 12-һе юғары категорияға эйә.
2022 йылдың 1 сентябренән мәктәп нигеҙендә Рәсәй Федерацияһы Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге класс асыла. Унда төп дөйөм белем биреү программаһынан тыш, балалар предметтарҙы тәрән өйрәнә. Маҡсаты – егеттәрҙе хәрби йәиһә башҡа дәүләт хеҙмәтенә әҙерләү.
Мәктәптә балаларҙың һәм уларҙың ата-әсәләренең мәҙәниәтен формалаштырырлыҡ, уҡыу йортон тамамлағандан һуң да балаға уңышлы булыу мөмкинлеге бирерлек белем биреү мөхите булды- рылған.
Уҡыу йортоноң интернет ресурстарына инеү каналы бар. Уҡытыусыларҙың барыһы ла компьютер менән ышаныслы файҙалана. Тыуған яҡты өйрәнеү, бейеү буйынса, “Оҫта ҡулдар” өҫтәмә белем биреү түңәрәктәре эшләй. Шулай уҡ волейбол һәм хоккей буйынса түңәрәктәр, спорт секциялары ойошторола.
Уҡыусылар йыл һайын район, зональ, республика, Бөтә Рәсәй конкурстарында, олимпиадаларҙа, конференцияларҙа, шулай уҡ спорт ярыштарында ҡатнаша.
Унынсы класс уҡыусылары Гөлназ Алхәйҙәрова, Алида Ғатауллина, Камилла Фазылова, Камил Хәбибуллин (етәкселәре – математика уҡытыусыһы Гөлнара Хисамова) Санкт-Петербург ҡалаһында физика-математика йүнәлеше буйынса Кейс-чемпионаттың Федераль этабында ҡатнашты.
2022 йылда Фирҙәүес Мөхәмәтова (етәксеһе – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Флорида Сәлихова) Башҡортостан Республикаһы ойошторолоу-ҙың 100 йыллығына арналған “Башҡорт-остандың йөҙ шағиры” республика әҙәби марафонының муниципаль этабында финалсы булды. Камилла Фазылова (10-сы класс) – “Фән һәм техниканың көнүҙәк мәсьәләләре-2022” халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһының 1-се дәрәжә дипломанты (етәксеһе – Гөлнара Ғәлиева).
Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лариса Ғәйнуллина етәкселегендәге КВН командаһы, уйындарҙың зональ этабында бер нисә тапҡыр ҡатнашып, еңеүсе булды, ә быйыл финалға сыҡты, әле улар республика этабына әҙерләнә.
Уҡыу һәм дәрестән тыш эштәрҙең киң спектры, мәктәп традициялары һәм заманса уҡытыу технологиялары, юғары профессиональ, мобиль уҡытыусылар коллективы, әүҙем, ижади һәм эҙләнеүсе балалар – Дыуан-Мәсетле мәктәбенең төп ҡаҙаныштары.
Надежда ГАЛАНОВА.

Автор:Лариса Михалькова